Слайд 1Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре
Слайд 2 Йөкмәткеһе
I.Инеш.
1. Диалект тураһында төшөнсә.
2. Диалекттарҙы өйрәнеү тарихынан.
3. Башҡорт теленең диалекттары.
II.Төп өлөш.
1.Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре.
III.Йомғаҡлау өлөшө.
Слайд 3
Башҡорт әҙәби теле дөйөм халыҡ телен барлыҡҡа килтергән өс ҙур диалектҡа
нигеҙләнеп формалашҡан: 1) Көнсығыш диалект
2) көньяҡ диалект
3) көнбайыш диалект.
Слайд 4Маҡсатым:
1.Бишауыл – Уңғар ауылына хас диалект үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү;
2. Диалект үҙенсәлектәрен әҙәби
тел менән сағыштырыу;
3. Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре менән танышыу;
4.Башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итеү;
5. Ерле һөйләште һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуынға тапшырыу.
Слайд 5Көньяҡ диалектына
Эйек-Һаҡмар һөйләше, бөрйән һөйләше, урта һөйләш, Дим һөйләше инә.
Слайд 6Көньяҡ диалектының төп билдәләре:
1.Күплек ялғауҙары ике төрлө —
-лар/ -ләр,
ә сонор өндәргә бөткән һүҙҙәрҙән һуң -нар/-нәр формаһында килә (атлар, һыйырлар, ауыллар, илләр, ләкин урманнар, урамнар, көннәр),
Слайд 7
2. Исем, сифат, ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың шул уҡ
тәртиптә
-лыҡ/-лек, -ныҡ/-нек (йыллыҡ, иркеннек), -лы/-ле, -ны/-не (атлы, маллы, ләкин болонно, йүгәнне), ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың -ла/ -лә, -на/ -нә (һаҡла, аңна, тыңна, йүннә һ. б.) формаһында ҡулланыла.
Слайд 8Урта һөйләш үҙенсәлектәре
лт, мт, нт, ңт һәм нк, нҡ, ңҡ,
ңк, мк, мҡ диссимилятив өн ҡушылмалары ҡулланыла: әҙәби телдәге урманда-урманта, урамда- урамта, уңда -уңта, һулда- һулта, таңға- таңҡа, көндөҙ- көнтөҙ, алдым- алтым, һалдым –һалтым тип әйтәбеҙ.
Слайд 9
Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә һөйләү һәм
яҙыу телмәрендә диалект хаталар(фонетик, морфологик һәм лексик ) йыш осрай.
Слайд 10I.Ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары
Үрҙәк - Өйрәк
Сепей,сепеш - Себеш
Ҡантала - Ҡандала
Маллар - Малдар
Атлар - Аттар
Һыйырлар - Һыйырҙар
Ҡаҙлар - Ҡаҙҙар
Баҡа - Тәлмәрйен
Еңкәсәй, күсмәкүс- Ҡамҡа(Божья коровка)
Слайд 11II.Йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек
Бәрәңке
- Картуф
Әлморон - Гөлйемеш
Һарымҫаҡ - Һарымһаҡ
Сөгөндөр - Сөгөлдөр
Тегәнәк - Дегәнәк
Шимешке - Көнбағыш
Уғыҙ - Ыуыҙ
Әпәй - Икмәк
Күкәй - Йомортҡа
Слайд 13IV.Туғанлыҡ терминдары
Әннә,инәй - Әсәй
Әттә, әтәй - Атай
Апа – Апай
Абый, абзый
- Ағай
Еңкә - Еңгә
Нәнәй - Өләсәй
Ҡартатай - Олатай
Инәс, атас - ата-әсәйгә оҡшашлыҡты күрһәтә
Ҡыҙлар - Ҡыҙҙар
Малайлар - Малайҙар
Слайд 14V.Һауыт-һаба
Ҡашыҡ - Ҡалаҡ
Ҡумҡан –Ҡомған
Шәшке – Сынаяҡ
Балҡалаҡ - Сәй ҡалағы
Таба ҡытҡысы
–Табағас
Тәрликә -Тәрилкә
Барник - Сәй бешереү һауыты
Слайд 15VI. Хәрәкәт һүҙҙәр
Апҡайтты - алып ҡайтты
Апарыу - алып барыу
Апсыға -
алып сыға
Әпкитте - алып китте
Әпкилергә - алып килергә
Әпмен - алып мен
Әптөш - алып төш
Әпир - алып бир
Уяңҡы килә - Уяңғы килә
Алты – Алды
Килте - Килде
Һүнте – Һүнде
Буған – Булған
Кигән - Килгән
Ҡаған – Ҡалған
Һаған – Һалған
Тыңна - Тыңла
Слайд 16VII. Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө, билдә атамалары
Пыяла - Быяла
Дүмәр
- Түмәр
Ҡойо - Ҡоҙоҡ
Албар - Аҙбар
Ямҡыр - Ямғыр
Ҡапсыҡ - Тоҡ
Урманныҡ - Урманлыҡ
Башатай - Йөн ойоҡ, ойоҡбаш
Һәҙәп - Төймә
Миллек - Миндек
Күлмәк - Күлдәк
Дән - Тән
Дулҡын - Тулҡын
Батҡыс - Баҫҡыс
Ҡытҡыс - Ҡыҫҡыс
Урамҡа, урамтың - Урамға, урамдың
Слайд 17Иртәңке - Иртәнге
Боронҡо - Боронғо
Һуңҡы - Һуңғы
Ыңҡырсаҡ - Ыңғырсаҡ
Сәңкелдәк - Сәңгелдәк
Дүмәр
- Түмәр
Пальта,пәлтә - Пальто
Матса - Өрлөк
Утырғыс – Ултырғыс
Әрҙәнә - Туралған утын
Урам - Ихата
Юнышҡы - Юнысҡы(тап-топ)
Матай – Мотоцикл
Аяҡ арбаһы - Велосипед
Сәсүргес - Таҫма
Фәрҙә - Пәрҙә(тәҙрә ҡорғаны)
Таҫтымал - Таҫтамал
Мунсаҡ - Муйынсаҡ
Келәшә - Ҡыпһыуыр(плоскогубцы)
Ефәк - Ебәк
Лавка - Магазин
Шүкеш - Сүкеш
Калуш - Галош
Слайд 18VIII. Алмаш
Анта, унта,андый - Унда, ундай
Мынта, мындый - Бында
Һин тә,
мин тә - Һин дә, мин дә
Шундый - Шундай
Слайд 19 ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
Аҙнағолов Р.F. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаhы.
- Өфө, 1991.
Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге.- Өфө, 2002.
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы.- Өфө, 1979, 1980.
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле hәм уның диалекттары. - Өфө, 2000.
Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка.- М., 1979.