Презентация, доклад по башкирскому языку и истории Башкортостана Уметбаев. М. (5-9 классы)

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгуcында (яңы стиль буйынса — 3 сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында тыуған.

Слайд 1Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев -
талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе
Мәләүез районы
Ергән

урта мәктәбенең
6 класс уҡыусыһы
Насырова Эльзаның
эше.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев -талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе Мәләүез районыЕргән урта мәктәбенең6 класс уҡыусыһыНасырова Эльзаныңэше.

Слайд 2Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгуcында (яңы стиль буйынса

— 3 сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында тыуған.
Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгуcында (яңы стиль буйынса — 3 сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө

Слайд 3Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәжәрәһе:

Әмир Ҡурған → Фирузшах → Хәни → Туҡтар

бей → Айҡымбирҙе → Йомран → Ишембәт → Мырҙаш → Өмөтбай → Үтәғол → Собханғол → Ғәббәс → Ишҡул → Ишмөхәмәт → Мөхәмәтсәлим.

Өмөтбаевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.




Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәжәрәһе: Әмир Ҡурған → Фирузшах → Хәни → Туҡтар бей → Айҡымбирҙе → Йомран →

Слайд 4 Уның атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаев (1803—1861) башҡорт йәмғиәтенең юғары

мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле — башҡорт кантоны башлығы булған, күп йыллыҡ хәрби хеҙмәте өсөн 3‑сө дəрəжə Изге Станислав ордены, 1853—1856 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн Изге Владимир көмөш ордены һәм башҡа орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Мөхәмәтсәлимдең әсәһе Бәлхизә Балапан ҡыҙы шулай уҡ уҡымышлы, шиғри күңелле ҡатын була. Уларҙың ғаиләһендә ете бала яҡшы тәрбиә алып үҫә.

Уның атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаев (1803—1861) башҡорт йәмғиәтенең юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле

Слайд 5Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала.
1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы

Неплюев кадет корпусында уҡый.
1860 йылдың авгусында атаһы, ауырып киткәс, Мөхәммәтсәлимде тыуған ауылында 25‑се башҡорт кантоны идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.
1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусы мировой аралашсы писары итеп тәғәйенләнә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылына күсә. 1865 йылда ул Бибиғәбиҙә Мирғәләүетдин ҡыҙы Рәжәпова менән никахлаша. 1869 йылда шул уҡ улустың старшинаһы итеп һайлана.



Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала.1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Неплюев кадет корпусында уҡый. 1860 йылдың

Слайд 61879—1880 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теле һәм математика уҡытыусыһы булып урынлаша,

ошо ваҡыттан алып, Ғ. С. Ҡунафин әйткәнсә, «мәҙәниәт һәм мәғрифәт донъяһына алыҫ сәфәргә юллана».
1880 йылдың июнендә мөфтөй Сәлимгәрәй Тевкелев саҡырыуы буйынса Өфөгә килә, Ырымбур мосолман диниә назаратында канцелярияһында тәржемәсе һәм етем балалар йортонда уҡытыусы-тәрбиәсе булып эшләй башлай.
1883 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһең ағзаһы итеп һайлана. 1883 йылда Мәскәүҙә Диниә назараты делегацияһы составында император Александр III коронацияһында ҡатнаша, биҙәлгән алтын император альбомында Диниә назараты исеменән ғәрәп каллиграфияһы һәм урыҫ яҙыуы менән ҡотлау һүҙҙәре яҙып ҡалдыра. Көмөш миҙал менән бүләкләнә.

1879—1880 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теле һәм математика уҡытыусыһы булып урынлаша, ошо ваҡыттан алып, Ғ. С. Ҡунафин

Слайд 71886 йылда Өфөнөң 300 йыллығы, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына

100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының ағзаһы була.
1887—1889 йылдарҙа бəхəсле ваҡыф эштəре буйынса Эске эштəр министрлығы комиссияһына эшкә саҡырылып, бер аҙ ваҡыт Санкт-Петербургта, аҙаҡ Ҡырымда йәшәп, оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайта. Уға үҙ заманы өсөн мәртәбәле һаналған коллегия теркәүсеһе (1884), губерна сәркәтибе (1885), коллегия сәркәтибе (1889), титуллы кәңәшсе (1892) һымаҡ исемдәр бирелә. Өфө өйəҙе земство йыйылышының гласныйы итеп тәғәйенләнә һәм бында өйәҙ мосолмандарының берҙән-бер вәкиле булып тора. Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1899 йылдың 21 авгусында отставкаға сыға.
1903 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Мәккәгә хаж ҡыла.
1886 йылда Өфөнөң 300 йыллығы, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының

Слайд 8 Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт мəғрифəтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт мəғрифəтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай.

Слайд 9 1878 йылдың февралендә М. И. Өмөтбаев, уға арнап, «Остазым Мирсалих

Биксуринға» тигән шиғыр яҙа. 1879—1880 йылдарҙа фарсы-башҡорт һүҙлеге төҙөү менән шөғөлләнгән һәм тел белгесе В. В. Катаринскийға урыҫ-башҡорт һүҙлеге төҙөргә ярҙам итә. 1883 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһең ағзаһы итеп һайлана. Фарсы теленең грамматикаһына арналған ғилми хеҙмәт яҙа. А. С. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтанын», шулай уҡ К. Д. Ушинский, Л. Н. Толстой хеҙмәттәрен төрки теленә тәржемә итә. 1894 йылдың сентябрендә Диниә назаратында мөфтөй Мөхәммәтйәр Солтанов һәм Ризаитдин Фәхретдинов арҙаҡлы илгиҙәр шағирыбыҙ менән сәй мәжлесендә табындаш була, унда күркәм һүҙгә дәрттәре асылып китеп, үҙ-ара шиғыр ҙа әйтешеп алалар. Башта Аҡмулла, «мөфтөй хәҙрәткә хитап итеп», «һүҙҙәрен үә өслүбен монасип килтереп», шиғыр һөйләй. Уның артынса, «һис көтөлмәгән бер ваҡытта» кәйефләнеп, Мөхәмәтсәлим шиғри һүҙҙе дауам итә. «Уның туҡтауына Аҡмулла, Аҡмулла туҡтауына Мөхәмәтсәлимдең шиғырҙарын һөйләнеләр. Үҙҙәренең йәш ваҡыттарын хәтерҙәренә төшөрөп, бөгөнгө ваҡыттарын һәм дә ниндәй мәжлестә булыуҙарын да онотоп ебәрҙеләр», — тип иҫкә ала аҙаҡ был мәжлес хаҡында Ризаитдин Фәхретдинов.
Беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын яһай. «Фарсы‑урыҫ һүҙлеге» (1882), «Фарсы-татар-урыҫ һүҙлеге» (1886) һәм башҡа һүҙлектəрҙе төҙөй. «Башҡорттар» (1876, 1979 йылдарҙа нәшер ителә), «Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар» (1886, баҫылмаған) хеҙмəттəрендə фольклор буйынса ҡайһы бер күҙəтеүҙəр яҙылған. Тағы ла «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» эпосынан өҙөк, башҡорт мəҡəлдəрен, əйтемдəрен һəм йомаҡтарын яҙып ала һəм нәшер итә.



1878 йылдың февралендә М. И. Өмөтбаев, уға арнап, «Остазым Мирсалих Биксуринға» тигән шиғыр яҙа. 1879—1880 йылдарҙа

Слайд 10 Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына

тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə ҙур өлөш индерə. «Башҡорт халҡының аҡ һəм ҡара көндəре», «Кесе Табын халҡының насəбнамəһе» (икеһе лə — 1897), «1755 йылғы башҡорттар ихтилалы хаҡында» (1903, 1984 йылда баҫыла), «Башҡорт ҡорото» (1880, баҫылмаған) һәм башҡа тарихи‑этнографик очерктарында этногенез, этнонимимия, урынлашыу территорияһы, башҡорттарҙың ырыу-ҡəбилə ҡоролошо, хужалыҡтар, социаль‑иҡтисади мөнəсəбəттəр һәм башҡа мəсьəлəлəр яҡтыртылған.
1897 йылда төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Йəдкəр» китабына тарихи очерктары, мəҡəлəлəре, сəйəхəтнамəлəре, шиғырҙары, тəржемəлəре, Башҡортостан һəм башҡорт халҡының тарихы, фольклоры һәм этнография тураһындағы материалдары ингəн. Шулар араһында: «Боронғо башҡорттарҙың йырҙары», «Аҡташ хан тураһында риүәйәт», «Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә», «Император Александр III тәхеткә ултырыуы хаҡында», «Ағиҙел буйҙарынан ғалимдар һәм дин әһелдәре», «Башҡорт туй йолалары», «Рум ҡалаһы тураһында», «Боронғо календарь», «Башҡорт телендә иҫәп-хисап уҡытыу», «Нәсихәттәр», «Афоризмдар» һ. б. бар.
Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə ҙур өлөш

Слайд 11Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат

була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә — хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән.
Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә —

Слайд 12

Хәтер

1991 йылдан алып Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған Ибраһим ауылында уның исемендәге музей эшләй.

1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһын булдыра.

2005 йылда Ҡырмыҫҡалы районының хакимиәте Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияны булдырған.


Слайд 13

Ҡулланылған әҙәбиәт


Вильданов А. Х.Вильданов А. Х., Кунафин Г. С. Башкирские просветители-демократы XIX века — М.: Наука, 1981.
Ҡунафин Ғ. С. Мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Өмөтбаев — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 256 б.
Ҡунафин Ғ. С.Ҡунафин Ғ. С. Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып киттеҠунафин Ғ. С. Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте // ВатандашҠунафин Ғ. С. Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте // Ватандаш. — 2011. — № 12. — С. 136—162. 
Хөсәйенов Ғ. Б. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: тарихи-биографик китап — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 288 б.
Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 10. 
Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим УметбаевХусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 11. 
Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим УметбаевХусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 12. 





Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть