Слайд 1Милләтебеҙҙең рухи йондоҙҙо
Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим
Слайд 2Донъяға шәхес тыуа.
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20
октябрендә Башҡортостандың Ҡара Яҡуп волосы, хәҙерге Шишмә районы әлеге Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә, айырыуса Оло инәһе тәрбиәһендә, эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә.
Слайд 3Белем алыу – киләсәккә юл.
Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас,
ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937-1941 йылдарҙа ул- Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
Слайд 4Күп яҡлы талант
Мостай Кәрим - шағир, драматург, прозаик һәм публицист, стилист.
Слайд 5“ Күкрәгемдән ҡоштар осорам…”
«Тәҙрәңде ас та…», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Минең
атым», «Таш өҫтөндәге гөлдәр», «Россиянмын», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Әсәй!», «Тауҙар», «Уңдым», «Ҡоштар осорам», «Һоро турғай», «Имән», «Тимербулат өгөт», «Бабич өнө».
Слайд 6Яҙыусының ижад ҡоштары.
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн
таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Слайд 7РОССИЯНМЫН
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Үҙ еремдә
шулай үҫкәнмен.
Слайд 8Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр
балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Слайд 9Хөрмәтенә күрә хөрмәте
Мостай Кәрим –Башҡортостандың халыҡ шағиры,Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты, СССР дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.
Слайд 10Президентыбыҙ һүҙе.
«… Для поколений башкортостанцев Вы стали гордостью родного края, идеалом
доброты и честности, путеводной звездой в мире литературы, культуры и искусства, лучом света, озаряющим и согревающим сердца людей. Всю свою жизнь Вы посвятили людям и заслуженно снискали всенародную любовь и признание…».
Слайд 11Мәңгелек йыр булып…
Поэзия - «Отряд ҡуҙғалды», «Яҙғы тауыштар», «Мин фронтҡа китәм,
иптәштәр», «Минең атым», «Декабрь йыры», «Үлмәҫбай», «Ҡайтыу», «Ҡара һыуҙар», «Мөхәбәттең дүрт миҙгеле».
Слайд 12Мостай Кәрим театры
Драматургия – «Туй дауам итә», «Янғыҙ ҡайын», «Йырланмаған йыр»,
«Йәйәүле Мәхмүт», « Ҡыҙ урлау», «Дикторға ат бирегеҙ!», «Ай тотолған көндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!».
Слайд 13Бала саҡ темаһы…
Проза – «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Оҙон –
оҙаҡ бала саҡ», «Ауыл адвокаттары», «Ярлыҡау».
Слайд 14Һүҙ оҫтаһы
«Мине әҙәбиәттең социаль үткер булғаны ҡыуандыра, ләкин матур әҙәбиәттән ҡай
саҡ һүҙ матурлығы киткәне борсолдора, сөнки унда ҡоро төшөнсәләре генә ҡалыуы ихтимал.Борсолоуым шунан да: һүҙ бит аралашыу сараһы ғына түгел, ул гүзәлекте, әхләҡлелекте аңлатыр кеше рухының үлсәме, күрһәткесе».
«Һөйөү һәм борсолоу – минең хәсрәтем, булмышым, төп шөғөлөм».
Слайд 15Замандаштары,ҡәләмдәштәре
Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең заманға лайыҡ улы – Мостай… Хәҙер инде әҫәрҙәре сит
илдәрҙә лә юғары баһа алған атаҡлы әҙип…
Мостай Кәрим ижады йәш һәм киләсәк быуын өсөн – юғары өлгө, беҙгә, композиторҙарға иһә, - көйҙәр яҙыу өсөн классик шиғриәт. ( З. Исмәғилов)
Слайд 16Великий мой современник
Я благодарю судьбу за то , что являюсь современницей
великого, без всяких оговорок, поэта, мудрого, такого земного, и такого возвышенного человека, которого зовут Мустай Карим. Который сумел вознестись над мелочным бытом, привнести в театр, в нашу жизнь поэтическое начало, возвышенные страсти и повлиял на формирование художественного кредо Башкирского академического театра, научил, невзирая ни на какие тяготы, романтически воспринимать окружающий нас мир. А этому, наверное, и должно служить искусство.
(Г.Мубарякова)
Слайд 17Мөхәббәт илендә
Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм
миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя булып кәүҙәләнә. Был мөхәббәт донъяһы, мөхәббәтле тормош бөтә осор шиғриәтендә генә түгел, проза һәм драматургияһында ла баҙыҡ төҫмәрләнә. Уларҙа Мөхәббәт культы хакимлыҡ итә, сөнки, автор һүҙҙәре менән әйтәһәк, иң ҡурҡынысы – мөхәббәттән яҙлығыу, мөхәббәттән төңөлөү ул.
( З. Шәрипова).
Слайд 18Ут күршеләрҙән…
Башын ҡырын һалып атлап бара,
Йөҙ йәшәрлек шыршы аҫтарынан.
Ҡарлы таңда тыуған
шиғыр юлы
Башланыр шәреҡ дастанынан.
Слайд 19Хәсән Туфан
Эй, Мостай
Таҡташһыҙ ҙа ҡалған юлдарымда,
Йәлилһеҙ ҙә ҡалған йылдарҙа,
Бик күңелһеҙ
булыр ине миҫә
Һин булмаһаң әгәр донъяла,
Һин булмаһаң…
Ниҙер етмәҫ, бик күп етмәҫ ине
Һин булмаһаң илдә, эй дуҫҡай:
Бар булыуың өсөн рәхмәт һиңә,
Байлыҡ булған өсөн, эй Мостай,
Байлыҡ булған өсөн.
Слайд 20СОБХАНАЛЛА!
Һин, донъяны урап йөрөй торғас,
Ғибрәт, аҡыл йыйып уйыңа,
Хызыр Ильяс һымаҡ киҫәк
кенә
Керҙең беҙҙең ҡунаҡ өйөнә.
Алып керҙең Прометейҙар утын,
Гүзәллеген Айгөл иленең,
Шуҡлыҡ – шаянлығын, сабырлығын
Һәм ғәйрәтен Урал иренең.
Был донъяның аҫыл сифаттары
Мираҫ булһын әле, тигәндәй,
Оло башын кесе итеп шулай
Бер сабыйға башың эйгәндә,
Уйланым мин: яҙмыш тулҡындары
Ҡайҙа илтмәҫ тормош көймәһен?..
Һәм үҙеңә теләк теләнем мин:
- Собханалла! Күҙҙәр теймәһен!
Слайд 21Мостай Кәрим хаҡында китаптар.
Дмитрий Хренков. Мустай Карим.1963.
Ғайса Хөсәйенов. «Халыҡ шағиры Мостай
Кәрим». 1965 й.
Ахияр Хакимов. С веком наравне. 1972.
Вәли Псянчин. «Мостай Кәрим – һүҙ оҫтаһы» 1972 й.
Тимергали Кильмухаметов. Драматургия Мустая Карима. 1979.
Маргарита Ломунова. Мустай Карим. 1988.
Ғайса Хөсәйенов. «Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик.» 1994 й.
Слайд 22Төҙөүсеһе
Өфө ҡалаһы ҡала округының
МБДББУ "123-сө Лицей"ының
башҡорт теле уҡытыусыһы
Ураҡова Нурия Усман ҡыҙы.