Слайд 2Ҡышлаусы ҡоштар - зимующие птицы
Ҡарға - ворона
Күгәрсен - голубь
Һайыҫҡан - сорока
Турғай
- воробей
Ҡарабаш турғай - синица
Ҡыҙылтүш - снегирь
Ҡор - тетерев
Һуйыр - глухарь
Сел- рябчик
Тумыртҡа - дятел
Слайд 3ҠЫШЛАУСЫ ҠОШТАР
Ҡыш.Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар һырынтылары.Урман тып-тын,ул уйға сумған төҫлө.Ҡар аҫтында
һығылған ағастар әкиәттәге кеүек булып ҡалғандар.
Ғинуар беҙҙең яҡта бик ҡаты була,һалҡындар хатта 40градустан да уҙып киткеләй.Ыжғыр буранлы көндәр күп.Ел һыҙғыра,олой,ҡоторона,ләкин ул ҡапыл туҡтай.Һыуыҡ йомшара,тағы ла тынлыҡ урынлаша.
Тәжрибәле натуралист һәр саҡ ҡарҙа ҡышҡы йән эйәләренең эҙҙәрен таба.Бына ҡар өҫтөндә дегәнәк баштары туҙҙырылған,бында ҡарабаш турғайҙар ем эҙләгән.
Слайд 4
Сел,һуйыр,ҡор кеүек ҡоштар сатлама һыуыҡтар үткәнен тәрән ҡар эсендә көтәләр.Тик һайыҫҡан,ҡарға,турғайҙар
ғына көслө һыуыҡтарға бирешмәйҙәр,улар кеше йәшәгән урындарға яҡыныраҡ киләләр.Сөнки бында аҙыҡ табыуы еңелерәк уларға.Поляр өкөһө төньяҡта йәшәй,ә ҡышын беҙгә күсеп килә.
Башҡортостанда 70-тән артыҡ ҡош ҡышлай.Һеҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышлай?Уларға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ?
Слайд 5ҠАРҒАЛАР
АЛА ҠАРҒА
Парлашып йәки күмәкләшеп йәшәйҙәр. Суҡышы, башы, түше ҡойроғо һәм ҡанаттары
ҡара, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡуйы һоро төҫтә. Ҡара ҡарғанан ҡауырһындарындағы һоро төҫө менән айырыла.
ҠАРА ҠАРҒА
Ала ҡарғалай, ғәҙәттә, күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»
Слайд 6КҮГӘРСЕНДӘР
Күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған, күберәк күкшел, күк йәки аҡ төҫтәге, ҙур бөрләтәүле
гөрләй торған ҡош. Ҡанат оҙонлоғо 20—27 см, ауырлығы 200—650 г.
Слайд 7ҺАЙЫҪҠАН
Ҡарғалар төрөнән булған, оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм
ҡойроғо йәшкелт-ҡара; ҡорһағы, яуырындары аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлай йәки «ҡыйййҡ-ҡыйййыҡ» тип ҡысҡыра. Һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ, ултыртылған урман һыҙаттарында, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. Ваҡ йәнлектәр, ашлыҡ бөртөктәре, орлоҡ һәм емештәр менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып бер, аҙ зыян итә.
Слайд 8ТУРҒАЙ ҺЫМАҠТАР
Ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы ҡоштарҙы берләштергән, 5 400 төрҙө берләштергән,
иң ҙур ҡоштар отряды. Турғай һымаҡтар йәшәү рәуеше, тереклек шарттары, ем табыу ысулы яғынан күп төрлө. Бөтә донъяға таралғандар.
----------
ТУРҒАЙ
Әсәй ергә ем һипкән,
Бер турғай килеп еткән.
Бәләкәс турғай еңел,
һикереп йөрөй ул гел.
Сүпләгән саҡта емде,
Тотоп ҡарағым килде.
Бигерәк йомшаҡтыр инде,
Үҙе ҡурҡаҡтыр инде.
һуҙған инем ҡулымды,
Аңламаны уйымды
— Пыр-р-р итеп осоп китте,
Күңелһеҙ булып китте.
©️Гүзәл Ғәлиева
Слайд 9ҠАРАБАШ ТУРҒАЙ
Төрлө урмандарҙа йәшәй. Турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм түшенән ҡорһағы
аша ҡойроҡ аҫтына үткән һыҙыҡ ҡара. Сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Кәүҙәһенең аҫты ике яҡлап һары. Башҡа ҡарабаш турғайҙарҙан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙыл һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Слайд 10ҠЫҘЫЛТҮШ
Яҙғыһын һәм йәйгеһен парлашып, көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын туп булып йөрөйҙәр. Ылыҫлы
һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Ҡышҡа беҙҙә ҡалалар, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйҙәр. Киң генә таралған. Ағаста оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы аҡһыл зәңгәр 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.
Слайд 11ҠОР
Үҫемлек менән, бөжәктәр һәм ҡусҡарҙар менән туҡлана торған, атаһы ҡара төҫтә
һәм ҡойроғо айыры, инәһе һоро сыбар төҫтә булған, аулау өсөн мөһим эре ултыраҡ ҡош; тауыҡтар ғаиләһенә ҡараған эре ҡыр ҡошо; ҡыр тауығы.Йәшәү урыны — ҡайын урмандары, ҡырҡындылар, урман аҡландары
Слайд 12ҺУЙЫР
Атаһын ҡара һуйыр, инәһен буҙлаҡ тип тә исемләйҙәр. Ҙурлығы ҡаҙҙай. Ата
ҡоштоң башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрәне ҡанаттары, ҡойроғо аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән; түше йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара; ҡабырғалары ҡара таплы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Инә ҡош ерәнһыу буҙ, ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Слайд 13СЕЛ
Бәләкәй тауыҡҡа оҡшаған. Башында бүрке бар. Ерҙән көслө пырхылдап күтәрелә. Йыш
ҡына ағасҡа ҡуна. һырты ҡара һы¬ҙыҡлы һорғолт көрән, ҡорһағы эре көрән таплы аҡһыл һоро. Яурындары ерән. Муйынының ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә...