Ай
- Ҡара әле, көндөҙөн дә
Ниңә Ай сыҡҡан, апай? –
Тип һорай ҡустым аптырап,
Эргәмдән атлай – атлай.
Әлләсе, - тигән булам мин, -
Аңлат әле һин миңә,
Үҫкәнмен, куп беләм, тиһең,
Көндөҙ Ай сыҡҡан ниңә?
Ҡарап торҙо – торҙо ла ул;
Ә, беләм, апай, - тине. –
Илебеҙҙе көндөҙ ҙә ул
Күрмәк булғандыр инде.
Йондоҙҙар
Төн караңгы, күктә ай юҡ,
Бары йондоҙҙар яна.
Урмандар һәм яландар тын,
Ел дә туҡтаны, ана.
Бөтә донъя тынып ҡалган,
Бар тәбиғәт төш күрә,
Тик һансы йондоҙҙар йокламай,
Ник улар гына уяу?...
Уларҙың төнгө эштәре –
Ерҙе нур менән буяу.
Хәлисә МӨҘӘРИСОВА,
Башҡорт дәүләт университете студентҡаһы
http://pedsovet.su
Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.
Email: Нажмите что бы посмотреть