Презентация, доклад по музыке на тему Салават Юлаев

САЛАВАТ ЮЛАЕВ – Башҡорт халыҡ геройы.Салауаттың бала һәм үҫмер сағы 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районына

Слайд 1БАШҠОРТ ТЕЛЕ САЛАВАТ ЮЛАЕВ – Башҡорт халыҡ геройы.
Гизатуллин Ильгиз Муса улы

БАШҠОРТ ТЕЛЕ САЛАВАТ ЮЛАЕВ – Башҡорт халыҡ геройы.Гизатуллин Ильгиз Муса улы

Слайд 2САЛАВАТ ЮЛАЕВ – Башҡорт халыҡ геройы.
Салауаттың бала һәм үҫмер сағы 1754 йылдың

16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра.
САЛАВАТ ЮЛАЕВ – Башҡорт халыҡ геройы.Салауаттың бала һәм үҫмер сағы 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө

Слайд 3Атаһы Юлай Аҙналин 1765 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм

үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм урыҫ телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында әсәһенең белемле ҡатын булыуы әйтелә һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған Көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр ,йәштәштәре менән үҫмер сағында ,туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған
Атаһы Юлай Аҙналин 1765 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында

Слайд 41771—1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән

батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара. 1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә.
1771—1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән

Слайд 51774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының

төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтиласылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.
1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе

Слайд 62 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла.

Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе[14] янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын ала[15]. 5 июндә «Пётр III» — Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә[16]. Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яралана.
2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә

Слайд 7Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән

етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановка заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново ауылы янындағы алышта ҡатнаша.
Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау

Слайд 8Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да

Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә[18] ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потемкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением». Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановка заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.
Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм

Слайд 9Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы

тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла. Тотҡонда 1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына[21] (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамалана. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.
Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы

Слайд 10Мағлүмәттәр алынды; Мирас Иҙелбаев китабынан «Юлай улы Салауат” Өфө 1991-1993йылдар.Әлнисә Кәримова

(Салауат батыр – ил курке) Өфө – 2003й.
Мағлүмәттәр алынды; Мирас Иҙелбаев китабынан «Юлай улы Салауат” Өфө 1991-1993йылдар.Әлнисә Кәримова (Салауат батыр – ил курке) Өфө

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть