Презентация, доклад по литературному чтению на родном языке (башкирский) 7 класс Ҡ.Дәүләткидиев

Тормош юлы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә.Училищены тамамлағандан

Слайд 1Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы

Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы

Слайд 2Тормош юлы
1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул

бик йәшләй етем ҡала. Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә.

Училищены тамамлағандан һуң, уп Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә ул академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Ҡасим, ҡайтыу менән, Өфө художество түңәрәгендә әүзем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдиев тормош эсендә ҡайнай. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ һалғас, К. Дәүләткилдиев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләй һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәй. 20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәрҙәренең юғары художество сифаттары К. Дәүләткилдиевтең экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла ла инде.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, К. Дәүләткилдиев унда беренсе башҡорт педагогы була. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул ғүмеренең 25 йылы сәмаһын арнаны. Ғ. Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан уҡып белем алдылар, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән бергә эшләнеләр. Рәссамдың әҫәрҙәре — уның халыҡҡа биргән ҡиммәтле бүләге ул. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек художество музейында һаҡлана. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған һүрәттәр, шулай уҡ 1908—1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы.
Тормош юлы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө

Слайд 3Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе, 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе, 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Слайд 4Башҡорт һунарсыһы

Башҡорт һунарсыһы

Слайд 5Яңы Усман ауылы, 1933. Ҡағыҙ

Яңы Усман ауылы, 1933. Ҡағыҙ

Слайд 6Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Акварель.

Слайд 7Башҡорт Ибраһим. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Күмер, аҡбалсыҡ

Башҡорт Ибраһим. 1928 йыл. Ҡағыҙ. Күмер, аҡбалсыҡ

Слайд 8Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназия-интернат,Өфө ҡалаһы

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназия-интернат,Өфө ҡалаһы

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть