Слайд 1
Тау башында минең Өфөм тора,
Аҡ бәхеткә һәйкәл шикелле.
(Д.Булгакова)
Слайд 2Тиҙәйткес
Тау буйындағы урманда
Тумыртҡа туҡылдата
Туҡ-туҡ-туҡ, тумыртҡа,
Туҡылдатып ултырма.
Слайд 4Ун туғыҙынсы ғинуар
Класс эше
Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары.
Өфө буйлап сәйәхәт.
Слайд 5 Өфө - Башҡортостан республикаһының баш ҡалаһы. Өфө
республикабыҙҙың урта өлөшөндә, Ҡариҙел, Дим йылғалары Ағиҙелгә килеп ҡушылған ерҙә, урынлашҡан. Йәше дүрт быуаттан ашып китһә лә, ул һаман үҫә, матурлана, йәшәрә бара. 1586 йылда уҡ ҡала дәрәжәһен ала. 1980 йылда уның халҡы бер миллиондан артып китә.
Ҡаланың урамдары һәм майҙандары – үҙе бер тарих. Уларҙа халыҡтың үткәне, бәхет, ирек өсөн көрәше сағыла.
Слайд 6Өфө ҡалаһының гербы
Ҡалҡандың уң яҡ өлөшө - зәңгәр төҫтә. Ул Башҡортостандың
баш ҡалаһын уратып алған тәбиғәт матурлығын, Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары һыуын символлаштыра.
Һул өлөшө - ал төҫтә. Геральдика закондарына ярашлы, ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ символы булып тора. Гербтың берҙән-бер төп фигураһы булып янып торған ҡара күҙле һәм телен уңға һәлендереп йүгереп барыусы көмөш һуҫар һүрәте тора.
Слайд 18Һүҙлек эше.
Баш ҡала- столица; “Дуҫлыҡ “ монументы- монумент дружбы; Салауат
Юлаев һәйкәле- памятник Салавату Юлаеву; китапхана-библиотека; юл-путь; длинною- оҙонлоғо менән; километр- саҡрым, теҙген-вожжи, суйын- чугун, бейеклек- высота, ҡамсы- нагайка, хеҙмәтләндерә-обслуживает.
Слайд 20...Ил нәфрәте уны утта ҡойған,
Ил йәштәре уны һуғарған.
Ҡарарға ине батыр күҙҙәренә,
Ҡылысын
ул ҡындан һурғанда....
(Р.Бикбаев)
тәүге театр тамашалары 1772 йылда барлыҡҡа килгән. 1919 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең тыуыуы тураһында хәбәр итә. 1930 йылда Республика рус театры асыла. 1998 йылда уға “академия” тигән юғары исем бирелә. Опера һәм балет театры 1938 йылда эшләй башлай. Өфөлә тағы Ҡурсаҡ театры, Милли йәштәр театры, “Нур” татар дәүләт театры бар.
Слайд 25 Рус дәүләт академия драма театры
Слайд 26Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры
Слайд 28Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры
Слайд 32Башҡорт Республикаһының Ә.Вәлиди исемендәге милли китапханаһы
Слайд 33
Башҡорт Республикаһының Ә.Вәлиди исемендәге милли китапханаһы.
Был китапхана 1921 йылдың 2
июнендә эшләй башлай. Ул иң бай китапханаларҙан иҫәпләнә. Китапхана эшләй башлаған саҡта 17600 китап булған. Хәҙер унда өс миллиондан ашыу китап бар. Был китапхананың уҡыу залдары бик матур, иркен, яҡты. Китапханаларҙан тыш гәзит-журналдар бүлеге бар. Был залда теләгән гәзит-журналыңды алып уҡырға мөмкин. Китапхананың Республика үҫмерҙәр китапханаһы, Республика балалар китапханаһы тигән филиалдары ла эшләй. Китапхана йылына 100 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтлендерә.
Слайд 34 Юғары уҡыу йорттары.
Өфөлә юғары уҡыу
йорттары бик күп. Башҡорт дәүләт университеты Фрунзе урамында, Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡаланың үҙәгендә, Өфө дәүләт нефть техник университеты Черниковка биҫтәһендә, Башҡорт дәүләт медицина университеты Пушкин урамында, Башҡорт дәүләт педагогия университеты Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан.
Слайд 35Өфө дәүләт авиация техник университеты
Слайд 36Өфө дәүләт авиация техник университеты
Слайд 37Башҡорт дәүләт медицина университеты
Слайд 38 Өфө дәүләт нефть техник университеты
Слайд 40Тест һорауҙарына яуаптар
1. Өфө ҡалаһы ниндәй йылға буйында урынлашҡан? а)Ағиҙел, б)
Һаҡмар, в) Дим.
2. Өфө ҡалаһы нисәнсе йылда ҡала дәрәжәһен ала? а)1586, б)1574, г)1773.
3.Милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә? а)М.Кәрим, б)М.Аҡмулла, в)Р.Ғарипов
4. Шиғыр нисек атала һәм авторы кем?
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары. а) Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм –баш ҡалам”, б) М.Кәрим “Россиянмын”, в) Н.Дәүли “Өфө ни өсөн матур?”
5. С.Юлаев һәйкәленең бейеклеге күпме? а) 9,8 м, б) 21,6 м, в) 25,6 м.
6. “Дуҫлыҡ” монументы нисәнсе йылда асылған? а) 1960 й., б) 1961 й., в) 1965й.
7. Элек Өфө ҡалаһы нисек аталған? а) Таш ҡала, б) Имән ҡала, в) Бәләкәй ҡала.
8. Ә.Вәлиди исемендәге Республика китапханаһы ҡасан эшләй башлаған? а)1932, б) 1931, в) 1921.
9. Республика милли китапханаһы эшләй башлағанда күпме китап булған? а)19360, б)18000, в)17600.
10. Өфөлә бөтәһе нисә театр бар? а)7, в)8, в)6
11. Өфөлә бөтәһе нисә юғары уҡыу йорттары бар? А)9, б) 15, в) 10.
Слайд 41 Гүзәл Өфөм – баш ҡалам.
Тау башында балҡый
бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары...
... Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Күргән һайын һине шатланам,
Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!