Презентация, доклад на тему 9 класта башҡорт теленән Стилдәрҙең тормошта ҡулланылышы темаһына дәрес презентацияһы

Содержание

Башҡорт теленең стилдәреЙәнле һөйләү стилеМатур әҙәбиәт стилеПублицистик стильФәнни стильРәсми (эш ҡағыҙҙары) стилеХаттар стиле

Слайд 1Стилдәрҙең тормошта ҡулланылышы

Стилдәрҙең тормошта ҡулланылышы

Слайд 2Башҡорт теленең стилдәре
Йәнле һөйләү стиле
Матур әҙәбиәт стиле
Публицистик стиль
Фәнни стиль
Рәсми (эш ҡағыҙҙары)

стиле
Хаттар стиле
Башҡорт теленең стилдәреЙәнле һөйләү стилеМатур әҙәбиәт стилеПублицистик стильФәнни стильРәсми (эш ҡағыҙҙары) стилеХаттар стиле

Слайд 31. Стилдәрҙең ваҡытлы матбуғатта ҡулланылышы
«Башҡортостан» гәзите
«Даирә» гәзите
«Ағиҙел» журналы
«Ватандаш» журналы
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы
«Аманат»

журналы
1. Стилдәрҙең ваҡытлы матбуғатта ҡулланылышы«Башҡортостан» гәзите«Даирә» гәзите«Ағиҙел» журналы«Ватандаш» журналы«Башҡортостан ҡыҙы» журналы«Аманат» журналы

Слайд 4«Йәншишмә» гәзите
«Йәшлек» гәзите
«Аманат» журналы
«Аҡбуҙат» журналы
«Тамаша» журналы

«Йәншишмә» гәзите«Йәшлек» гәзите«Аманат» журналы«Аҡбуҙат» журналы«Тамаша» журналы

Слайд 52. Яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадында стилдәрҙең ҡулланылышы
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Роберт Байымов
Ғайса Хөсәйенов
Ирек Кинйәбулатов


Тимерғәле Килмөхәмәтов

2. Яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадында стилдәрҙең ҡулланылышыМөхәмәтсәлим ӨмөтбаевРоберт БайымовҒайса Хөсәйенов Ирек Кинйәбулатов Тимерғәле Килмөхәмәтов

Слайд 6Ниндәй уртаҡлыҡ берләштерә?
Әҙип
Ғалим
Публицист
Йәмәғәт эшмәкәре
Райондаштар

Ниндәй уртаҡлыҡ берләштерә?ӘҙипҒалимПублицистЙәмәғәт эшмәкәреРайондаштар

Слайд 71. Бер нисә көндән һуң Туннами Хисаметдин эштән ҡайтып тирләп-бешеп сәй

эсеп алды ла ауылдағы Ғиниәт ҡустыһына хат яҙырға ултырҙы. “Иҫәнме, туғаным Ғиниәт!”- тип башлаған хатын ҡалалағы төрлө хәбәрҙәр менән тултыра төшкәс, Хисаметдин ҡапыл ғына ҡустыһын шелтәләүгә күсте. “Һин бына минең һүҙҙәргә бик үк ҡолаҡ һалып барманың, һанһынмайыраҡ ҡыландың, шуның менән үҙеңдең наҙанлығыңды нығыраҡ күрһәттең… Һис юғында, ана, Моратша председателегеҙҙән өйрәнер инең. Ул кешене баһалай белә, йыраҡтан күрә: файҙалы иҫкәртеүҙәрем өсөн әле кисә лә унан рәхмәт хаты алып уҡыным…”
Хисаметдин үҙ мутлығынан үҙе кинәнеп бер аҙ рәхәт йылмайып ултырҙы-ултырҙы ла башлаған хатын дауам итте: “Ғиниәт туғаным, онотоп торам икән әле. Теге бүләккә бирелгән бульдог көсөктәр килтерергә тейеш ине. Балаларын әрәм-шәрәм итмәй тор. Үҙем ҡайтҡас, дуҫ-иштәргә таратырмын…”
Р. Байымов. “Һирәк профессия кешеһе” хикәйәһенән.
-Ниндәй стиль менән эш ителә?
-Хисаметдинға автор ыңғай ҡараштамы, киреме?
- Ундай кеше менән дуҫ йәки иптәш булыр инегеҙме?

1. Бер нисә көндән һуң Туннами Хисаметдин эштән ҡайтып тирләп-бешеп сәй эсеп алды ла ауылдағы Ғиниәт ҡустыһына

Слайд 82. Ҡарт башҡорттар, азиялылар кеүек үк, йәштәргә йондоҙҙар хаҡындағы легендаларҙы төшөндөрәләр.

Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе- үҙ сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү. Был нәмәләр аҙ уҡымышлы халыҡта оло ихтирам менән һаҡлана, ә шәриғәт менән мауығыусылар быға вайымһыҙ ҡала килә.
М. Өмөтбаев. “Башҡорттар” мәҡәләһенән.
-Нимәгә өндәй мәғрифәтсе?
- Нимә менән риза, нимәнән ҡәнәғәт түгел?

2. Ҡарт башҡорттар, азиялылар кеүек үк, йәштәргә йондоҙҙар хаҡындағы легендаларҙы төшөндөрәләр. Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ:

Слайд 93. Бына 12-се быуаттар. Ҡыпсаҡтар дәүләте дәүере. Боронғо күсәбә ата-бабаларыбыҙ

бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, табындар Аҙау диңгеҙенән Тын йылға буйҙарынан алып Ҡара диңгеҙҙе яғалай төньяҡлап Дунай һыуынаса икһеҙ-сикһеҙ ҡыпсаҡ яландарында йәшәмештәр. Ғәрәп сәйәхәтселәре, Дешт-и- Ҡыпсаҡ тип атаған Ҡыпсаҡ дәүләтен төҙөмөштәр. Шуларҙан Башҡорт, Бөнәк хандар башҡорт ырыуҙары биләр Аҙау, Ҡара диңгеҙҙең Днепр һыуынаса ҙур олоҫоноң дәүләт башлыҡтары. Башҡорт хан урыҫ кенәздәре менән кейәү. Ҡоҙағый булышып бөткән. Ҡәрҙәше изяслав Давыдович кенәзгә ярҙамға 1158 йылда 20 меңлек башҡорт ғәскәрен алып килгән. Улар бергәләп 1161 йылда Киев ҡалаһын яулап алғандар.
Ғ. Хөсәйенов. “Ҡанлы илле биш” романынан.
- Өҙөк ниндәй стилгә ҡарай?
- Илебеҙ тарихының ҡайһы осорон һүрәтләй?
- Ниндәй фекергә киләбеҙ?

3.  Бына 12-се быуаттар. Ҡыпсаҡтар дәүләте дәүере. Боронғо күсәбә ата-бабаларыбыҙ бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, табындар Аҙау диңгеҙенән Тын

Слайд 104. Һин- заманға
Һин ваҡытҡа һәйкәл,
Һине шулай ваҡыт күтәрҙе.
Ҡайғыларҙан

көйгән ергә һәйкәл
Ҡалҡытты ер, һөйөп күктәрҙе…
…Һәйкәл булып баҫтың азатлыҡҡа,
Һәйкәл булып баҫтың хаҡлыҡҡа,
Һин һәйкәлһең ерҙә берҙән-бергә –
Һин һәйкәлһең яугир халыҡҡа!
И. Кинйәбулатов. “Салауат һәйкәле” шиғыры.
- Салауат һәйкәле арҡылы шағир ниндәй мөһим проблемаларҙы күтәрә?

4.   Һин- заманғаҺин ваҡытҡа һәйкәл, Һине шулай ваҡыт күтәрҙе.Ҡайғыларҙан көйгән ергә һәйкәлҠалҡытты ер, һөйөп күктәрҙе……Һәйкәл

Слайд 115. - Һемм, - тине Томан, мәғәнәле генә итеп, -

аҙашҡанда гел бер урында өйөрөлдөрә ул, һин шуны бел. Бер ваҡыт шулай Инйәр аша аръяҡҡа сығырға кәрәк. Михайла белештә йомош бар ине. Томан һыу өҫтөнән ята. Кәмәне ағым үренә байтаҡ ер һөйрәп апарҙым да төшөп киттем. Ағымға ҡаршы тартып әй ишәм, әй ишәм. Бер мәлде кәмә ҡырсынға килеп төртөлдө. Һикереп төштөм. Кәмәне тартып, ярға күтәрелдем. Яр башындағы өйҙөң күтәрмәһенә килеп баҫтым да томан таралғансы бынау урыҫҡа кереп торайым әле тип, ишек шаҡыйым. Эстә кемдер йөрөй. “Хәзәйен домамы?”- тигән булам. Тауыш ишетелә: “маяныҡы урыҫса незнай”. Мин әйтәм: “Томан ходит. Аткырой”. Теге ҡысҡыра: “Ухаҙи. Әтеү муклашка дам.”
Т. Килмөхәмәтов. “Берәҙәк” хикәйәһенән.
-Был өҙөк ниндәй стилгә миҫал?
- Ниндәй һүҙҙәр аша быны беләбеҙ?

5.  - Һемм, - тине Томан, мәғәнәле генә итеп, - аҙашҡанда гел бер урында өйөрөлдөрә ул,

Слайд 123. Үҙебеҙ стилдәрҙе нисек ҡулланабыҙ?
Көндәлек телмәрҙә
Фәнни-практик эштәрҙә
Әҙәби ижадта
Дәрестәрҙә

3. Үҙебеҙ стилдәрҙе нисек ҡулланабыҙ?Көндәлек телмәрҙәФәнни-практик эштәрҙәӘҙәби ижадтаДәрестәрҙә

Слайд 134. Үҙ-үҙебеҙҙе тикшерәбеҙ
1. Бер үк хеҙмәттә бер нисә стиль булыуы мөмкинме?
2.

Башҡортостан башлығы Р. Хәмитовтың Указы ниндәй стилгә ҡарай?
3. «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып…» ҡобайырын прозаға әйләндерһәгеҙ, ниндәй стилдәр менән эш итер инегеҙ?
4. Әҫәрҙә бер диалектҡа хас һөйләү үҙенсәлеге төҫмөрләнә. Был осраҡта ниндәй стиль иҫкә төшә?
5. Ниндәй стиль әҙәби жанрҙың формаһын билдәләй?
4. Үҙ-үҙебеҙҙе тикшерәбеҙ1. Бер үк хеҙмәттә бер нисә стиль булыуы мөмкинме?2. Башҡортостан башлығы Р. Хәмитовтың Указы ниндәй

Слайд 146. Ниндәй стиль журналистиканың бер тармағын билдәләй?
7. Шәжәрәләргә ниндәй стиль хас?
8.

Закондар ниндәй стилгә ҡарай?
9. Радио-телевидение һауа торошо хаҡында мәғлүмәт еткерә. Был ҡайһы стиль?
10. Сәсәндәр эшмәкәрлегенә ниндәй стиль үҙенсәлектәре хас?

6. Ниндәй стиль журналистиканың бер тармағын билдәләй?7. Шәжәрәләргә ниндәй стиль хас?8. Закондар ниндәй стилгә ҡарай?9. Радио-телевидение һауа

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть