Презентация, доклад по башкирской литературе по теме Ҡасим Дәүләткилдиев

Тормош юлы Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиәсҡәр улы 1887 йылдың апрель айында Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға

Слайд 1Ҡасим Дәүләткилдиев - башҡорт совет рәссамы, СССР хужожниктар Союзы ағзаһы, башҡорт рәссам

сәнғәтенә нигеҙ һалыусы.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ҡотлошина Гөлнара Мөнир ҡыҙы

Ҡасим Дәүләткилдиев - башҡорт совет рәссамы, СССР хужожниктар Союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Башҡорт теле һәм

Слайд 2Тормош юлы
Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиәсҡәр улы 1887 йылдың апрель айында Өфө губернаһында Күгел

ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағандан һуң, уп Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә ул академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Ҡасим, ҡайтыу менән, Өфө художество түңәрәгендә әүзем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Тормош юлы Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиәсҡәр улы 1887 йылдың апрель айында Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем

Слайд 3Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе, 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе, 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Слайд 4Өфөләге Ҡасим Дәүләткильдиев исемендәге художество гимназия-интернаты

Өфөләге Ҡасим Дәүләткильдиев исемендәге художество гимназия-интернаты

Слайд 51913 йылда купец Лаптев тарафынан төҙөлгән йортта М.В.Нестеров музейы урынлашҡан
Октябрь революцияһы еңгәндән

һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдиев тормош эсендә ҡайнай. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ һалғас, К. Дәүләткилдиев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләй һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәй. 20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәрҙәренең юғары художество сифаттары К. Дәүләткилдиевтең экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла ла инде.
1913 йылда купец Лаптев тарафынан төҙөлгән йортта М.В.Нестеров музейы урынлашҡанОктябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим

Слайд 6. М. В. Нестеров Өфө художество музейы

. М. В. Нестеров Өфө художество музейы

Слайд 71926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, К. Дәүләткилдиев унда беренсе башкорт

педагогы була. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул ғүмеренең 25 йылы сәмаһын арнаны. Ғ. Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан уҡып белем алдылар, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән бергә эшләнеләр. Рәссамдың әҫәрҙәре — уның халыҡҡа биргән ҡиммәтле бүләге ул. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек художество музейында һаҡлана. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған һүрәттәр, шулай уҡ 1908—1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы.
1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, К. Дәүләткилдиев унда беренсе башкорт педагогы була. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ

Слайд 8Ижады тураһында
Училищела уҡыған сакта уҡ әле Ҡасим Дәүләткилдиев сәскәләрҙең таж япраҡтарын

төшөрөүҙә матурлыҡ һиҙеү һәләтен күрһәтә. Дуҫтарының хаттарына ҡарағанда, Касим Дәүләткилдиев сәскәләрҙе, тәбиғәтте бик яратҡан. Ул сәскәләрҙең нәфислеген бик күп яҙҙы, уларҙың матурлығын, төрлө формала булыуын, һабаҡтарының йәнле хәрәкәтен асып һалды. Ул сәскәләрҙе тотош донъяның бер өлөшө итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
Әҫәрҙәрендә ул башҡорттарҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын илһамланып бик оҫта күрһәтә алды ("Һары күлдәкле ҡыҙ", "Һунарсы башҡорт", "Башҡорт йортоноң күтәрмәһе" һ. б-) "Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы" һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу әсән ысыны менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.
Ижады тураһындаУчилищела уҡыған сакта уҡ әле Ҡасим Дәүләткилдиев сәскәләрҙең таж япраҡтарын төшөрөүҙә матурлыҡ һиҙеү һәләтен күрһәтә. Дуҫтарының

Слайд 9Башҡорт һунарсыһы

Башҡорт һунарсыһы

Слайд 10Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Слайд 11Башҡорт Ибраһим. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Күмер, аҡбалсыҡ

Башҡорт Ибраһим. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Күмер, аҡбалсыҡ

Слайд 12Яңы Усман ауылы, 1933. Ҡағыҙ

Яңы Усман ауылы, 1933. Ҡағыҙ

Слайд 13“Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”
Был картиналағы ҡыҙ беҙҙең Белорет районы Берештамаҡ ауылы ҡыҙы

Мәрйәм Йомағол ҡыҙы Мостафина.
“Уҫмәнғәле ауылында йәшәй инек. Беҙгә ике ағай килеп инде.Береһе ҡаҡса,оҙон буйлы. Икенсеһе-тәпәшәгерәк буйлыһы,башҡортса һөйләшә ине.Улар,һине һүрәткә төшөрәбеҙ тигәс,мин ҡаушап ҡалдым.Шунан ризалаштым да,матур күлдәгемде кейеп ултырҙым. Бик тартынып ҡына, тик кенә ултырҙым.Һүрәттә лә шулай сыҡҡанмын”,- тип хәтерләй ул.
“Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”Был картиналағы ҡыҙ беҙҙең Белорет районы Берештамаҡ ауылы ҡыҙы Мәрйәм Йомағол ҡыҙы Мостафина.“Уҫмәнғәле ауылында йәшәй

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть