Презентация, доклад по башкирскому языку Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары

Содержание

УралУрал – тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә, ризыҡҡа ифрат бай илаһи ер, иҫ киткес күркәм, хөр төйәк.

Слайд 1Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары
Башҡорт теленән
проект эше
Башҡарҙы:
Физико-математик факультетының 1-се курс ЗПОМОИТС-11-16

төркөмө талибы
Федоров Сергей
Башҡортостандың тәбиғәт ынйыларыБашҡорт теленән проект эшеБашҡарҙы: Физико-математик факультетының 1-се курс ЗПОМОИТС-11-16 төркөмө талибы Федоров Сергей

Слайд 2Урал
Урал – тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә, ризыҡҡа ифрат

бай илаһи ер, иҫ киткес күркәм, хөр төйәк.
УралУрал – тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә, ризыҡҡа ифрат бай илаһи ер, иҫ киткес күркәм,

Слайд 3Урал
Урал – Европа менән Азия сиктәрендә ятҡан, Карск диңгеҙенән Ҡаҙағстан ерҙәренә

тиклем 2000 саҡрымдан ашыуға һуҙылған, киңлеге – 40-60, урыны менән 150 саҡрымға еткән армыт-армыт уралып ятҡан тауҙар иле.
Урал – йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла.
Төньяҡ Уралда – тау тундыраһы, көньяҡтараҡ – тау-тайга урмандары.
Урал атамаһы тураһында фараздар байтаҡ, күп хеҙмәттәр яҙылған, мәгәр әлегәсә аныҡ фекергә киленмәгән.
Урал	Урал – Европа менән Азия сиктәрендә ятҡан, Карск диңгеҙенән Ҡаҙағстан ерҙәренә тиклем 2000 саҡрымдан ашыуға һуҙылған, киңлеге

Слайд 4Ағиҙел
Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай туғайҙа,
Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа.
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы
Йәнгә рәхәт, тәнгә

ҙур файҙа.
АғиҙелАғиҙелкәй ҡайҙа, ай туғайҙа,Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа.Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһыЙәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.

Слайд 5Ағиҙел
Ағиҙел – Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы, Каманың уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо 1420

км, бассейнының майҙаны 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала.
Ағиҙел – Башҡортостандың һыу юлы.
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлап торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салаут, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещенск, Бөрө ҡалалары урынлашҡан
Ағиҙел	Ағиҙел – Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы, Каманың уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо 1420 км, бассейнының майҙаны 141900 км2. Көмөштәй

Слайд 6Ирәмәл
Ирәмәле, Ирәмәл, Ирәмәлкәй... Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең изге төйәге Көньяҡ Уралда, башҡорт илендә Ямантауҙан

ҡала иң бейек, йәмле һәм ғәжәп тау!
ИрәмәлИрәмәле, Ирәмәл, Ирәмәлкәй... Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең изге төйәге Көньяҡ Уралда, башҡорт илендә Ямантауҙан ҡала иң бейек, йәмле һәм ғәжәп

Слайд 7Ирәмәл
Иҙел башында, йәғни Белорет, Учалы райондары биләмәләре сиктәрендә күккә ашып торған

ике түбәле ифрат ҙур тау ул. Оло Ирәмәлдең бейеклеге – 1582, Кесе Ирәмәлдең – 1449 м. Көньяҡ-көнбайыш тарафтан төньяҡ-көнсығышҡа – 12 саҡрымға, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 саҡрымға һуҙылған.
Ирәмәлкәй тауҙың тәбиғәте ғәжәп үҙенсәлекле.
Ирәмәл – ауыҙ-тел ижадында данланған, йәшәү, рух сығанағы булған изге ер.
Ирәмәл	Иҙел башында, йәғни Белорет, Учалы райондары биләмәләре сиктәрендә күккә ашып торған ике түбәле ифрат ҙур тау ул.

Слайд 8Яйыҡ
Урал – эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа данланған, тарихи йылъяҙмаларҙа теркәп ҡалдырылған йылға. Ҡанбабаларыбыҙ

биргән атамаһы – Яйыҡ.
ЯйыҡУрал – эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа данланған, тарихи йылъяҙмаларҙа теркәп ҡалдырылған йылға. Ҡанбабаларыбыҙ биргән атамаһы – Яйыҡ.

Слайд 9Яйыҡ
Урал (Яйыҡ) йылғаһы Башҡортостандың Учалы районында Уралтау теҙмәләренең Уйташ (урыҫтар Круглая

Сопка тип атай) тауы буйыннан башланып, Каспий диңгеҙенә барып ҡоя. Ул Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Уральск, Гурьев өлкәләре һәм Ҡаҙағстан ерҙәренән ағып үтә. Дөйөм оҙонлоғо – 2345 саҡрым, шул иҫәптән Башҡортостан ерендә – 165 саҡрым; бассейнының майҙаны 220 мең км2.
Яйыҡ	Урал (Яйыҡ) йылғаһы Башҡортостандың Учалы районында Уралтау теҙмәләренең Уйташ (урыҫтар Круглая Сопка тип атай) тауы буйыннан башланып,

Слайд 10Ямантау
Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар булмаған,
Килеп аяҡ баҫмаған
(Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем

белмәгән),
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
ЯмантауБорон-борон борондан, Кеше-маҙар булмаған,Килеп аяҡ баҫмаған(Ул тирәлә ҡоро ерБарлығын һис кем белмәгән),Дүрт яғын диңгеҙ уратҡанБулған, ти, бер

Слайд 11Ямантау
Көньяҡ Уралдағы иң бейек һырттар—Оло Ямантау түбәһе диңгеҙ кимәленән 1642 м,

ә Кесе Ямантау түбәһе — 1510 м бейеклектә. Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған мәғрүр ҙә, серле лә был тауҙар төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа даға рәүешендәрәк теҙелеп-һуҙылып киткән һәм тайга зонаһында ята. Ике иң бейек түбә аралығы киң генә тигеҙлектән ғибәрәт, ул тигеҙлек тә диңгеҙ кимәленән 1300 м юғары.

Ямантау	Көньяҡ Уралдағы иң бейек һырттар—Оло Ямантау түбәһе диңгеҙ кимәленән 1642 м, ә Кесе Ямантау түбәһе — 1510

Слайд 12Өргөн күле
Өргөн күле исеме, ихтимал, монголса киң мәғәнәһендәге «оргон» тигән

һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, сағыштырып ҡараһаң, башҡорт телендәге «иркен» һүҙе лә шул уҡ мәғәнәне аңлата бит.

Өргөн күле Өргөн күле исеме, ихтимал, монголса киң мәғәнәһендәге «оргон» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, сағыштырып ҡараһаң, башҡорт

Слайд 13Өргөн күле
Ландшафты яғынан иҫ киткес үҙенсәлекле был күл үҙенең мөһабәтлеге менән

хайран ҡалдыра. Өргөн күле Учалы станцияһынан 6 саҡрым алыҫлыҡта. Ул оҙонса формала булып көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Күлдең оҙонлоғо — 4, киңлеге — 2,5 саҡрым. Төньяҡ- көнбайыш яғы һай, тәрәнлеге 2—4 метрҙан артмай. Был урындар һары ҡамыштар, ялпаҡ екәндәр менән ҡапланған, һыу төбөнә йәшел еп һымаҡ буй-буй булып ылымыҡтар түшәлгән. Көньяҡ өлөшөндә уртаса тәрәнлек 5—7 м.

Өргөн күле	Ландшафты яғынан иҫ киткес үҙенсәлекле был күл үҙенең мөһабәтлеге менән хайран ҡалдыра. Өргөн күле Учалы станцияһынан

Слайд 14Ар ташы
Иҙел башында йәшәүселәр был ҡаяны Арса ташы тип тә йөрөтә.

Уның килеп сығышын башҡорт телендәге «арса» (ваҡ япраҡлы, алһыу күк сәскәле ҡыуаҡ) һүҙе менән дә бәйләргә булалыр.
Ар ташыИҙел башында йәшәүселәр был ҡаяны Арса ташы тип тә йөрөтә. Уның килеп сығышын башҡорт телендәге «арса»

Слайд 15Ар ташы
Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта,

ята ул данлыҡлы Ар ташы. Эзбизташтан торған был мөһабәт ҡая хәтфәләй йәшеллек менән тирәсләнгән, бейеклеге 25—30 м. Ситтән ҡарағанда, ул ташҡа әүерелгән ҙур кеҫәрткене хәтерләтә. Уның һоро мүк менән ҡапланған таш «тәне» ниндәйҙер шом да, сер ҙә һаҡлай кеүек.
Был тарихи таш тураһында төрлө риүәйәттәр йөрөй.
Ар ташы	Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта, ята ул данлыҡлы Ар ташы. Эзбизташтан

Слайд 16Шүлгәнташ
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит)

буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә.
ШүлгәнташШүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы

Слайд 17Шүлгәнташ
Был мөһабәт мәмерйә Бөрйән төбәгендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡорт

дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 м. Мәмерйә аша ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Күк күл, унан ағышын дауам иткән Шүлгән ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
Шүлгәнташ	Был мөһабәт мәмерйә Бөрйән төбәгендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.	Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән

Слайд 18Инйәр
Бер ҡарағанда, ул ысынлап та ялбыр яллы аҫауға оҡшап китә. Ҡая

исеменең дә легендаһы бар башҡортта: йәнәһе, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып ошонда килеп ҡыҫырыҡланған ҡара айғыр ят ҡулдарға эләкмәҫ өсөн түбәнгә ташланған...
ИнйәрБер ҡарағанда, ул ысынлап та ялбыр яллы аҫауға оҡшап китә. Ҡая исеменең дә легендаһы бар башҡортта: йәнәһе,

Слайд 19Инйәр
Инйәрҙең оҙонлоғо 305 саҡрым самаһы. Кесе Инйәр «ағаһына» ҡушылғанға тиклем 109

саҡрым юл үтә. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Асҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2 булған.
Белорет — Шишмә тимер юлын төҙөгәндә Инйәргә айырыуса ҙур зыян яһалды.
Инйәр	Инйәрҙең оҙонлоғо 305 саҡрым самаһы. Кесе Инйәр «ағаһына» ҡушылғанға тиклем 109 саҡрым юл үтә. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу,

Слайд 20Мауҙҙы (Яҡтығүл)
Бер юлы өс исем менән йөрөй ул. Таҙа, тоноҡ һыулы

булғаны өсөн халыҡ Яҡтыгүл тип йөрөтә. Ә борондан һаҡланып ҡалған икенсе исеме — Мауыҙлы (Мауыҙҙы), йәғни Аждаһалы.
Мауҙҙы (Яҡтығүл)Бер юлы өс исем менән йөрөй ул. Таҙа, тоноҡ һыулы булғаны өсөн халыҡ Яҡтыгүл тип йөрөтә.

Слайд 21Мауҙҙы (Яҡтығүл)
Яҡтыгүл Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 саҡрым

алыҫлыҡта ята. Һыу запасы буйынса был күл Асылыгүл һәм Ҡандрагүлдән ҡала өсөнсө урында тора, майҙаны 8 км2 самаһы, иң тәрән урыны 28—30 метрға етә. Күл Ер ҡабығында барған үҙгәрештәр, ҡуҙғалыштар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, һыуы сөсө. Тәрән ерҙәре ҡалынлығы 70 сантиметрға еткән сапропель менән ҡапланған.

Мауҙҙы (Яҡтығүл)	Яҡтыгүл Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 саҡрым алыҫлыҡта ята. Һыу запасы буйынса был

Слайд 22Ирендек
Оло маҡтауға лайыҡ, исеме йырҙарҙа данланған мәғрүр тауҙарҙың береһе — Ирәндек

тауы.
Ирәндек тауының мәғрүрлеген, хозур­лығын, мөһабәтлеген халыҡ борон-борондан шулай ихлас күңелдән маҡтап йырлаған.

ИрендекОло маҡтауға лайыҡ, исеме йырҙарҙа данланған мәғрүр тауҙарҙың береһе — Ирәндек тауы.Ирәндек тауының мәғрүрлеген, хозур­лығын, мөһабәтлеген халыҡ

Слайд 23Ирендек
Ирәндек Таналыҡ менән Быҙаулыҡ йылға­һы ҡушылған ерҙән Оло Ҡыҙылға тиклем Баймаҡ,

Әбйәлил, Хәйбулла райондары буй­лап 110 саҡрымға һуҙылған. Абсолют бейеклеге — 987 метр.
Ирәндек буйҙарында тәбиғәт шарттары ифрат ҡырҡыу.
Ә Ирәндектең көнсығыш итәгендәге Яман­таш ҡаяһынан сығып, Төйәләҫкә ҡойоусы йылғасыҡтан һикәлтәле урында барлыҡҡа килгән Ғәҙелша шарлауығы — үҙе бер мөғжизә.
Ирендек	Ирәндек Таналыҡ менән Быҙаулыҡ йылға­һы ҡушылған ерҙән Оло Ҡыҙылға тиклем Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары буй­лап 110 саҡрымға

Слайд 24Һаҡмар
Башҡорттоң быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған оло тарихының шаһиты ул Һаҡмар.
Ата-бабаларҙың аҡ тирмәләр

ҡороп, өйөр- өйөр йылҡылар әйҙәп йөрөгән замандарын да күргән, башҡорт иленең һөйөнөстәрен дә, хәсрәттәрен дә кисергән.
ҺаҡмарБашҡорттоң быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған оло тарихының шаһиты ул Һаҡмар.Ата-бабаларҙың аҡ тирмәләр ҡороп, өйөр- өйөр йылҡылар әйҙәп йөрөгән

Слайд 25Һаҡмар
Көньяҡ Уралдың ҡайын-ҡарағайҙар менән ҡапланған һыртынан, мәғрүр ҡаяларҙың еләҫ ышығынан юлын

башлай Һаҡмар. Ул Баш­ҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары аша үтеп Ырымбур өл­кәһенә барып сыға һәм Урал йылғаһына ҡоя. Оҙонлоғо 760 саҡрым, шуның 348-е Башҡорт­останға тура килә. Күренеүенсә, Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә.
Һаҡмар	Көньяҡ Уралдың ҡайын-ҡарағайҙар менән ҡапланған һыртынан, мәғрүр ҡаяларҙың еләҫ ышығынан юлын башлай Һаҡмар. Ул Баш­ҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ,

Слайд 26Талҡаҫ
Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәренә инеп ҡалған Талҡаҫ күлен Башҡортостан карталарына ғәҙәттә

төшөрмәйҙәр: бә­ләкәй иҫәпләнелә.

ТалҡаҫБашҡорт легендалары һәм риүәйәттәренә инеп ҡалған Талҡаҫ күлен Башҡортостан карталарына ғәҙәттә төшөрмәйҙәр: бә­ләкәй иҫәпләнелә.

Слайд 27Талҡаҫ
Уның оҙонлоғо 4, киңлеге 1 саҡрым сама­һы. Иң тәрән урыны —

12 м, уртаса тәрәнле­ге 4,5 м. Бындағы һыу күләмен 15,8 миллион кубометр тип билдәләйҙәр.
Барлыҡҡа килеше буйынса Талҡаҫ Асылыгүл, Ҡандрагүл, Яҡтыгүл, Өргөн кеүек үк, тектоник сығышлы.
Күлдең уртаһында, көнбайыш ярға яҡыныраҡ, кескәй генә утрау бар.
Талҡаҫ	Уның оҙонлоғо 4, киңлеге 1 саҡрым сама­һы. Иң тәрән урыны — 12 м, уртаса тәрәнле­ге 4,5 м.

Слайд 28Таналыҡ
Ирәндеккэй тауым, ай, йәйләүем,
Ташлап китер йәйләү инеме?
Таналыҡҡай һыуым, ай, Яйығым,
Ташлар ғына

һыуым инеме?

ТаналыҡИрәндеккэй тауым, ай, йәйләүем,Ташлап китер йәйләү инеме?Таналыҡҡай һыуым, ай, Яйығым,Ташлар ғына һыуым инеме?

Слайд 29Таналыҡ
Яйыҡ оҙонлоҡтары 10 километрҙан ашҡан 800-ҙән күберәк йылға һыуҙарын үҙенә йыя.

Ҡушылдыҡтары араһында Төйәләҫ (урыҫса уны нишләптер Худолаз тип йөрөтәләр), Урғаҙа (уны ла Уртазымка тип кәмһетәләр), Ҡыҙыл (төҫөнә күрә түгел, баһаһына ҡарап ҡушылған исем) һымаҡтары байтаҡ. Данлы Һаҡмар менән сабыр холоҡло Таналыҡ — иң ҙур ҡушылдыҡтары.
Баймаҡ, Хәйбулла райондары буйлап 225—232 км юл үтә.

Таналыҡ	Яйыҡ оҙонлоҡтары 10 километрҙан ашҡан 800-ҙән күберәк йылға һыуҙарын үҙенә йыя. Ҡушылдыҡтары араһында Төйәләҫ (урыҫса уны нишләптер

Слайд 30Дим
Башҡа башҡорт йылғалары кеүек үк, Дим дә шиғриәтебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙың ал­тын бишеге.

Күк Иҙелде данлап (элек баш­ҡорттар уны Күгиҙел тип тә йөрөткән), күпме йырҙар, күпме аҫыл ижад өлгөләре тыуған.

ДимБашҡа башҡорт йылғалары кеүек үк, Дим дә шиғриәтебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙың ал­тын бишеге. Күк Иҙелде данлап (элек баш­ҡорттар уны

Слайд 31Дим
Дим Башҡортостандың Федоровка районынан Дөйөм һырттың төньяҡ битләүҙәренән башланып, көньяҡ тарафҡа

юл ала, унда Ырымбур өлкәһенең Шырлыҡ, Матвеевка, Пономаревка райондары ерҙәренән урап үтеп Бишбүләк районына килеп керә. Ошонан ул бормаланып-бормаланып төньяҡҡа ағып китә. Йылғаның оҙонлоғо 556 саҡрым, диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 200—400 метр, бассейнының майҙаны — 12800 км2.


Дим	Дим Башҡортостандың Федоровка районынан Дөйөм һырттың төньяҡ битләүҙәренән башланып, көньяҡ тарафҡа юл ала, унда Ырымбур өлкәһенең Шырлыҡ,

Слайд 32Асылыгүл
Башҡортса Аҫлыкул — «ике төплө күл», Аҫылкул — «матур күл» була

тип тә фараз ҡылғандар.
АсылыгүлБашҡортса Аҫлыкул — «ике төплө күл», Аҫылкул — «матур күл» була тип тә фараз ҡылғандар.

Слайд 33Асылыгүл
Асылыгүл Башҡортостандың урман-далалы ерендә, Дәүләкән төйәгендә йәйрәп ятҡан иң ҙур күл.

Уның буйы – 8, киңлеге 5 км, өҫкө йөҙөнөң майҙаны 23,5 км2.
Күлдең борон Ҡаратабын куле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған.
Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас тигән ата­малар әүәл Асылыгүл буйында ҡарағастар үҫ­кәнен аңғарта.

Асылыгүл	Асылыгүл Башҡортостандың урман-далалы ерендә, Дәүләкән төйәгендә йәйрәп ятҡан иң ҙур күл. Уның буйы – 8, киңлеге 5

Слайд 34Еҙем
Елмерҙәктең көнсығыш итәктәренән, уның иң бейек тубәһе (диңгеҙ кимәленән 909 м)

тапҡырҙарынан башлана һоҡланғыс Еҙем йылғаһы һәм көньяҡҡа ҡарай сәфәр сыға.
ЕҙемЕлмерҙәктең көнсығыш итәктәренән, уның иң бейек тубәһе (диңгеҙ кимәленән 909 м) тапҡырҙарынан башлана һоҡланғыс Еҙем йылғаһы һәм

Слайд 35Еҙем
Өс район — Белорет, Ғафури, Архангель райондары буйлап аға Еҙем, юлда

үҙенә байтаҡ эреле-ваҡлы тау йылғаларын эйәртә. Бассейнының майҙаны ошо быуат баштарын­да 3300 км2, оҙонлоғо 215 км тәшкил итһә, хәҙер иһә 2400 км2 һәм 205 км.
Елмерҙәк һәм Алатау һылыуы Еҙем әлегә иң таҙанан иҫәпләнә. Был йәһәттән ул Баш­ҡортостандағы беренсе төркөм йылғалар (Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш, Ағиҙел үре) рәтенә индерелгән, йәғни шул көйөнсә лә эсергә яраҡлылар иҫәбендә.

Еҙем	Өс район — Белорет, Ғафури, Архангель райондары буйлап аға Еҙем, юлда үҙенә байтаҡ эреле-ваҡлы тау йылғаларын эйәртә.

Слайд 36Торатау
...Торатауҙың итәгендә торам,
Оса болот ҡанат тигеҙен.
Әрлән һымаҡ заман ер ҡорттары
Кимерәләр

тазы нигеҙен.
…Итәгендә торам Торатауҙың,
Күгем бөтөп бара тишелеп.
Һин дә ауһаң, терәктәре бөтөп
Төшөр һымаҡ йыһан ишелеп.

Торатау...Торатауҙың итәгендә торам,Оса болот ҡанат тигеҙен.Әрлән һымаҡ заман ер ҡорттары Кимерәләр тазы нигеҙен.…Итәгендә торам Торатауҙың,Күгем бөтөп бара

Слайд 37Торатау
Торатау башҡаларҙан алыҫтараҡ, көньяҡ- тараҡ ята. Ул шихандар араһында иң бейеге

— абсолют бейеклеге 402 м. Итәге һөҙәк, ләкин юғары күтәрелгән һайын ул текәрәк була бара, ә түбәһе йомро тигеҙлек менән тамамлана. Тауҙың буйы — 1,2 саҡрым, киғҫтеге — 800 м. Көнбайыш һәм көньяҡ- көнбайыш битләүҙәрендә мәмерйәләр бар.

Торатау	Торатау башҡаларҙан алыҫтараҡ, көньяҡ- тараҡ ята. Ул шихандар араһында иң бейеге — абсолют бейеклеге 402 м. Итәге

Слайд 38Күперле шарлауғы
Башҡортостанда егермеләп шарлауыҡ иҫәпләнә. Баймаҡ районындағы Ғәҙел­ша (Ибраһим), Белореттағы Атыш,

Ишембай­ҙағы Ҡуҡрауыҡ — киң билдәлеләрҙән.
Күперле шарлауғыБашҡортостанда егермеләп шарлауыҡ иҫәпләнә. Баймаҡ районындағы Ғәҙел­ша (Ибраһим), Белореттағы Атыш, Ишембай­ҙағы Ҡуҡрауыҡ — киң билдәлеләрҙән.

Слайд 39Күперле шарлауғы
Мәләүез районындағы Күперле шарлауығы ла бәләкәй генә, бейек тә түгел...
Уның

бейеклеге 52 м, һыуы иһә хәтәр күп, шарлауы әллә нисәмә саҡрымдарға ишетелә икән.
Күперле күперенең оҙонлоғо 35, киңлеге 4, аҫылмалы өлөшөнөң оҙонлоғо 10 м тәшкил итә. Йылғанан 16 м бейеклектә.
Күперле шарлауғы	Мәләүез районындағы Күперле шарлауығы ла бәләкәй генә, бейек тә түгел...	Уның бейеклеге 52 м, һыуы иһә хәтәр

Слайд 40Ҡотоҡ мәмерйәләре
Был ер аҫты мәмерйәләре төрлө тәрәнлектәге ҡоҙоҡтар менән башлана.
Уларҙың исеме

лә, ҡоҙоҡ һүҙенең ерле һөйләштәге рәүешенән, Ҡотоҡ мәмерйәләре тип аталған.
Ҡотоҡ мәмерйәләреБыл ер аҫты мәмерйәләре төрлө тәрәнлектәге ҡоҙоҡтар менән башлана.Уларҙың исеме лә, ҡоҙоҡ һүҙенең ерле һөйләштәге рәүешенән,

Слайд 41Ҡотоҡ мәмерйәләре
Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм төҙөлөшө төрлөсә. Беренсеһе ике залдан торһа, ҡалған­дары

йә тар лабиринт, йә коридорҙар менән тоташҡан галереялар рәүешендә. Шахта ти­бындағыһы ла бар. Оҙонлоҡтары 144 метрҙан 1500 метрға тиклем.
Сумған — Ҡотоҡ мәмерйәләре араһында иң ҙуры. Дөйөм оҙонлоғо 8 саҡрым самаһы, тәрәнлеге 150 метрға етә.
Ҡотоҡ мәмерйәләре	Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм төҙөлөшө төрлөсә. Беренсеһе ике залдан торһа, ҡалған­дары йә тар лабиринт, йә коридорҙар менән

Слайд 42Әй
Уйылам инде, уйылам,
Йырға-моңға уйылам.
Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң
Ағыла Әй буйынан.

ӘйУйылам инде, уйылам,Йырға-моңға уйылам.Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң Ағыла Әй буйынан.

Слайд 43Әй
Әй йылғаһы Урал тауҙары ҡуйынынан, Әүәләк тауының көнсығыш бит­ләүенән, 780 метр

бейеклегендәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙән башлана һәм Силәбе әлкәһе, Сала­уат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондарында һирәк-һаяҡ яландар аша 580 саҡрым юл үтеп, һул яҡтан Ҡариҙелгә барып ҡоя. Уның ҡой­ған ерендә ултырған ауыл Әй тамағы тип аталған. Бассейнының майҙаны 15 мең км2.
Әй	Әй йылғаһы Урал тауҙары ҡуйынынан, Әүәләк тауының көнсығыш бит­ләүенән, 780 метр бейеклегендәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙән башлана һәм Силәбе

Слайд 44Салауат мәмерйәһе
Башҡортостандың теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә, элек уға ҡараған ерҙәрҙә лә

Салауаттың йөрөгән юлдары, ул булған урын­дар хаҡындағы иҫтәлектәр быуындан быуынға изге аманат итеп тапшырыла килгән.
Салауат мәмерйәһеБашҡортостандың теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә, элек уға ҡараған ерҙәрҙә лә Салауаттың йөрөгән юлдары, ул булған урын­дар

Слайд 45Салауат мәмерйәһе
Салауат районында Салауат исеме менән йөрөтөлгән бер нисә мәмерйә бар.

Йүрүҙән ярындағы Иҙрис ауылына яҡын ғына урын­лашҡан мәмерйә хаҡында риүәйәттәр айырыуса күп.
Мәмерйә ғәләмәт ҙур. Уға инеүе лә ҡыйын. Тәрән соҡорға төшөргә кәрәк. Борон унда уҫаҡ олонона йәбешеп төшкәндәр. Мә­мерйә дүрт километрға тармаҡланып һуҙыла, залдары, бик күп коридорҙары бар.
Салауат мәмерйәһе	Салауат районында Салауат исеме менән йөрөтөлгән бер нисә мәмерйә бар. Йүрүҙән ярындағы Иҙрис ауылына яҡын ғына

Слайд 46Ҡорғаҙаҡ
Шифалы Ҡорғаҙаҡ сығанағы тәүлегенә унар миллион литр шифалы минераль һыу урғылтып

сығара.
Ҡасандыр бында ике тирмән геүләп эшләп торған. Ағалы-ҡустылы ике башҡорт егете ҡорған икән был тирмәндәрҙе.
ҠорғаҙаҡШифалы Ҡорғаҙаҡ сығанағы тәүлегенә унар миллион литр шифалы минераль һыу урғылтып сығара.Ҡасандыр бында ике тирмән геүләп эшләп

Слайд 47Ҡорғаҙаҡ
Янғантау шифа­ханаһынан өс кенә саҡрым алыҫлыҡта ул.
«Янғантау» шифаханаһына Ҡорғаҙаҡ шишмәһенән

һыу үткәргес үткәрелгән. Уның һыуы ашҡаҙанды, эсәк ауырыуҙарын һәм бөйөрҙәрҙе дауалауҙа файҙаланыла.
Был ғәжәйеп серле шишмә ҡышҡы ыжғыр һалҡындарҙа ла туңмай. Теҙҙән ҡарға батып, көҙгөләй ялтырап сылтыр-сылтыр ағып ятҡан һыуға ҡарап тороу үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
Ҡорғаҙаҡ	Янғантау шифа­ханаһынан өс кенә саҡрым алыҫлыҡта ул. 	«Янғантау» шифаханаһына Ҡорғаҙаҡ шишмәһенән һыу үткәргес үткәрелгән. Уның һыуы ашҡаҙанды,

Слайд 48Йүрүҙән
Урал билкәйенә көмөш ҡайыш — Ялтырап ҡына аҡҡан Йүрүҙән.
Аяҡҡайым талды, йырлы

йылға, Буйҙарыңды ҡыҙырып йөрөүҙән.

ЙүрүҙәнУрал билкәйенә көмөш ҡайыш — Ялтырап ҡына аҡҡан Йүрүҙән.Аяҡҡайым талды, йырлы йылға, Буйҙарыңды ҡыҙырып йөрөүҙән.

Слайд 49Йүрүҙән
Йүрүҙән — Уралдың иң матур йылға­ларының береһе.
Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй ошо

йәмле Йүрүҙән буйында булған.
Ул республикабыҙ­ҙың Белорет районынан башлана һәм, Силәбе өлкәһендәге Ҡатау-Ивановскиҙы үтеп, беҙҙең Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап бормаланып аға-аға, Ҡариҙелгә килеп ҡушы­ла.
Усть-Катав ҡалаһынан Большая Лука ауылына тиклем Йүрүҙән шулай кинәт бөгөлдәр яһап, таштар араһынан ҡыҫылып, ҙур-ҙур шаршылыҡтар барлыҡҡа килтереп аға.

Йүрүҙән	Йүрүҙән — Уралдың иң матур йылға­ларының береһе.	Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй ошо йәмле Йүрүҙән буйында булған. 	Ул республикабыҙ­ҙың

Слайд 50Глоссарий
Тау – гора
Йылға – река
Күл – озеро
Таш – камень
Мәмерйә – пещера
Шарлауыҡ

– водопад
Дала – долина
Саҡрым – верста
Мәғдән – руда
ГлоссарийТау – гораЙылға – рекаКүл – озероТаш – каменьМәмерйә – пещераШарлауыҡ – водопадДала – долинаСаҡрым – верстаМәғдән

Слайд 51Майҙан – площадь
Мөһабәт – величавый
Оҙонлоғо – длина
Киңлеге – ширина
Ағым һыу –

проточная вода
Эзбизташ – известьняк
Тирмән – мельница

Глоссарий

Майҙан – площадьМөһабәт – величавыйОҙонлоғо – длинаКиңлеге – ширинаАғым һыу – проточная водаЭзбизташ – известьнякТирмән – мельница

Слайд 52Ҡулланылған интернет-ресурстар теҙмәһе
http://pobashkirii.ru – Путешествие по Башкирии
https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит - ВикипедиЯ. Ирекле энциклопедия
http://fb.ru/article/236814/izuchaem-reki-bashkortostana

- Изучаем реки Башкортостана
http://komanda-k.ru/Россия/озера-башкирии - Команда Кочующие
http://ufa-gid.com/encyclopedia/ - Энциклопедия Башкортостана
Ҡулланылған интернет-ресурстар теҙмәһеhttp://pobashkirii.ru – Путешествие по Башкирииhttps://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит - ВикипедиЯ. Ирекле энциклопедияhttp://fb.ru/article/236814/izuchaem-reki-bashkortostana - Изучаем реки Башкортостанаhttp://komanda-k.ru/Россия/озера-башкирии - Команда

Слайд 53Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть