Презентация, доклад по башкирскому языку Жизнь и творчество З. Биишевой

Содержание

Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡяҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Слайд 1 «...Ватаныма булған оло һөйөү
Рухыма көс бирҙе, хупланы»

Зәйнәб Биишева

«...Ватаныма  булған оло һөйөү Рухыма көс бирҙе, хупланы»

Слайд 2 Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡ
яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге
Дәүләт премияһы

лауреаты.
Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡяҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Слайд 3Яҙыусының тыуған ере
Зәйнәб Абдулла
ҡыҙы Биишева


1908 йылдың
2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.
Яҙыусының тыуған ере    Зәйнәб Абдулла  ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге

Слайд 4 Хеҙмәт юлы
Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң,
1924-1929 йылдарҙа

ул Ырымбурҙағы
башҡорт педагогия техникумында уҡый.
1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы
ауылдарында уҡытыусы булып эшләй.
1931-1934 йылдарҙа – Башҡортостан
китап нәшриәте мөхәррире, 1934-1951
йылдарҙа төрлө гәзиттәрҙә редакторлыҡ
вазифаһын башҡара.
Хеҙмәт юлыАта-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.Ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң,1924-1929 йылдарҙа ул Ырымбурҙағыбашҡорт педагогия техникумында уҡый.1929-1931 йылдарҙа

Слайд 5Әҙибәнең ғаиләһе
Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ире Ғәзиз Әминев һуғышта ҡатнаша,

орден-миҙалдар менән наградлана, ҡаты яралар алып, 2-се төркөм инвалиды булып ҡайта.Зәйнәб апай оҙаҡ йылдар буйы ауырыу ирен тәрбиәләй, өс улын аяҡҡа баҫтыра.Бөгөн оло улы – Тельман Әминев – химия фәндәре докторы, профессор. Уртансыһы Юлай – шулай уҡ ғалим, тәбиғәт фәндәре кандидаты, әсәһенең әҫәрҙәрен нәҡ ул руссаға тәржемә иткән.Кинйә улы - табип Дарвин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. үлеп ҡалған.
Әҙибәнең ғаиләһе  Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ире Ғәзиз Әминев һуғышта ҡатнаша, орден-миҙалдар менән наградлана, ҡаты яралар алып,

Слайд 6Ижады
Зәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа ижад
итә.Күп һанлы шиғырҙары, хикәйәләре,
драмалары, «Зөлхизә» трагедияһы,


«Сәйер кеше», «Уйҙар,уйҙар», «Ҡайҙа
һин, Гөлниса?» повестары, «Һөнәрсе
һәм өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт»
хикәйәттәре, «Яҡтыға» трилогияһы уның
исемен Рәсәй, бөтә Шәреҡ илдәренә
алып сыҡты.
ИжадыЗәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа ижад итә.Күп һанлы шиғырҙары, хикәйәләре,драмалары, «Зөлхизә» трагедияһы, «Сәйер кеше», «Уйҙар,уйҙар», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?»

Слайд 7Яҙыусының әҫәрҙәре

Яҙыусының әҫәрҙәре

Слайд 8Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта

Йәшәү бәхете - күңел

сафлыҡта.
Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете - илең,
халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.
1978 йыл

Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта   Йәшәү бәхете - күңел  сафлыҡта. Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ,

Слайд 9 Йырлайым

Илап тыуһам да мин,

йырлап үҫтем,
Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.
Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,
Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.
Йырлап йәшәйем,
Халҡым, илем ғүмере
Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас.
Тыуған ерем – бөйөк Совет иле
Ер йөрәге типкән ер булғас.

ЙырлайымИлап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.Сәстәремә

Слайд 10 Башҡортостан
Элек

заман һин бер үкһеҙ бала инең,
Бар байлығың – ҡырыҫ, йәнһеҙ дала ине.
Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә,
Тома һуҡыр юлсы булып бара инең.

Хәҙер – көслө ир-арыҫлан, баһадир һин.
Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин.
Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф,
Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин.
БашҡортостанЭлек заман һин бер үкһеҙ бала инең,Бар

Слайд 11

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,
Эй,хикмәтле,мәрхәмәтәле башҡорт теле.

Слайд 12

Игенсе
Мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр бар –
Уҡытыусы, йырсы, төҙөүсе...
Әммә йөрәгемдең гел түрендә
Ул бер үҙе – иген игеүсе.

Яҡын миңә уның һәр бер эше,-
Сәсәме йә утай, урамы,
Тос бөртөклө бойҙай, арыш менән
Тултырамы келәт, бураны...

Бөтәһендә күрәм мин ғашиҡлыҡ
Ергә ғашиҡ кеше – игенсе.
Тик ғашиҡтар ғына һөйөп-наҙлап
Үҫтерә ала илгә игенде.
Игенсе Мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр

Слайд 13 Ҡурай ул – моң. Уйла, моңдо

Кем тота, бикләй ала?
Кем уның тылсымлы көсөн
Ҡаплай, быуа, сикләй ала?!
«Тылсымлы ҡурай» поэмаһы
Ҡурай ул – моң. Уйла, моңдо    Кем тота, бикләй ала?

Слайд 14 «Һөнәрсе менән Өйрәнсек»
хикәйәтенә иллюстрациялар

«Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенә иллюстрациялар

Слайд 15Яҙыусының «Дуҫ булайыҡ» повесына
иллюстрациялар

Яҙыусының «Дуҫ булайыҡ» повесынаиллюстрациялар

Слайд 16“Ғүмер китабы”
«Ышанығыҙ миңә, «Кәмһетелгәндәр»ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел

ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым» (П.Берков)
“Ғүмер китабы”«Ышанығыҙ миңә, «Кәмһетелгәндәр»ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм

Слайд 17
Ошо трилогияһының

«Кәмһетелгәндәр», «Уяныу»
романдары өсөн 1968 йылда уға
Башҡорт АССР-ының
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы бирелде.

Ошо трилогияһының     «Кәмһетелгәндәр», «Уяныу»

Слайд 18 Зәйнәб Биишева - ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе булып «Башҡортостандың халыҡ

яҙыусыһы» тигән оло исем алған шағир, драматург. -Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. -Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. -Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе.
1996 йылда әҙибәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай…

Зәйнәб Биишева - ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе булып «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән оло исем алған шағир,

Слайд 19«Яҙыусының исемен мәңгеләштереү»
Өфөләге Коммунистик урамындағы Зәйнәб Биишева йәшәгән йортта ҡуйылған мемориаль

таҡтаташ һәм Сибай институты алдында ҡуйылған бюст.

«Яҙыусының исемен мәңгеләштереү»Өфөләге Коммунистик урамындағы Зәйнәб Биишева йәшәгән йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ һәм Сибай институты алдында ҡуйылған

Слайд 20Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылындағы йорт-музейы

Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылындағы йорт-музейы

Слайд 21Музей алдындағы бюсы

Мин рухымдың
аҫыл хазинаһын,
илем, һиңә

биреп ҡалдырҙым.
З.Биишева
Музей алдындағы бюсы Мин рухымдың  аҫыл хазинаһын,  илем, һиңә биреп ҡалдырҙым.

Слайд 22Яҙыусы иҫтәлегенә
2008 йылда Башҡортостан республикаһының
«Китап» нәшриәтенә Зәйнәб Биишева исеме бирелде.

Яҙыусы иҫтәлегенә 2008 йылда Башҡортостан республикаһының«Китап» нәшриәтенә Зәйнәб Биишева исеме бирелде.

Слайд 23 ...Теләр инем, гранит ҡая булып,
Ер

өҫтөнә ҡабат тыуырға.
Теләр инем йәшәү ҡаршыһында
Сал башымды эйеп торорға.
...Теләр инем, гранит ҡая булып,   Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға.   Теләр

Слайд 24Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть