Уйын технологияһы
Тәнҡитле
фекерләү
технологияһы
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2017» региональ конкурсының муниципаль этабы
Мастер-клас
«Тәбиғәт – үҙе бер донъя» (предмет-ара бәйләнеш)
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2017» региональ конкурсының мунийипаль этабы
Асыҡ дәрес
«Башҡортотсан тураһында рус яҙыусылары»
ИКТ алымдары ҡулланып 8-се класта асыҡ дәрес
«Һыҙғырт, ҡурай, башҡорт моңдарын…»
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинары
Мастер-класс
“Олимпиадаларға әҙерләү эштәрен ойоштороу”
10-сы класта асыҡ дәрес:
«Ғ. Сәләмдең «Бала» поэмаһы. Актуаль проблемалар»
"Социальная сеть работников образования"
http://nsportal.ru
Банк Интернет-портфолио учителей
Образовательный портал Продленка
http://www.prodlenka.org/
Мультиурок
http://multiurok.ru
Башҡорт теле уҡытыусылары порталы
https://vk.com/club31352255
Инфоурок
http://учитель
ский.сайт
Сайт-тар
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиаданың муниципаль этап һөҙөмтәләре
Ғәләүетдинова Фәриҙә
Уҡыу йорто: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ
Уҡырға ингән йылы: 2017й.
Факультеты: башҡорт филологияһы
«Ижад минуттары»:
шиғырҙар;
хикәйәләр;
әкиәттәр
Ҡар бабай
Тәгәрәтеп аҡ ҡарҙы
Яһаныҡ ҡар бабайҙы.
Ҡуйҙыҡ кишерҙән ҡулын
Яһаныҡ ике ҡулын.
Күҙҙәре ҡара күмер,
Ҙур һепертке тотторҙоҡ.
Матур ғына килеп сыҡҡас,
Көлөшөп ҡарап торҙоҡ.
Әсхәтова Азалия,
7-се класс уҡыусыһы
Туған тел
Туған телдә һөйләшеп,
Йәшәйем Тыуған илемдә.
“Тыуған ил” тигән һүҙҙе лә
Әйтәм туған телемдә.
Иң изге хистәремде мин
Туған телдә аңлатам.
Шуға күрә туған телде
Хөрмәтләйем, яратам.
Ғәйнелйәнов Мөнир,
8-се класс уҡыусыһы
Яратырға кәрәк донъяны...
Яратырға кәрәк донъяны:
Бәхет менән тыуған көндәрен.
Ҡояш байыған матур кистәрен,
Йондоҙҙар балҡыған айлы төндәрен.
Ҡояшлы иртәлә күҙеңде асҡас,
Йөҙөңдө күтәреп, күккә ҡарағас,
Әйтсе, дуҫтым, ниндәй хистәрең
Уяна кескәй йөрәгеңдә һинең?!
Хәзиәхмәтова Алина,
8-се класс уҡыусыһы
Ҡышҡы ҡырҙа
Ҡар... Һөттәй ап-аҡ ҡар...
Ҡалдырған эҙен ҡарҙа тик ҡарға.
Сыға үҙенән еңел пар
Эҙләй бит ашарға ул аҡ ҡарҙа.
Ҡар... Һөттәй ап-аҡ ҡар...
Мин дә ашығам аҡ ҡарҙан ҡырға.
Эҙем артымда бик тар,
Ҡала ул минең саңғынан ҡарҙа.
Ҡар... Һөттәй ап-аҡ ҡар...
Осраттым мин ҡарғаны ҡарҙа.
Уйланым: берәү але бар
Минең кеүек ҡышҡы ҡырҙа.
Әхтәмова Зөлфирә,
10-сы класс уҡыусыһы
Күңелле ҡыш
Аҡ мамыҡҡа төрөнөп,
Ергә өыш килде.
Бөтә ер өҫтө
Аҡ ҡарға кңмелде.
Сана, саңғылар
Ҡарҙар туҙҙырҙы.
Балалар тауҙа
Ҡыуанып щыуҙы.
Фәүзетдинова Алһыу,
7-се класс уҡыусыһы
Ата-бабаларға хөрмәт
Беҙҙең яҡты тормош өсөн
Ата-баба ҡан түккән.
Биргән аҙаҡҡы көсөн,
Бер ни ҙә йәлләмәгән.
Беҙ хөрмәт итергә тейеш
Уларҙың ғүмерҙәрен.
Йыш йөрөргә яндарына,
Онотмаҫҡа һис һүҙҙәрен.
Хәсәнова Алһыу,
8-се класс уҡыусыһы
Көсөгөм
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа,
Бик тә күңелле беҙгә.
Ҡыш бабайҙы яһап ҡуйҙыҡ
Ҡарһылыуы менән бергә.
Көсөгөм уларға өрмәй,
Ҡойроғон ғына болғай.
Бүләк миңә лә булһын, тип
Уйлайҙыр инде шулай.
Ғиниәтуллин Шамил,
7-се класс уҡыусыһы
Мин бәхетле
Ап-аҡ ҡына ҡарҙар яуған
Ҡара ғына ерҙең өҫтөнә.
Иҫем китә шул ҡарҙың
Ҡояшта ялтыраған төҫөнә.
Ап-аҡ ҡарға эҙҙәр һалып,
Барам урам уртаһынан.
Йәшәүе миңә бик рәхәт
Ғүмерҙең уртаһында.
Бәхет өсөн ни кәрәк, тип
Һораһалар минән әгәр.
Һөйләп бирәм, һис уйламай,
Энәһенән ебенә ҡәҙәр.
Аҡса түгел, байлыҡ түгел,
Бөгөн булһа – иртәгәгә бөтә.
Затлы кейемдәр ҙә түгел,
Уларҙың модалары тиҙ үтә.
Диңгеҙ аръяғы ризығы түгел,
Ҡурҡыныс уларҙы ашарға.
Нимәнән эшләнгәнен уҡыһаң,
Һыймай хатта баштарға.
Майҙан тиклем котедж түгел,
Түгел фәлән ҡатлы фатиры.
Урланмаһын, таланмаһын тиһәң,
Ялсылыҡҡа кәрәк һаҡсы батыры.
Кәрәк түгел машинаһы ла
Хоҡуҡ юҡ уны йөрөтөргә.
Тик ултыртып гаражда
Ниңә улайһа серетергә?!
Тик шулай ҙа мин бәхетле,
Әйтәм һеҙгә һис шикһеҙ.
Минең бәхет бәләкәйҙер,
Бәлки ҙә булыр сикһеҙ.
Мин атлайым тыныс ерҙән
Ҡояшы аҫтында зәңгәр күктең.
Һау-сәләмәт булайым үҙем,
Бәлә-ҡазалары урап үтһен.
Иртә менән сығып йүгерәм
Мин яратҡан эшем янына.
Уҡытыусы булыу әсәйемдән
Күскәндер минең ҡаныма.
Ике шатлығым көтөп тора
Кисен арып өйгә ҡайтыуға.
Әсәй булыуҙарға һуң ни етә
Ике шаян, тиктормаҫ балаға?!
“Ғаиләм минең – ҡәлғәм” тип
Әйтмәгәндәр бит юҡҡа ғына.
Хәҙер ҡосаҡлап йыуатырҙар
Бойоғоп китһәм дә саҡ ҡына.
Тормош юлдары тигеҙ түгел,
Сикәлтәле ураған һайын.
Ирем тип, балаларым тип
Тырышам табырға яйын.
Әсәйемә мин шылтыратам,
Булһа ауыр саҡтарым.
Минең бөтә һорауыма ла
Таба һүҙен, яуаптарын.
Ошо мәлдәрҙә уйлам ҡуям:
Ысынлап та мин бәхетле.
Байтаҡ инде әсәй булһам да,
Үҙем һаман бит әле әсәйле.
2018 йыл
Уҡытыу һәм тәрбиә эшен этнолингвокультурологик нигеҙҙә дауам итеү
Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.
Email: Нажмите что бы посмотреть