Слайд 2
Башҡорттар бик боронғо замандар- ҙан уҡ ағас ҡыуыштарынан
бал алыу, солоҡ соҡоп эшләп, бал ҡорттары аҫрау менән шөғөлләнгән, шифалы кәрәҙле бал менән туҡланған.
Слайд 3
Ата-бабаларыбыҙҙың был шөғөлө солоҡсолоҡ тип атала.
Слайд 4
Солоҡсолоҡ ҡанбабаларҙың ғәҙәти шөғөлө булған.Һәр хужа солоғона үҙ
тамғаһын ҡуйған.Урмандарҙы ҡырҡыу көсәйә башлағас, ер эшкәртеүҙең киңәйеүе һөҙөмтәһендә ҡырағай бал ҡорттары юғала, солоҡ түмәр умарта, рамлы умарта менән алмашына, ҡорт-солоҡ хужалыҡ тармағы үҫеш ала. Хәҙерге ваҡытта солоҡ ҡорто Бөрйән төйәгендә,Шүлгәнташ ҡурсаулығында ғына һаҡланып ҡалған.
Слайд 5Умартасылыҡ
Башҡортостан тәбиғәте умартасы- лыҡты үҫтерергә бик уңайлы.Беҙҙә бының өсөн
баллы үҫемлектәр бик күп.
Слайд 6
бал биреүсе иҫ киткес күп төрлө сәскәләр үҫә, уларҙың 400-ҙән ашыу
төрө бар.
Слайд 7Баллы үҫемлектәр
Егәрле бал ҡорттары балды гөл-емеш, мәтрүшкә, һары
мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, ҡымыҙлыҡ, бә- пембә, юл япрағы, аҡ сәскә, күк сәскәләрҙән йыя.Быларҙан тыш, баҫыуҙарҙа ҡарабойҙай, һоло үләне, көнбағыш үҫә.
Слайд 8
Башҡортостандың күп өлөшө ур-ман менән ҡапланған.Урманда ла бал биреүсе йүкә, тал,
саған ағастары үҫә.
Слайд 9
Сәскәнән сәскәгә ҡунып, ҡорттар татлы һут, һеркә йыя.Улар
һутты – балға, һеркәне – һитәгә әйләндерә. Быларҙан тыш, ҡорт елеме (пропо-лис), ҡорт һөтө (пчелиное молоко) лә кеше өсөн бик кәрәк – уларҙан дарыу яһайҙар.
Слайд 10
Ғөмүмән, ҡанатлы эшһөйәрҙәр ете
шифалы мөғжизә тыуҙыра: бал, ба- лауыҙ, һеркә, ҡорт ағыуы (апиток- син), инә ҡорт һөтө, прополис һәм бал ҡорто торағының хуш еҫе.Улар бөтәһе лә кеше өсөн бик файҙалы.
Слайд 11
Балдың химик составы бик ҡатмар-лы.Башҡорт балында, мәҫәлән, 18
процент һыу, 35 процент виноград шәкәре (глюкоза), 40 процент емеш шәкәре (фруктоза), 2 процент саха-роза, 0,1 процент аҡһым бар.Балда шулай уҡ ферменттар, витаминдар, 20-ләп төрлө аминокислота, аромат-лы матдәләр һәм буяу матдәләре бар.Балдың тәме һәм хуш еҫле булы- уы ла шунан килә.
Слайд 12
Йүкә балы төҫө, таҙалығы, тәме
буйынса иң ҡиммәтлеһе һанала.
Йүкә
сәскә атҡанда, бер бал ҡорто
ғаиләһе көнөнә 10 килограмм сәскә һуты йыя.
Слайд 13
Балды оҙаҡ бөтәшмәгән сей яра, ашҡаҙан-эсәк тракты, тире һәм күҙ
ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулла-налар.Ул матдәләр алмашыныуын , йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.
Слайд 14
Шулай уҡ балдан уникаль косметика әйберҙәре лә эшләп сығаралар.
Слайд 15
Өфөләге «Прополис» йәмғиәте ҡортсолоҡ ниғмәттәрен эшкәртеп, прополис майы, прополис,
бал, һеркә, эликсирҙар, лосьондар, кремдар етештерә
Слайд 16«Күҙ йәшеләй саф һәм гәлсәрҙәй ҡиммәт»…
Бал тураһында
Н.В.Гоголь үҙенең «Вечера на хуторе близ Диканьки» повесында былай яҙа: «Күҙ алдына килтерегеҙ: кәрәҙле балды алып инһәң, өйгә шундай хуш еҫе тара-ла, хатта уның ниндәй еҫ икәнен дә айырып булмай.Ул күҙ йәшеләй саф һәм гәлсәрҙәй ҡиммәт»…
Слайд 17
Башҡорт балы бик күп йылдар инде Башҡортостаныбыҙҙың визит карточкаһы
һәм символы булып йөрөй.
Слайд 18
Ул төрлө халыҡ-ара күргәҙмә-ләрҙә бик күп алтын һәм көмөш
миҙалдар, наградалар яуланы.
Слайд 19
Бөрйән районы Шүлгәнташ ҡурсаулығында бал ҡортона музей төҙөлгән.
Слайд 21
Өфө ҡалаһының Совет майҙанында бал ҡортона биш метрлыҡ һәйкәл
төҙөлгән.Авторы – рәссам Мәзғүт Яппаров.
Слайд 23«Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда»
Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорттары –
Йүкәләрҙән
Һығылып бал тама!
Сәскәләрен һыпырып
сәйгә һалам –
Шау бал булып аңҡый сәйҙәрем.
Йөрәгемдең бар яфаһын йыуа
Уралымдың шифа йәйҙәре.
Рауил Бикбаев