Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1936 йылда тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый,
1937—1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыш бөткәнсе фронтта була. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.
1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, ете ай госпиталдә ята. Төҙәлеп сыҡҡас, ул хәрби журналист сифатында фронт газеталарында эшләй. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румьшияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша.
Еңеү көнөн —1945 йылдың 9 майын ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары әсән ул I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша.
Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы председателе булып эшләне,
1962 йылдың майында РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайланды. Мостай Кәрим оҙаҡ йылдар буйы тыныслыҡ яҡлыларҙың Башҡортостан бүлеге председателлеген алып барҙы.
Халҡы, совет әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре өҫөн ул Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Халыҡтар дуҫлығы», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде.
1963 йылда уға Башҡортостан халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелде.
Мостай Кәрим К- С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан республикаһы премияһы лауреаты.
1972 йылда М. Кәримгә русса сыҡҡан «Йылдар әҙенән» («Годам вослед») тигән шиғырҙар йыйынтығы әсән СССР Дәүләт премияһы бирелде.
1978 йылда рус телендә сыҡҡан «Хәбәр көтәм» («Жду вестей») тигән китабы әсән Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом тапшырылды. 1979 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелде. 1984 йылда «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре әсән Ленин премияһына лайыҡ булды.
2005 йылда вафат була.