Презентация, доклад Зәйнулла ишан Рәсүлев

ТОРМОШ ЮЛЫ Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла бине Хәбибулла Рәсүл)

Слайд 1Башҡортостан Республикаһы Муниципаль бюджет учреждениеһы Учалы районыИлсе урта мәктәбе








БЫУАТТАРҘЫ ҮТЕП БАЛҠЫЙ

ИСЕМЕҢ
(З.Рәсүлевтың тыуыуына – 184 йыл)

«Уау диуана әйткән. Килен,-тигән ул,- ҡорһағыңды һаҡла, унда ишан булырҙай бала ята».
(Бер риүәйәттән)

Учалы – 2017

Башҡортостан Республикаһы  Муниципаль бюджет учреждениеһы  Учалы районыИлсе урта мәктәбе БЫУАТТАРҘЫ ҮТЕП БАЛҠЫЙ ИСЕМЕҢ (З.Рәсүлевтың тыуыуына

Слайд 2ТОРМОШ ЮЛЫ



Зәйнулла Рәсүлев
(Зәйнулла бине Хәбибулла Рәсүл)




1833 йылдың 25 мартында изге Ҡорбан
ғәйете ваҡытында Ырымбур губернаһы
Троицк өйәҙе (хәҙерге Учалы районы)
Шәрип ауылында мулла ғаиләһендә
тыуған.
1845 йылда Муйнаҡ ауылында Дамелла Мөхәмәт
Бохариға уҡырға бара. Бохари вафат булғас,
1848 йылда имам-мөҙәрисе Яҡуп Зәйнәғәбетдин
улы Зәйникәев һәләтле Зәйнулланы үҙе менән
Ахун ауылына алып китә, унда ул дин ғилемен
арттыра.




Шәрип ауылы

Ахун мәсете

ТОРМОШ ЮЛЫ  Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла бине Хәбибулла Рәсүл)

Слайд 3ТОРМОШ ЮЛЫ
1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге
Силәбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп
урынлаша.

Зәйнулла, ниһайәт, 1858
йылда имтихан тотоп, имам һәм
мәҙрәсәнең мөҙәрисе сифатында Типтәр-
Учалы волосының Аҡҡужа ауылына
китә.

"Рәсүлиә" мәҙрәсәһе

Аҡҡужа ауылындағы элекке мәсет

1859 йылда Аҡҡужа ауылынан Гөлбәғиҙә исемле ҡыҙға
өйләнә. Бәләҡәй генә Аҡҡужа ауылы мәсете килгән бөтөн
кешене һыйҙыра алмағанлыҡтан, Зәйнулла имам вәғәздәрен
урамға, тау башына сығып әйтергә мәжбүр була

ТОРМОШ ЮЛЫ	1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша. 	Зәйнулла, ниһайәт, 1858 йылда имтихан тотоп,

Слайд 4ТОРМОШ ЮЛЫ

Остазы Зиялитдин Көмешханауи
З.Рәсүлигә «тулыһынса камиллашҡан
хәлиф» тигән

исем бирә. Илгә ҡайтыу
менән, Нәҡешбәндиә тәғлимәтен
таратыу эшенә тотона.
Иҫкелек яҡлы шәхестәр һәм
муллаларҙың доносы буйынса 1872 йылда ҡулға алынып, 8 ай
буйы Златоуст төрмәһендә ултырып сыға.
1873-1876 йылдарҙа Никольск ҡалаһында, һуңынан
Кострамала биш йыл полиция күҙәтеү аҫтында йәшәй.

Мәккә. XIX быуат

ТОРМОШ ЮЛЫ	  Остазы Зиялитдин Көмешханауи З.Рәсүлигә «тулыһынса камиллашҡан хәлиф» тигән исем бирә. Илгә ҡайтыу менән, Нәҡешбәндиә

Слайд 5
1881 йылда, губернатор Кржижановский
рөхсәте

менән Аҡҡужаға ҡайтып китә, тағы
элекке эшенә тотона. 1882 йылда ул, Муса
хажи менән бергәләп, икенсе тапҡыр хажға
сәфәр ҡыла. 1884 йылдан
Зәйнулла ишан тормошоноң
өр-яңы,Троицк осоро башлана.
Ишан Амур тигән биҫтәлә
хеҙмәт итә башлай. «Амур» һүҙҙен
ғәрәпсәрәк «Мамуриә» тип үҙгәртелә. Троицкиҙың үҙендә
ҡаҙаҡ байы Алтынсарин биргән аҡсаға мәсеттең мәҙрәсәһен
һалдыра.






ТОРМОШ ЮЛЫ

"Рәсүлиә" мәҙрәсәһе

1881 йылда, губернатор Кржижановский рөхсәте менән Аҡҡужаға ҡайтып китә, тағыэлекке эшенә

Слайд 6 Ысул жәдидә индерелә башлағас,
Троицкиҙа беренсе булып Зәйнулла хәҙрәт
үҙенең хәлфәләрен Ҡазанға

уҡырға ебәреп,
1887 йылдан йәдитсә уҡытыузы ойоштора.
Мәҙрәсәлә мосолман дине тарихы, ислам
ҡанундарынан тыш, Рәсәй дәүләте тарихын да үтәләр, татар,
урыҫ, ғәрәп телдәрен, иҫәп-хисап, тәбиғәт фәндерен, хоҡуҡты,
матур яҙыуҙы өйрәнәләр, рәсем төшөрөү, һуңынан музыка
буйынса белем алыуҙы индерәләр. Бихисап шәкерттәр уның
мөрите булып китә; ул Рәсәйҙең иң күренекле мосолман дине
әһелдәренең береһенә әүрелә.

Намаҙ ваҡыты

ТОРМОШ ЮЛЫ

Ысул жәдидә индерелә башлағас, Троицкиҙа беренсе булып Зәйнулла хәҙрәтүҙенең хәлфәләрен Ҡазанға уҡырға ебәреп, 1887 йылдан йәдитсә уҡытыузы

Слайд 7
1905 йылда мәҙрәсәнең матди хәле лә
яҡшыра. Урындағы хәлле кешеләрҙең
ярҙамы

менән ағас йорт урынына таштан
ике ҡатлы яңы уҡыу йорто һалына.
Шәкерттәрҙең ҡайһы береһе йыр-моң
менән мауыға, һәүәҫкәрҙәр тамашалар ҡуя,
ҡалала үткәрелгән «Шәреҡ кисәләре»ндә
ҡатнаша, ә йәйен улар халык йолаларын,
ауыҙ-тел ижадын йыйып йөрөй.
Мосолмандарҙың рухи үҙәк идаралығы рәйесе мөфтөй
Т.Тәжетдиновтың указы буйынса 2008 йылдың 13 ноябрендә
Троицк ҡалаһының мәсетенә Зәйнулла ишан Рәсүлев исеме
бирелә.

ТОРМОШ ЮЛЫ

"Рәсүлиә" мәҙрәсәһе

1905 йылда мәҙрәсәнең матди хәле лә яҡшыра. Урындағы хәлле кешеләрҙең ярҙамы менән ағас йорт урынына таштан ике

Слайд 8ТОРМОШ ЮЛЫ

Зәйнулла Рәсүлев 1917 йылдың
2 февралендә вафат була. Ул Силәбе


өлкәһенең Троицк ҡалаһының мосолман
зыяратында ерләнгән. Ырымбурҙар уны
«үҙ халҡының рухи короле» тип атай.
1919 йылда «Рәсүлиә» мәсете ябыла
һәм татар-башҡорт педагогия техникумы
итеп асыла

Ишан үҙенең һуңғы һулышына тиклем
башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар милләттәренең
киләсәге, иманлы булып ҡалыуы тураһында хәстәрләгән.















.

Ишан ерләнгән зыярат

ТОРМОШ ЮЛЫ		Зәйнулла Рәсүлев 1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Ул Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.

Слайд 9 Троицк ҡалаһындағы иҫке
мосолмандар зыяратында Зәйнулла
ишандың ҡәбере реконструкциялана.

Ябай йәшел рәшәткәне, яңыса ажур
купола өҫтөнә ярты ай ҡуйып эшләнә,
ҡәберенә ете мрамор таш һалына.

2003 йылда тыуған ауылы Шәриптә, З. Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыллығына арнап һәйкәл ҡуйыла.

МӘҢГЕЛЕК ӘХИРӘТКӘ «Минең нимә эшләгәнемде иҫкә аласаҡһығыҙ, мин үҙ эшемде Аллаға тапшырам…» (Ҡөрьән Кәрим, Ғафир сүрәһе, 44-се аят)

Троицк ҡалаһындағы иҫке мосолмандар зыяратында Зәйнулла ишандың ҡәбере реконструкциялана. Ябай йәшел рәшәткәне, яңыса ажур купола

Слайд 10РӘСҮЛЕВТЫҢ НӘҪЕЛ АҒАСЫ
Фәтхулла
Зәйнулла
Хәбибулла
Ғабдрахман
Ғәбделҡаҙир
Ғабдулла
Һибәтулла
Ғәбделсабур
Сафуат
Нәжип
Атилла Рәсих
Ғәбделрәүеф

РӘСҮЛЕВТЫҢ НӘҪЕЛ АҒАСЫФәтхуллаЗәйнуллаХәбибуллаҒабдрахманҒәбделҡаҙирҒабдуллаҺибәтуллаҒәбделсабурСафуатНәжипАтилла РәсихҒәбделрәүеф

Слайд 11
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Учалы муниципаль районы Юлдаш ауылының

урта мәктәбенә Зәйнулла Рәсүлев исеме бирелә.

2010 йылдың 18 сентябрендә Татарстан Республикаһының Царицыно ҡасабаһында, яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалына. Уға «Зайнулла» исеме бирелә.

2009 йылда Учалы ҡалаһында Зайнулла Рәсүлев исемендәге мәсет асыла.

ВАРИҪТАРЫ

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Учалы муниципаль районы Юлдаш ауылының урта мәктәбенә Зәйнулла Рәсүлев исеме бирелә.

Слайд 12





2008 йылда Өфө ҡалаһының Благоева урамын (иң тәүҙә Случев тыҡрығы тип йөрөтөлә) Рәсүлев исеменә үҙгәртелә.

Ҡазандағы "Мөхәммәдиә" мәҙрәсәһе

Ҡазандағы «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһендә ҙур бина торғоҙғанда беренсе нигеҙ ташын Зәйнулла ишан һалған.

ВАРИҪТАРЫ


Слайд 13
«Рәсүл уҡыуҙары, дин тарихын һәм Рәсәйҙәге замана

тормошо» исемле Бөтә Рәсәй фәни-практик конференция Троицк ҡалаһында үтте. Мосолмандарҙың рухи үҙәк идаралағы рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты.



Был симпозиумда ислам, дин белгестәре Мәскәүҙән, Силәбенән, Өфөнән, Ырымбурҙан, Ҡазандан, Бухаранан килделәр. Улар З.Рәсүлевтың тарихи һәм рухи мираҫын ғына түгел, хәҙерге мосолман тормошо тураһында әңгәмә алып барҙылар.

ВАРИҪТАРЫ

«Рәсүл уҡыуҙары, дин тарихын һәм Рәсәйҙәге замана тормошо» исемле Бөтә Рәсәй фәни-практик конференция

Слайд 14
Шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһына. 1859-сы йылда Наҡшбәндиә суфый ордены

сафына алына. 1869—1870 йылдарҙа Истамбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡ) ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истамбулда уҡ Наҡшбәндиә суфыйының тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт (иджазнамә) ала. Тыуған төбәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип индерә, шул иҫәптән тәсбих кейеп йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), зыяраттарҙы изге урын, Мәүлит байрамдарын, доға ҡылыуҙы, һ.б. Был ағым тиҙ арала мосолман донъяһының төрлө төбәктәренә үтеп инә.

ВАРИҪТАРЫ

Шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһына. 1859-сы йылда Наҡшбәндиә суфый ордены сафына алына. 1869—1870 йылдарҙа Истамбулда хәҡиҡәтте

Слайд 15Ҡулланылған әҙәбиәт
Китаптар
Башҡорт телендә
Лоҡманов, Р. Зәйнулла ишан [Текст] :

йыйынтыҡтар / төҙ. : Р.Лоҡманов, Ф. Хәсәнов. - Учалы : - Белорет типогр., 1998. – 40 б.
Насиров, Р. Зәйнулла ишан [Текст] / Р. Насиров // Уҙамандарҙы эҙләйем/Р. Насиров. - Өфө , 1997. - Б. 67 - 89.
Насиров, Р. Халҡыбыҙҙың рухи короле [Текст] / Р. Насиров // Урал батырҙары ( Учалы төбәге шәхестәре / Р. Насиров. - Өфө , 2007. - Б. 169-187.
Шәкүр,Р. Зәйнулла Рәсүлев [Текст] / Р. Шәкүр // Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми – биографик очректар / Р. Шәкүр. - Өфө, 1998. – Б. 73 - 77.


Быуаттарҙы үтеп балҡый исемең [Электрон презентацияһы] : (З.Рәсүлевтың тыуыуына – 180 йыл) / төҙ. : Л. Сөләймәнова, Р. Әхмәтшина; МБУ ҮРК. – Учалы, 2013 . -1 6 слайды



Ҡулланылған әҙәбиәт  КитаптарБашҡорт телендә  Лоҡманов, Р. Зәйнулла ишан [Текст] : йыйынтыҡтар / төҙ. : Р.Лоҡманов,

Слайд 16



РӘХМӘТ ИҒТИБАРЫҒЫҘҒА

РӘХМӘТ ИҒТИБАРЫҒЫҘҒА

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть