Слайд 1Өфө һәйкәлдәре буйлап сәйәхәт
Слайд 3Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора
Слайд 4Ленинға арналған иң беренсе һәйкәл Өфөлә ҡуйылған. Хәҙерге мәлдә һәйкәл алынған.
Слайд 5Александр Матросов һәйкәле.
Александр Матросов ҡулына автоматын тотоп хәрәкәттә кәүҙәләндерелгән. Алһыу төҫтәге
пьедесталдә “Советтар Союзы геройы Александр Матросовҡа” тип яҙылған
Слайд 6В.В. Маяковский һәйкәле Коммунист һәм Цюрупа урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан.
Слайд 7Ленин һәйкәле
Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығына арнап ҡаланың тап үҙәгендә, бронзанан
ҡойолған Ленинға арналған һәйкәл асыла. Был илдәге Ленинға арналған иң яҡшы һәйкәлдәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Рәссаме – М. Ф. Бабурин, Архитекторы – Г. И. Гаврилов.
Слайд 8Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури һәйкәле.
Слайд 9Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) Башҡортостандың Ғафури районы Еҙем –
Ҡаран ауылында тыуған.
М. Ғафуриҙың ижады күп яҡлы. Ул “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын”, “Ҡара йөҙҙәр”,”Шағирҙың алтын приискыһында” “Тормош баҫҡыстары” повестарының, “Ҡыҙыл йондоҙ” драмаһының, күп һандағы шиғри әҫәрҙәрҙең, хикәйәләрҙең авторы. Башҡорт, татар, рус, ҡырғыҙ, сыуаш, латыш, мари, белорус, украин, үҙбәк,ҡаҙаҡ телдәрендә уның һикһәндән артыҡ китабы донъя күргән. 1923 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡортостандың бер районы, ҡала урамдары, Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфөләге иң ҙур парктарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Өфөлә шағир ғүмеренең һуңғы йылдарында йәшәгән йортта музей ойошторолған.
Слайд 10Миңнеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Александр Матросовҡа арналған һәйкәл. Скульпторы Л. Е. Кербель
Слайд 11Ғөбәйҙуллин Миңнеғәле Хәбибулла улы Башҡортостандың Миәкә районында тыуған. 1944 йылдың 8
мартында Дудча ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Ошо батырлығы өсөн лейтенант Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (1944, үлгәндән һуң).
Слайд 12Матросов Александр Матвеевич (Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы) Башҡотостандың Учалы районында тыуған.
Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
1943 йылдың 27февралендә Чернушки ауылы өсөн барған һуғышта дошман дзотының амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай һәм подразделение һөжүменә уңыш килтерә. Александр Матросовҡа арнап, әҙәби, һнлы сәнғәт әҫәрҙәре яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Башҡортостан тикшеренеүселәре Матросовтың ысын фамилияһын, исемен, атайын, тормош юлы даталарын асыҡланы.
Слайд 13Еңеү паркында яуҙа һәләк булған яугирҙарҙы хәтерләтеп мәңгелек ут яна
Слайд 14Өфөлә 1985 йылда Н.Ф. Гастеллоға һәйкәл асыла
Слайд 15Өфө ҡалаһында хәрби техника һәйкәлдәре бик күп. Шуларҙың береһе СУ- 27.
Ул Ферин урамында урынлашҡан
Слайд 16Паравоз һәйкәле.
Был һәйкәл 1987 йылдың 14 сентябрендә асыла. Дим районында мәңгелеккә
“ФД - 1672” паровозы туҡталып ҡала. Бындай маркалы паровоздар 1956 йылға тиклем йөрөгәндәр.
Слайд 17Ф. Э. Дзержинский һәйкәле
Был һәйкәл 1987 йылдың 18 декабрендә асылған. Бронза
һын өс метр карель гранитының өҫтөнә ҡуйылған. Дзержинский төймәләре ысҡындырылған шинелдә һәм итектә ғорур ҡарап тора. Скульптор һын Ленинград заводында ҡойолған
Слайд 18Ваҡыт машинаһы һәйкәле ААЙ ӨМЭПБ-тең скверында урынлашҡан. Бейек булмаған постаменттың өҫтөндә
“СУ-25” самолетының “йөрәге” ҡуйылған
Слайд 19Байраҡ һынлы стелла 1967 йылда, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына
арнап Өфө ҡалаһына ҡуйыла
Слайд 20Козел отпущения
Бик ҡыҙыҡлы һәйкәл. Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге
территорияһында урынлашҡан. Кәзәнең арҡаһынан һыйпаһаң барлыҡ гонаһтарын бөтә тигән ышаныуҙа бар.
Слайд 21Курск һыу аҫты кәмәһендә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл
Слайд 22Эске эштәр министрлығының уҡыу үҙәгендә Милиционерҙар һәйкәле бар. Унда хәрби бурыстарын
үтәгәндә һәләк булған 115 милиционер исеме яҙылған
Слайд 23Әсә һәйкәле- һәләк булған һалдат әсәһе. Был дүрт метрҙан ашыу бейеклегендәге
бронза скульптураны Өфөгә Түбәнге Тагилдан килтергәндәр.
Слайд 24Урам йыйыштырыусы һәйкәле
Өфө скульпторы Х. Гәлиуллин 2008 йылда был оригиналь һәйкәлде
ҡоя. Әлеге мәлдә Октябрь Проспектында ошондай оригиналь һәйкәлдәрҙең һанын артырырға уйлайҙар