Слайд 1Мәләүез ҡалаһының башҡорт исемле урамдары
Слайд 2Маҡсат:
1.Мәләүез ҡалаһы урамдары исемдәренең барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү.
2. Билдәле шәхестәр тураһында
мәғлүмәт туплау .
3. Исемдәрен мәңгеләштерергә лайыҡлы шәхестәрҙе өйрәнеү.
4. Урамдарҙың исемдәре буйынса тикшереү үткәреү.
Слайд 7Октябрь Революцияһына бәйле урамдар:
К.Маркс,Свердлов,Маяковский,Дзержинский,Киров,Буденный,Цюрупа,Бауман,Якутов,Куй
бышев,СергейЛазо,Катовский,Спиридонов,Михаил Фрунзе,Василий Чапаев,Сыров урамдары һ.б.
1958
йылда Мәләүез ҡала статусын ала. Яңы урамдарҙың исемдәре заводтарға бәйле була, шулай Тимер-бетон урамы, Кирбес, Шахтер, ДОК урамдары барлыҡҡа килә .
Слайд 8 60-cы йылдарҙың уртаһында Пушкин, Толстой, Некрасов, Лермонтов, Тургенев, Гоголь,Островский, ә
башҡорт яҙыусылары, шағирҙары араһынан Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш урамдары барлыҡҡа килә . Башҡорт халҡының милли батыры Салауат исеме Шәкәр ҡасабаһындағы урамға бирелә.
Космонавтарҙың исемдәре лә мәңгеләштерелә: Гагарин, Титов, Комаров
Слайд 9 90-сы йылдарҙа Мәләүез ҡалаһында шәхси йорттарҙан торған яңы урамдарҙың һаны
арта:Сыров,Спиридонов,Вохмин,Кочетков,
Захаров һ.б.
1995 йылда Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайы алдынан билдәле шәхестәребеҙ Һәҙиә Дәүләтшина, Шәйехзада Бабич исеме менән,1996 йылда шағир Баязит Бикбай,шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди исемдәре менән урамдар атала
Слайд 11Кинйә Арыҫланов-— башҡорт старшинаһы, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы.Ул бик ихтирамлы кеше
булған, урыҫ, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән. 1760-сы йылдарҙа Бошман Ҡыпсаҡ ырыуының старшинаһы булған. Ул беренселәрҙән булып, Пугачев яуына ҡушылыусы старшина.
Слайд 12
Салауат Юлаев-башҡорт халҡының милли геройы. Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ.
Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй.
Слайд 13
Мифтахетдин Аҡмулла — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң
атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.
Шәйехзада Бабич- (2.1.1895 — 28.3.1919) — башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт Хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы
Слайд 14Зәйнәб Биишева-— башҡорт яҙыусыһы, шағирә, прозаик, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты; Баязит
Бикбай башҡорт шағиры, прозаик, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Салауат Юлаев» - беренсе милли опера авторы (либретто).
Слайд 15Сәйфи Ҡудаш- - Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Дауыт Юлтый— башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Слайд 16Мостай Кәрим-Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Шәһит Хоҙайбирҙин — революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы.
Слайд 17
Мәжит Ғафури— шағир,башҡорт совет әҙәбиәтенең
классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923),
Һәҙиә Дәүләтшина -башҡорт яҙыусыһы.
Слайд 18Зөбәй Үтәғолов — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.Советтар Союзы Геройы. Белорет районы,Баҡый ауылынан.Һуғышҡа
тиклем ул Мәләүез районы Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә директор булып эшләгән. Хәҙерге ваҡытта был мәктәп уның исемен йөрөтә.Туғайлы микрорайонында 2008 йылда яңы урамға уның исеме бирелгән.
Слайд 19Мөхәмәтша Буранғолов- Башҡортостандың халыҡ сәсәне.
Динис Бүләков— башҡорт яҙыусыһы.Сығышы менән Мәләүез районы Арыҫлан ауылынан.
Слайд 20
Миннетдин Ғилметдин улы Аминов- Мәләүез районы,Һарыш ауылында тыуып үҫкән.Бөйөк Ватан һуғышында
ҡатнашҡан.Советтар Союзы Геройы.Һуғыштан һуң “Ҡыҙыл Маяҡ” колхозында эшләгән. Саҙыҡ Уйылдан улы Сайранов- Мәләүез районы Һыртлан ауылынан.Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Слайд 21Руслан Рәшит улы Булатов –Чечен республикаһында контртеррористик операцияларҙың береһендә һәләк булған.Үлгәндән
һуң “ Батырлыҡ өсөн” ордены менән наградланған.Руслан Булатов әле мин уҡып йөрөгән 4-се урта мәктәптә белем алған. Милиция офицеры булып хеҙмәт иткән.
Слайд 22 Мәләүез ерендә йәшәгән,бәләкәй тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән
һәм исемдәрен мәңгеләштерергә лайыҡлы шәхестәр:
Слайд 23Абдраҡов Фаил Сәлих улы - (1950-2010й.),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
(
1998),композитор. Мәләүез ҡалаһында уның иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр композиторҙарҙың республика кимәлендәге фестиваль үткәрелә.
Слайд 24Комиссаров Фәтҡулла Абдул улы- журналист,БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең
үҙ хәбәрсеһе. Сулпан Иманғолов- шағир,журналист.Ул Ишембай районы,Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған.БР-ның атҡаҙанған хеҙмәткәре,яҙыусылар союзы,журналистар союзы ағзаһы.Башлыса сатира һәм юмор өлкөһендә эшләгән.Шәһит Хоҙайбирҙин (1996й.),Булат Рафиҡов (2001й.) премиялар лауреаты.
Слайд 25Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов –яҙыусы.1935 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.Башҡорт
Дәүләт университетында уҡыған.Күп йылдар уҡытыусы,мәктәп директоры,сельсовет председателе ла булып эшләгән. 1990 йылда ул Мәләүез ҡалаһына күсеп килә.Республика баҫмаһында уның күп шиғырҙары,хикәйәләре донъя күрә.Уның әҫәрҙәре айырым китаптарҙа нәшер ителә.Йәш быуынды тәрбиәләүгә ул күп көс һала.
Слайд 26Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы- яҙыусы,шағир һәм журналист. Мәләүез ҡалаһының маҡтаулы гражданины.
Слайд 27Йәшәгән урамың кем исемен йөрөткәнен беләһеңме?
58% кеше үҙҙәре йәшәгән урам исемдәре
тарихы тураһында бөтөнләй белмәйҙәр.
42% ниндәйҙер кимәлдә мәғлүмәт бирә алды.
Слайд 28 Һәр кем был донъяла ниндәйҙер булһа ла эҙ ҡалдырып китә.
Ул эҙҙәр кешенең эшендә,тормошонда сағыла. Билдәле яҙыусылар, шағирҙар,фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, батырҙарҙың эҙҙәре иң сағыуылыр. Исемдәрен мәңгеләштерергә лайыҡлы булғандар бик күп. Тыуған ерендә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың исемдәре Мәләүез урамдарының исемендә ғорур яңғырарға тейеш ,тигән фекерҙәмен.