“Төлкө менән айыу” әкиәте.
Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.
- Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға маҡтанайым әле, - ти.
Айыу, турғайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.
Төлкө:
Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? – тип һораны, ти.
Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кенә:
- Турғай,-тине, ти.
Төлкө:
Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн ташта ятып йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, - тигән булды, ти.
- Турғай, турғай!..
- Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ
әйтһәң ни була, айыу дуҫ?
Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:
- Тур-ғай! – тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.
Төлкө:
- Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән, тигән булды, ти.
Айыу:
- Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул, - тип һуҡранды, ти.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:
- Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! –тине, ти. - Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот. Һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә
асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.