Презентация, доклад на тему Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар

Сығышыбыҙҙың маҡсаты: мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау.Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,”урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана.Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу-иң ҙур проблема.Тел байлығына килгәндә,иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм,айырыуса,беҙгә таныш булмаған мәҡәл

Слайд 1Фәнни-тикшеренеү эше
Тема: “Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар”
Башҡарҙы: Абҙан ауылы урта дөйөм белем

биреү
мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Шиһабетдинова Резида Рамазан ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы


Фәнни-тикшеренеү эше Тема: “Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә һандар”Башҡарҙы: Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү

Слайд 2Сығышыбыҙҙың маҡсаты: мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау.
Теманың актуаллеге: бөгөнгө

көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,”урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана.Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу-иң ҙур проблема.Тел байлығына килгәндә,иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм,айырыуса,беҙгә таныш булмаған мәҡәл һәм әйтемдәргә йүнәлтәһем килә.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы:иптәштәремдең ниндәй мәҡәл һәм әйтемдәр белеүен асыҡлау.
Эҙләнеү эшенең методтары: мәҡәлдәрҙе өйрәнеү,эҙләү.
Тикшеренеү объекты: темаға ярашлы әҙәбиәт,мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабы.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары : уҡыусылар менән әңгәмә.
 

Сығышыбыҙҙың маҡсаты: мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау.Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,”урам”

Слайд 3Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре Башҡорт теленә, шулай уҡ күпселек башҡа

төрки телдәренә, ғәрәп теленән ингән «мәҡәл» термины урынлы, йәки кәрәк ерҙә әйтелгән тапҡыр һүҙ тигән мәғәнәне аңлата. «Мәҡәл һүҙе башҡорт теленә килеп кергәнгә тиклем, — тип яҙа проф. Ж. Ғ. Киекбаев,— боронғо башҡорт телендә уның мәғәнәһен биргән төрлө һүҙҙәр (терминдар) ҡулланылған: мәҫәлән, бабайҙар һүҙе, боронғолар һүҙе, тапҡыр һүҙҙәр һәм, ахыр сиктә, әйтемдәр» .
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре Башҡорт теленә, шулай уҡ күпселек башҡа төрки телдәренә, ғәрәп теленән ингән «мәҡәл»

Слайд 4Башҡорт мәҡәлдәренең идея – тематик йөкмәткеһе ғәжәп дәрәжәлә киң.
Ошондай мөһим темалар

булып түбәндәгеләр тора:
1) Ватанға, Тыуған ил һәм халыҡҡа мөхәббәт,  уларға бәйле башҡа темалар.
Үҙ илем – алтын бишек,  кеше иленең төбө тишек. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир ҡулында. Ир – егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. Алтын – көмөш яуған ерҙән,тыуған – үҫкән ер артыҡ. Ил төкөрһә - күл була. Халыҡ теләһә - хан дөйәһен һуйҙырыр.
2) Дуҫлыҡ, иптәшлек, туғанлыҡ темаһы.
Дуҫтың иҫкеһе,  тундың яңыһы яҡшы. Дошманды һөйөндөрмә,  дуҫыңдыкөйөндөрмә. Ике ыласын талашһа, бер ҡоҙғонға ем булыр. Дуҫың дуҫ булһын, иҫәбең дөрөҫ булһын.
3) Аҡыл, һөнәр, хеҙмәт тәрбиәһе.
Аҡыллының аты арымаҫ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Хеҙмәттәүткән ғүмер – алтын ғүмер. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. Дөйәләй алтының булғансы, төймәләй алтының булһын.
4) Уҡыу, белем алыу темаһы.
Уҡыған уҙыр, уҡымығын туҙыр. Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу.Белемең менән меңде еңерһең.
5) Ғаилә мөнәсәбәттәре, әҙәп , тәрбиә темаһы.
Ата - әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер. Ғәҙәтһеҙ кеше - әҙәпһеҙ кеше.
Башҡорт мәҡәлдәренең идея – тематик йөкмәткеһе ғәжәп дәрәжәлә киң. Ошондай мөһим темалар булып түбәндәгеләр тора:1) Ватанға, Тыуған

Слайд 5Фәнүзә Нәҙершинаның 1980 йылда нәшер ителгән “Башҡорт халыҡ ижады Мәҡәлдәр һәм

әйтемдәр” китабына 10895 мәҡәл һәм әйтем ингән. Шуларҙың 497-һе
һан менән булған мәҡәл һәм әйтемдәр.

Фәнүзә Нәҙершинаның 1980 йылда нәшер ителгән “Башҡорт халыҡ ижады Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” китабына 10895 мәҡәл һәм әйтем

Слайд 6Мәҡәлдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыла һуң ?
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе уҡып сыҡҡандан һуң,шундай

һығымтаға килдем: бигерәк тә бер һәм ете күп ҡулланыла, сѳнки бер-донъяның нигеҙе ныҡлығы билдәһе, ә ете һанын башҡорттар изге лә, серле лә һан тип ҡабул иткәндәр.
Ағай- эне бер үле лә, бер тере лә кәрәк.
Ете атаһын белмәгән – етемлектең билдәһе.
Бер ағастан урман булмай
Ете ҡат үлсә бер ҡат киҫ
Бер яҡшыға –бер яман
Бер көн артта ҡалһаң ,биш көн йүгерерһең
Егет һүҙе бер булыр
Бер бар,берәгәйле бар
Мәҡәлдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыла һуң ?Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе уҡып сыҡҡандан һуң,шундай һығымтаға килдем: бигерәк тә бер һәм

Слайд 7 Ике һаны мәҡәлдәрҙә һирәгерәк ҡулланыла, сѳнки йышыраҡ ул икеләнеү билдәһен

белдерә.

Яҡшы һүҙ ике аяҡлы булһа, яман һүҙ дүрт аяҡлы.
Ике тѳймә, бер ептә, ике тирәк бер тѳптә.
Ир ике һөйләмәҫ.
Ике егет бер булһа, илле егет йѳҙ була.

Ике һаны мәҡәлдәрҙә һирәгерәк ҡулланыла, сѳнки йышыраҡ ул икеләнеү билдәһен белдерә.Яҡшы һүҙ ике аяҡлы булһа, яман

Слайд 8Өс мәҡәлдәрҙә бик йыш ҡулланылмай.
Өләшә белгәнгә - ѳс ѳлѳш, ѳләшә белмәгәнгә

бер ҙә юҡ.
Өс кѳн ҡунаҡ бул – ѳс кѳндән һуң йыраҡ бул.

Өс мәҡәлдәрҙә бик йыш ҡулланылмай. Өләшә белгәнгә - ѳс ѳлѳш, ѳләшә белмәгәнгә бер ҙә юҡ.Өс кѳн ҡунаҡ

Слайд 9Мәҡәлдәрҙә алты, һигеҙ, ун, мең һандары ла күренә. Йөҙ,мең ул күплек

билдәһен белдерә.

Алты аҙым атлағансы,алтмыш тапҡыр артыңа ҡара.
Алты кѳн утын киҫмәһәң, алты ай туҡылдарһын.
Күргәнең һигеҙ - күрмәгәнең туғыҙ.
Һигеҙ һыйыр аҫрағансы,һимеҙ һыйыр аҫыра.
Ялҡау кеше – ярты кеше, уңған кеше – ун кеше.

Йѳҙ,мең – ул күплек билдәһе, берҙәмлек билдәһе итеп ҡабул ителгән:
Йѳҙ һум аҡсаң булғансы, йѳҙ дүҫың булһын.
Батыр бер үлер,ҡурҡаҡ мең үлер.

Мәҡәлдәрҙә алты, һигеҙ, ун, мең һандары ла күренә. Йөҙ,мең ул күплек билдәһен белдерә. Алты аҙым атлағансы,алтмыш тапҡыр

Слайд 10Икенсе бүлек. Практик өлөш.
3,6,7,9-сы класс уҡыусыларының телмәрҙә мәҡәлдәр ҡулланыуы.
Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса

эксперимент үткәрелде.Тикшеренеү эшендә 46 уҡыусы ҡатнашты.
Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә мәҡәлдәр ҡулланыуын асыҡланыҡ.
Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:
1.Мәҡәлдәрҙе телмәрҙә ҡулланаһығыҙмы?
2. 1,3,7,8,40,100 һандары ингән ниндәй мәҡәлдәр,беләһегеҙ?
 
Икенсе бүлек. Практик өлөш. 3,6,7,9-сы класс уҡыусыларының телмәрҙә мәҡәлдәр ҡулланыуы.Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент үткәрелде.Тикшеренеү эшендә 46

Слайд 11Бөтәһе 46 уҡыусы ҡатнашты
3 – сө класс-11 уҡыусы
6 -

сы класс- 12 уҡыусы
7 - се класс-12 уҡыусы
9 - сө класс-11 уҡыусы
Бөтәһе 46 уҡыусы ҡатнашты 3 – сө класс-11 уҡыусы 6 - сы класс- 12 уҡыусы 7 -

Слайд 12Диаграмма

Диаграмма

Слайд 13Йомғаҡлау
Минең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын

асыҡлау,телмәрҙәйышыраҡ ниндәй мәҡәлдәрҙә ҡулланыу торҙо.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас,түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:
Уҡыусыларҙың мәҡәлдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу-ҡулланмауы асыҡланды.Күп уҡыусылар ыңғай яуап бирҙелер.
1,3,7,40 ,йөҙ һандары иң күп ҡулланылған һандар, шул уҡ ваҡытта башҡа һандарҙы ла ҡулланыуҙары асыҡланды

Йомғаҡлау Минең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыуын асыҡлау,телмәрҙәйышыраҡ ниндәй мәҡәлдәрҙә ҡулланыу торҙо.Тикшеренеү

Слайд 14Шулай уҡ, мәҡәл - әйтемдәребеҙҙең телмәребеҙҙән бөтөнләй төшөп ҡалған, юйылған тип

әйтмәҫ инем. Доньяһын да гөрләтеп көткән,  баларына өлгөлө тәрбиә биргән ғаиләләребеҙ, әлбиттә, бихисап. Уларға ярҙамға олатай - өләсәйҙәр киләләр. Сөнки, әлеге ваҡытта, беҙ,
күберәк ололар ауыҙынан мәҡәл, кинәйә менән әйтелгән уй – фекерҙәрҙе ишетәбеҙ. Минеңсә,  телебеҙҙең киләсәген хәстәрләргә әле лә һуң түгел. Бының өсөн әллә ни күп кәрәкмәй.

Шулай уҡ, мәҡәл - әйтемдәребеҙҙең телмәребеҙҙән бөтөнләй төшөп ҡалған, юйылған тип әйтмәҫ инем. Доньяһын да гөрләтеп көткән,

Слайд 15 Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында 3,6,7,9-сы класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдергебеҙ

килә:
1.Һүҙлек запасын яңы мәҡәлдәр менән байытыу;
2.Мәҡәлдәрҙе телмәрҙә йыш ҡулланыу

Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында 3,6,7,9-сы класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдергебеҙ килә:1.Һүҙлек запасын яңы мәҡәлдәр менән байытыу;2.Мәҡәлдәрҙе

Слайд 16ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
Фануза Надршина. Башҡорт халыҡ ижады.Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.Өфө-1980
Сөләймәнов Ә.М.

(ред.). Башҡорт халыҡ ижады. Том 10. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
«Телдең тылсымлы көсө » ."Йәшлек" гәзите

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ Фануза Надршина.  Башҡорт халыҡ ижады.Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.Өфө-1980 Сөләймәнов Ә.М. (ред.). Башҡорт халыҡ ижады. Том

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть