Слайд 1Ноғман Мусин
Тәбиғәтте һаҡлау
Слайд 2Бирелгән күнегеүҙә төшөп ҡалған хәрефтәрен әйтегеҙ, тәржемә итегеҙ:
Тәбиғәтте һаҡлау -
б...тә кеш...нең бурысы. Ошо маҡсат менән урм...нд...рҙы иҫәпһеҙ ҡырҡыу, й...лғ... һәм күлдәрҙә ау менән балыҡ тотоу, урм...ндарҙа ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү тыйыла. Йәш а...астар ул..ыртыр өсөн саралар күреү - кешел..рҙең бурысы. Бындай ...штәрҙә уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы мотлаҡ.
(Н.Мусин)
Слайд 3Бирелгән күнегеүҙә төшөп ҡалған хәрефтәренең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, ни өсөн был хәрефтәрҙе
ҡулланыуығыҙҙы аңлатығыҙ:
Тәбиғәтте һаҡлау - бөтә кешенең бурысы. Ошо маҡсат менән урмандарҙы иҫәпһеҙ ҡырҡыу, йылға һәм күлдәрҙә ау менән балыҡ тотоу, урмандарҙа ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү тыйыла. Йәш ағастар ултыртыр өсөн саралар күреү - кешеләрҙең бурысы. Бындай эштәрҙә уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы мотлаҡ.
(Н.Мусин)
Слайд 4Рефлексия
Эште үтәгәндә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ?
Ҡайһы һүҙҙәрҙә хәрефтәрҙе бер ауырлыҡһыҙ ҡуйҙығыҙ? Ни
өсөн?
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 5Әйҙәгеҙ, экологик сәйәхәткә!
Почитайте условия!
Слайд 6Экологик сәйәхәттең станциялары
Беҙҙең мәктәп
йылғалар
тауҙар
урмандар
яландар
Ял майҙансығы
Слайд 7«Беҙҙең мәктәп» станцияһы
Бирелгән эш биремен үтәгеҙ!
Эште уңышлы атҡарыусы, экологик сәйәхәткә
сығырға рөхсәт алыр.
Слайд 8Яҙыусының биографияһын уҡығыҙ, тәржемә итегеҙ:
Ноғман Сөләймән улы Мусин
Ноғман
Сөләймән улы Мусин
1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Үҙенең ауылында 7 класты тамамлай. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай. Һәм үҙенең мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. Ике йылдан һуң, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.
Слайд 9Ноғман Мусин институтты тамамлай һәм Маҡар мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй
башлай. 1951 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, тыуған ауылы мәктәбендә, «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһында, «Китап» нәшриәтендә эшләй. БДУ-ны тамамлай. Ул БАССР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 2001 йылда Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Ноғман Мусин төплө фекерле яҙыусы. Уның тиҫтәләгән әҙәби әҫәрҙәренең тематикаһы- экология, мәңгелек тәбиғәт, урман...
Слайд 10
Һорауҙарға яуап бирегеҙ:
Н.Мусин кеүек бөйөктәрҙең исемдәре халыҡ телендә мәңге онотолмаһын өсөн
кешеләр ни эшләргә тейеш?
Ниндәй яҙыусыларҙың исемдәрен Өфө урамдары йөрөтә?
Яҙыусылар исеме менән тағы ниндәй урындарҙы беләһегеҙ?
Фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ.
Слайд 11Рефлексия
Эште үтәгәндә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ?
Тәржемә эшендә ниндәй ауырлыҡтар тыуҙы? Ни өсөн?
Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе дәфтәрегеҙгә яҙып алығыҙ.
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 12«Йылғалар» станцияһы
Бирелгән эш биремен үтәгеҙ!
Эште уңышлы атҡарыусы, экологик сәйәхәттең киләһе
станцияһына юлланырға рөхсәт алыр.
Слайд 13Бирелгән һүрәттәргә ҡарап һөйләгеҙ.
Слайд 15Йылға-күлдәрҙе нисек һаҡлап ҡалырға һуң?
Үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
Слайд 16Рефлексия
Эште үтәгәндә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ?
Эш биремен үтәгәндә ниндәй тойғолар уянды?
Үҙегеҙгә баһа
ҡуйығыҙ.
Слайд 17«Тауҙар» станцияһы
Бирелгән эш биремен үтәгеҙ!
Эште уңышлы атҡарыусы, экологик сәйәхәттең киләһе
станцияһына юлланырға рөхсәт алыр.
Слайд 18Бирелгән проблеманан сығыу юлдарын эҙләгеҙ!
Үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ, проект төҙөгөҙ..
Слайд 19…“Сода” булырға тейеш!”, “Сода” йәшәргә тейеш!” тигән саҡырыуҙар йыйылыусыларҙың маҡсатын аныҡланы.
Йәнәһе, Европала һәм илдә яндырылған сода, таҙартылған натрий бикарбонаты етештереүсе берҙән-бер предприятиены сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе әлегәсә хәл ителмәгән. Митингка йыйылыусылар шихандарҙа геологик тикшеренеү алып барыу өсөн уларҙан тәбиғәт ҡомартҡылары статусын алыуҙы һорап сығыш яһаны. Сеймал етешмәй тип, ҡаланы ғына түгел, илде көнкүрештә бик кәрәкле продукция менән тәьмин иткән ҙур предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыу мөмкин түгел, тигән фекерҙә улар…
Слайд 22Рефлексия
Эште үтәгәндә ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ? Торатау ҡайһы районда?
Эш биремен үтәгәндә ниндәй
тойғолар уянды?
Ни өсөн Торатауҙы Башҡортостан кендеге тип йөрөтәләр? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 23«Ял майҙансығы» станцияһы
Ял итеп алайыҡ!
Слайд 24Түңәрәккә баҫайыҡ,
Етәкләшеп алайыҡ,
Тотоп алған күбәләкте,
Иреккә осорайыҡ!
Алып килгән ризыҡтарҙан
Матур
табын ҡорайыҡ!
Ашап-эсеп алайыҡ,
Артыбыҙҙан йыяйыҡ!
Көрәк алып, соҡор ҡаҙып,
Ергә күмеп ҡуяйыҡ!
Әле беҙҙең ярҙамға
Күп нәмәләр мохтаж бит,
Хәлдәребеҙҙе туплап,
Тағы юлға сығайыҡ!
Слайд 26Сағыштырығыҙ!
Ял иткән урындарҙа сүп-сар ҡалыуында кем ғәйепле?
Слайд 27Рефлексия
Ял майҙансығында ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
Тәбиғәт алдында яуаплы икәнеңде һиҙҙеңме?
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 28«Яландар» станцияһы
Бирелгән эш биремен үтәгеҙ!
Эште уңышлы атҡарыусы, экологик сәйәхәттең киләһе
станцияһына юлланырға рөхсәт алыр.
Слайд 29Тексты тәржемә итегеҙ
Регина сәскәнән сәскәгә ҡунған төрлө төҫтәге күбәләктәрҙе баҫтырҙы.
Инде йүгереп туйғас, береһенән-береһе матур сәскәләрҙе ҡосағына һыймаҫлыҡ итеп йыйҙы. Сәскәләр илап: «Өҙмә инде, зинһар, беҙҙең ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа, ҡояшта йәшәгебеҙ килә...»-тип ялбарҙылар... Регина аптырауға ҡалды...
Слайд 30 Шул саҡ ҡыҙарышып бешкән еләктәр телгә килде: «Беҙҙе өҙ, ҡыҙыҡай!
Беҙҙән файҙа булыр, исмаһам...»-тине улар. Регина ҡулындағы гөлләмәне ергә ташланы ла, өлгөргән еләктәрҙе йыйырға тотондо...
Слайд 31Һорауҙарға яуап бирегеҙ
Регинаның хатаһы нимәлә?
Һеҙ ни эшләр инегеҙ?
Сәскәләр теле тигәнде нисек
аңлайһығыҙ?
Яланда үҙеңде нисек тоторға кәрәк?
Һүрәт нимәне аңлата?
Слайд 32Рефлексия
Эш биремен үтәгәндә ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
Ниндәй экологик проблемалар хәл ителергә тейеш?
Фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 33«Урмандар» станцияһы
Бирелгән эш биремен үтәгеҙ!
Эште уңышлы атҡарыусы, экологик сәйәхәттең киләһе
станцияһына юлланырға рөхсәт алыр.
Слайд 34Хикәйәне тасуири уҡығыҙ, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
Ҡайын
-Өкө, мине ҡорттар кимерә, сирләйем, тумыртҡаны
саҡыр, -ти ҡайын.
-Саҡырмайым. Миңә өң кәрәк. Сере! –ти өкө.
-Сысҡан, тумыртҡаны саҡыр әле. Ине ҡорттар кимерә, сирләйем, -ти ҡайын.
-Саҡырмайым! Сере! Сереһәң, миңә тамырың ҡалыр!-ти сысҡан.
Слайд 35-Ел-ел, тумыртҡаны саҡыр, зинһар! Мине ҡорттар кимерә... Үләм...-ти ҡайын.
Ел ҡайынды
йәлләй. Тумыртҡаны саҡыра. Тумыртҡа килә лә, ҡорттарҙы сүпләй. Ҡайын терелеп китә. Ел шатлана...
Слайд 37Рефлексия
Эш биремен үтәгәндә ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
Ниндәй экологик проблемалар хәл ителергә тейеш?
Фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 38Экологик сәйәхәт ахырына ла яҡынлашты...
Беҙ мәктәпкә кире ҡайтайыҡ!
Слайд 39Бирелгән һүҙҙәрҙе күп нөктәләр урынына дөрөҫ итеп ҡуйығыҙ!
Урман - беҙҙең милли
... , ғорурлығыбыҙ. ... 40 процент самаһы ере ... менән ҡапланған. Шулай ҙа ул төпһөҙ байлыҡ түгел. ... урмандарҙың ... ҡырҡып бөтөрөлгән. Шуға ла бөгөн ағас ... –беҙҙең бурыс. (Н.Мусин)
Һүҙҙәр: яртыһы, Башҡортостандың, ултыртыу, беҙҙең, байлығыбыҙ, урман.
Слайд 40Ир –егеттең өс төп бурысы тураһында ла әйтеп китәйек!
Йорт һалыу
Ир бала
тәрбиәләү
Ағас ултыртыу
Слайд 41Бөгөнгө көн гражданинының тәбиғәт алдындағы бурыстарын һанап китегеҙ
Слайд 42Рефлексия
Эш биремдәрен үтәгәндә ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?
Ниндәй проблемалар килеп тыуҙы? Фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
Ҡайһы
эш төрҙәрен еңел үтәнегеҙ? Ҡайһы эш төрҙәренә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк тип уйлайһығыҙ?
Һеҙҙең өсөн яңылыҡтар булдымы?
Үҙегеҙҙең дәрестәге эшегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Слайд 43Өйҙә (бирелгән өлгө-картина буйынса) инша, видеояҙма, фоторепортаж йә һүрәт төшөрөп килергә
Слайд 45Һау булығыҙ!
Төҙөнө:
Юлмөхәмәтова Люция Ишморат ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы 130-сы
мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.