Слайд 2Фәнни-тикшеренеү эшемдең актуаллеге.
Хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә
теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу.
Слайд 3Фәнни-тикшеренеү эшемдең маҡсаты был йолаларҙы асыҡлау һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡының төп
йолаларын өйрәнеү, уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү; уҡыусыларға исемдәрҙең мәғәнәһенең мөһимлеген аңлатыу; уҡыусыларҙа үҙ исемдәренә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хисе, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү; халҡыбыҙҙың үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәгенә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Слайд 4Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен
ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай әле.
Яны тыуған сабыйға—киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы гражданинына — исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы-аһәңы, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Слайд 5I Бүлек. Балаға исем ҡушыу йолалары
Борон-борондан hәр әҙәми
зат бер-береhенә өндәшеү ысулын – Исемде уйлап сығарған. Исем ҡушыу башҡортта мөhим йолаларҙың береhе. Бөтә йолалар араһында иң төп урынды алып торған йола булараҡ, балаға исем ҡушыу йолалары менән танышып үтәйек.
Слайд 6 Йүргәк исеме.
Бала тыуғас та, кендек инәһе тарафынан исем
ҡушыла. Борон баланы исемһеҙ бер көн дә, хатта сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамаған. Әгәр исемһеҙ һалһаң, ен-бәрейҙәр алмаштыра. Был саҡта бала зәғиф була, йә үлә. Шуға күрә кендек инәһе баланы йүргәккә төрә лә: ”исемең шулай булһын!” тип, ҡолағына ҡысҡырып әйтә. Был “йүргәк исеме” йәки “тәүге” тип атала.
Слайд 9Ысын исем.
Ысын исем ҡушҡанда, борон мулла аҙан әйтә торғайны.
Аҙан ҡысҡырғанда, сабыйҙың ҡолағына:
Ата-инәңә шәфҡәтле бул,
Олоға кесе бул,
Кесегә оло бул.
Уң ҡолағына – аҙан,
Һул ҡолағына – исеме! – тиҙәр.
Балаға аҙан менән исем ҡуштырмаһаң, үлгәс, ата-инәһен танымай, ти.
Слайд 11Миңле исем
Тыуған сағында бала миңле булмаҫҡа мөмкин. Өс-дүрт аҙна
үткәс, тәнендә ҡыҙыл миңдәр барлыҡҡа килә. Миң аҙып китмәһен тип, баланың исеменә “миңле” һүҙе өҫтәйҙәр. Мәҫәлән: “Зилә” булһа – “Минзилә”, тип йөрөтәләр.
Ғүмерле исем.
Бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн исем ҡушҡанда, шул теләктәрҙе исемгә лә һалғандар: Ғүмерҙаҡ (Ғүмере оҙаҡ), Ғүмер, Тимерйән, Тимерғәли, Йәнбикә.
Слайд 13 Уртаҡ исемдәр.
Ен-шайтан алмаштырмаһын өсөн сабыйға (ул ҡыҙмы, малаймы-барыбер
Фәрүәз, Йондоҙ, Алмаз кеүек исем ҡушалар. Ен йә шайтан килә лә:
Был бала малай микән, ҡыҙ микән? – тип аптырай ҙа ҡала, ти.
Үрсем туҡтатҡыс исемдәр.
Әгәр ҙә берәйһенең балалары күбәйеп китһә, Туҡтабикә, Туҡтағол кеүек исемдәр ҡушырға кәрәк. Шунан ни башҡа бала булмай.
Слайд 14Эт исеме ҡушыу.
Ҡайһы бер кешенең балаһы тормай: тыуып тора,
үлеп тора. Быға ҡаршы шундай әмәл тапҡандар. Яңы тыуған баланы этаяҡҡа (эткә аш бирә торған һауытҡа) һалалар.
Ниңә баланы этаяҡҡа һалғандар тигәндә, уның мәғәнәһе былай: Ен, шайтан, бәрей кеүек заттар эттән ҡурҡа. Баланы этаяҡҡа һалғас, уға эт еҫе һеңә.
Слайд 15Исем яңыртыу.
Бала “ҡырҡы” сыҡмаҫ борон бик ныҡ илаһа, уны
йә ауырый, йә исеме оҡшамай, тигәндәр. Баланы өшкөртөп, “бөтөү” яҙҙырып алғандар ҙа, шуны түшенә ҡаҙағандар. Унан һуң да илауынан туҡтамаһа, исемен алмаштырғандар. Ҡабаттан исем ҡушҡандар.
Слайд 16II Бүлек.
Хәҙерге заманда балаға исем ҡушыу йолаһы
Хәҙерге
заманда балаға исем ҡушыу йолаһы тантаналы рәүештә ауыл клубында үткәрелә. Был турала алдан бөтә халыҡ белеп тора. Сөнки матур итеп яҙылған белдереү эленә. Унда кемдәрҙең балаларына исем ҡушыласағы әйтелә.
Билдәләнгән көндө яңы тыуған балалары булған ата-әсәләр байрамға йыйыла.
Слайд 17Хәҙерге заманда балаға исем ҡушыу йолаһы
Йолалар араһында иң
төп йола булараҡ, исем туйы тыуғандан һуң 3-сө йәки 40-сы көндө үткәрелгән. Исем туйына туғандарҙы, күршеләрҙе, дуҫтарҙы саҡырғандар.
Слайд 24Исемдәрҙең мәғәнәһе һәм әһәмиәте.
Бала тыуа... Донъяға яңы кеше килә.
Баланың донъяға килеүе беҙҙең йәмғиәттә уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә. Балаға исемде ата-әсәһе ҡуша. Күп ата-әсәләр балаға исемде алдан уйлап, ололар, туғандары менән кәңәшләшеп ҡуша. Исем һайлағанда уның ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы – яҡшы мәғәнәле булыуы, башҡортса-русса әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә алына .