Мин – уҡытыусы.
Минең исемем бөтәгеҙгә таныш,
Ғорурланып әйтәм – Уҡытыусы!
Бала күңелендә илгә, ергә,
Үҙ теленә һөйөу уятыусы.
Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,
Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм
Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.
Беҙ башлаған изге һуҡмаҡтарҙан
Өҙөлмәһен бала эҙҙәре.
Яңғырап торһон көмөш ҡыңғырауҙар,
Балҡып торһон сабый күҙҙәре.