Презентация, доклад по башкирскому языку на тему Имай Насыри

Содержание

Имай Насыриҙың тормош юлы һәм ижадышәжәрәһе

Слайд 1Имай Насыриҙың тормош юлы һәм ижады шәжәрәһе Презентация

Башҡортостан республикаһы
Муниципаль район
Стәрлетамаҡ районы
Муниципаль дөйөм белем

биреү
Бюджет учреждениеһы
Яңы Федоровка
Ауылы урта дөйөм
белем биреү мәктәбе



Төҙөүсе: Ишемғолова Хәҙисә Әхиәр ҡыҙы

2013

Имай Насыриҙың тормош юлы һәм ижады шәжәрәһе  ПрезентацияБашҡортостан республикаһыМуниципаль районСтәрлетамаҡ районыМуниципаль дөйөм белем биреүБюджет учреждениеһыЯңы ФедоровкаАуылы

Слайд 2Имай Насыриҙың тормош юлы һәм ижады
шәжәрәһе

Имай Насыриҙың тормош юлы һәм ижадышәжәрәһе

Слайд 3(1898-1942)

(1898-1942)

Слайд 4Имай Насыри 1898 йылда Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә

икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауылында ала.
Имай Насыри 1898 йылда Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс

Слайд 5Шунан һуң 1910-1914 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡый.

Шунан һуң 1910-1914 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡый.

Слайд 6 1919 йылда Имай Насыри Ҡыҙыл Армия
сафына

алына. Урал фронтында башҡорт
бригадаһы бүлегенең агитатор ойоштороусыһы
итеп тәғәйенләнә.

Ошо ваҡытта шиғырҙар яҙа башлай. 1921 йылда
уның «Тәҡдир» тигән беренсе шиғыры баҫылып
сыға. Темаһы, әлбиттә, шул йылдарга хас булган Октябрь революцияһы, халыҡ бәхете өсөн көрәшкә бағышланған.
1919 йылда Имай Насыри Ҡыҙыл Армия сафына алына. Урал фронтында башҡорт бригадаһы бүлегенең

Слайд 71920 йылда Имай Насыри Күҙәй кантонында милиция бүлеге начальнигы булып эшләй.
1921

йыл ул башҡорт республакаһының Главмилиция идараһының политкомиссары итеп үрләтелә, Х съезда делегат булып ҡатнаша.
Ошо уҡ йылда «Бала менән әсәй», «Ҡыр ҡаҙына», «Стәрлегә», «Албаҫты» шиғырҙарын яҙа. Матбуғатта баҫылып сыҡҡан шиғырҙары ла байтаҡ, улар тематик яҡтан да, формалары менән дә төрлөләр.
Ләкин Имай Насыри поэзия баҡсаһында оҙаҡ йөрөмәй.
1920 йылда Имай Насыри Күҙәй кантонында милиция бүлеге начальнигы булып эшләй.1921 йыл ул башҡорт республакаһының Главмилиция идараһының

Слайд 8Егерменсе йылдарҙың аҙағында Имай Насыри бер-бер артлы «Вагонда», «Һөжүм», «Сибай», «Гөлдәр»

повестарын яҙа. Был повестарҙа яҙыусы үҙенең оҙаҡ йылдар милиция органдарында эшләгән тәжрибәһен сағылдыра.

Ошо йылдарҙа, социалистик реконстркцияның
йылдам үҫеүе мәлендә, ул производство
темаһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Баймаҡ
баҡыр иретеү заводы эшселәре тормошон
яҡындан өйрәнә һәм 1929 йылда «Хәҙерге
Баймаҡ» тигән күләмле очерк яҙа.

Егерменсе йылдарҙың аҙағында Имай Насыри бер-бер артлы «Вагонда», «Һөжүм», «Сибай», «Гөлдәр» повестарын яҙа. Был повестарҙа яҙыусы үҙенең

Слайд 9 1924 йылдарҙан алып оҫта прозаик булып таныла.

Ул башҡорт прозаһына шул дәүер өсөн бик характерлы булған, кешеләрҙең тормошҡа мөнәсәбәтен, лирик кисерештәрен, тойғоларын сағылдырған нәҫерҙәр яҙа. «Беҙ бит пар түгел», «Сәскәләр, ләкин башҡалар» һәм башҡа шундай тиҫтәләгән нәҫерҙәрендә шул уҡ үҙенең шиғырҙарындағы мотивтарҙы – яңының ҡеүәтле үҫәсәгенә ныҡлы ышаныу һәм шатланыу тойғоларын һүрәтләй.

Артабан яҙыусы нәҫер жанрынан хикәйә, повесть, роман яҙыуға күсә. «Ҡарлуғастар», «Диуана ҡылдар» кеүек хикәйәләрендә ауылдағы синфи ҡаршылыҡтар һәм яғалашыуҙарҙы тасуир итә.



1924 йылдарҙан алып оҫта прозаик булып таныла. Ул башҡорт прозаһына шул дәүер өсөн

Слайд 10
1926 йылда Имай Насыриҙың империалистик һуғышҡа ҡаршы

йүнәлдерелгән «Тереләй ҡәберҙәр» тигән тәүге повесы айырым
китап булып баҫыла.

Мәскәүҙә партияның өйәҙ комитеты секретарҙары курсын тамамлап ҡайтҡас, ул республиканың матбуғат эштәрен юлға һалыуҙа, газета-журналдар («Белем», «Сәсән», «Керпе») ойоштороуҙа активлыҡ күрһәтә һәм 1930 йылға тиклем ошо журналдарҙың мөхәррире вазифаһын башҡара.Шунан һуң бер ни тиклем ваҡыт Өфө ҡала райкомында һәм Башҡортостан Өлкә комитеты культура, пропоганда бүлегенең матбуғат эштәре буйынса инструкторы булып эшләй.


1926 йылда Имай Насыриҙың империалистик һуғышҡа ҡаршы   йүнәлдерелгән «Тереләй ҡәберҙәр» тигән

Слайд 11Имай Насыри «Коммуна» газетаһы редакцияһы коллективы менән

1931 йылда «Коммуна» газетаһының мөхәррире

итеп күсерелә.
Имай Насыри «Коммуна» газетаһы редакцияһы коллективы менән1931 йылда «Коммуна» газетаһының мөхәррире итеп күсерелә.

Слайд 12 1932-1934 йылдарҙа Мәскәүҙә Мәғариф халыҡ комиссариатында эшләй.

Күп тә үтмәй, ул Ишембай нефтселәре өсөн сыға торған «Башҡортостан вышкаһы» тигән газетаның мөхәррире итеп ебәрелә.1936 йылдан тағы ла «Коммуна» газетаһы яуаплы мөхәррире һәм бер үк ваҡытта «Һәнәк» журналының мөхәррире итеп раҫлана.

1932-1934 йылдарҙа Мәскәүҙә Мәғариф халыҡ комиссариатында эшләй. Күп тә үтмәй, ул Ишембай нефтселәре

Слайд 131934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була

1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була

Слайд 14 1934 йылда Имай Насыри башҡорт әҙәбиәтенең ҙур уңышы тип иҫәпләнерлек

“Күҙәй” романын тамамлай.

Уның нигеҙендә 1919-1920 йылдарҙа Башҡортостандың Күҙәй кантонында булған хәл-ваҡиғалар ята. Ыңғай геройҙарҙың да, кире персонаждарҙың да прототиптары- шул ваҡиғаларҙа актив ҡатнашҡан реаль кешеләр. Әҫәрҙәге Ғимай Басыров образының прототибы булып Имай Насыри үзе тора. Был роман шул осорҙағы тормошто шаҡтай тәрән сағылдырған әҫәр. Ул үҙенең эстәлеге менән генә түгел, төҙөлөшө менән дә айырылып тора.

1934 йылда Имай Насыри башҡорт әҙәбиәтенең ҙур уңышы тип иҫәпләнерлек “Күҙәй” романын тамамлай.  Уның

Слайд 15Имай Насыри ҡатыны hәм ҡыҙы Венера менән

Имай Насыри ҡатыны hәм ҡыҙы Венера менән

Слайд 16Имай Насыри ғаиләһе менән ял ваҡытында
1935 йыл

Имай Насыри ғаиләһе менән ял ваҡытында1935 йыл

Слайд 17Имай Насыриҙың иң һуңғы әҫәрҙәренән ауылда колхоз төҙөлөшөнөң еңеүен һүрәтләгән талантлы

«Еңелгән ятыу» повесы шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙанышы булып тора.
Ул үҙенең яҙа башлаған «Беҙ һул яҡ ярҙан» романын тамамлай алмай. Романдың тәүге өзөктәрендә ваҡиғаларҙың 1921-1922 аслыҡ йылдарында башланып, һуңғыларында инде 30-сы йылдарҙа Башҡортостанда Ишембай нефть ятҡылыҡтарын үзләштереү кеүек ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған күренештәрҙе һүрәтләргә тейеш була. Әҫәрҙең тик айырым бүлектәре генә матбуғатта баҫылырға өлгөрә.
Имай Насыриҙың иң һуңғы әҫәрҙәренән ауылда колхоз төҙөлөшөнөң еңеүен һүрәтләгән талантлы «Еңелгән ятыу» повесы шулай уҡ башҡорт

Слайд 181937 йылда Имай Насыри шәхес культы ваҡытында нахаҡҡа ғәйепләнә, һөргөнгә

ебәрелә.
1937 йылда  Имай Насыри шәхес культы ваҡытында нахаҡҡа ғәйепләнә, һөргөнгә ебәрелә.

Слайд 19 1937 йылдың авгусында «халыҡ дошманы» тигән

ҡәһәрле мөһөр тағылып, 3 йылға ултыртылған һәм унан һуң «Особое совещание»ның ҡарары буйынса тағы 8 йылға хөкөм ителеп, Свердловск өлкәһе Тавда шәһәренә озатылған, ҡаты ауырыуҙан лагерҙа 1942 йылдың 29 мартында вафат булған Имай Насыри, яҙмышының ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, рухы менән иленә ҡайтты.
1937 йылдың авгусында «халыҡ дошманы» тигән ҡәһәрле мөһөр тағылып, 3 йылға ултыртылған

Слайд 20Имай Насыри
үлгәндән һуң
реабилитациялана.

Имай Насыриүлгәндән һуң реабилитациялана.

Слайд 21«Йылдар үтер, халыҡ аңлар. Тыуған ергә мин ҡайтырмын Яҙын ҡайтыр ҡош кеүек».

И.Насыри.
Талантлы яҙыусы бөгөн дә беҙҙең арала, беҙҙең менән. Яҙмыш уны иленән, еренән, халҡынан айыра алманы. Бөгөн дә уның осҡоно, ялҡыны беҙҙең йөрәктәрҙә.

Имай Насыри бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы.

«Йылдар үтер, халыҡ аңлар. Тыуған ергә мин ҡайтырмын Яҙын ҡайтыр ҡош кеүек».

Слайд 22 Имай Насыри ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә

яҙыусылыҡ эшен культура, матбуғат органдарында, ижтимағи тормошта яуаплы эштәр башҡарыу менән
бергә ҡушып алып барған.

Ул талантлы башҡорт шағиры Ш. Бабич әҫәрҙәрен йыйыуға һәм уны өйрәнеүгә, системаға һалыуға күп көс һалған.


Имай Насыри ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә яҙыусылыҡ эшен культура, матбуғат органдарында, ижтимағи

Слайд 231969 йылдың майында Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Калинин

районында Имай Насыри бульвары барлыҡҡа килә. Ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла.

Стәрлетамаҡ
ҡалаһында ла
Имай Насыри
исемен йөрөткән
урам бар.

1969 йылдың майында Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Калинин районында Имай Насыри бульвары барлыҡҡа килә.

Слайд 24Ҡулланылған әҙәбиәт
Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Өфө, “Китап”, т. 3., 1993,

424 б.

Интернет ресурстар –
http://uic.bashedu.ru.srv0.viphost.ru/konkurs/baimov/bpr/bpr033.html
http://encycl.bash-portal.ru/nasyri.htm
http://bashkortostan450.ru/celebrities/writers/nasir/

Н. Зарипов. Имай Насыри. Тормош юлы һәм ижады. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983, 248 б.

М.Ғәйнуллин, Ғ.Хөсәйенов. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө,
Башҡортостан китап нәшриәте, 198һ, 400 б.

Ҡулланылған әҙәбиәт  Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Өфө, “Китап”, т. 3., 1993, 424 б. Интернет ресурстар –

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть