Слайд 1
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу
Слайд 2Уҡыусы портреты:
Тыуған илен яратҡан, рус һәм туған телен яҡшы белгән, туған
халҡын, уның мәҙәниәтен, рухи традицияларын хөрмәт иткән;
Кешелек, күп милләтле Рәсәй халҡы, йәмғиәт, ғаилә, кеше ғүмере ҡиммәттәрен аңлаусы һәм ҡабул итеүсе;
Тирә-яҡ донъяны әүҙем һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнеүсе, хеҙмәттең, фәндең һәм ижадтың мөһимлеген аңлаусы;
Белем ала белеүсе, уҡыуҙың һәм үҙ аллы уҡыуҙың мөһимлеген таныусы, алған белемдәрен тормошта ҡуллана белеүсе;
Слайд 3
Социаль яҡтан әүҙем, закон һәм тәртипте хөрмәт итеүсе, үҙенең эштәрен әхлаҡи
ҡиммәттәргә ярашлы башҡарыусы, Тыуған ил, йәмғиәт, ғаилә алдында үҙенең бурыстарын аңлаусы;
Кешеләрҙе хөрмәт итеүсе, аралаша белеүсе, хеҙмәттәшлек итә алыусы;
Сәләмәт тормош алып барыусы;
Профессиялар тураһында хәбәрҙар булыусы, кеше өсөн профессияның мөһим булыуын аңлаусы.
Слайд 4Стандарт түбәндәгеләрҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән:
Рәсәй гражданинын формалаштырыу;
РФ белем биреү киңлегенең берҙәмлеген
булдырыу, РФ күп милләтле халҡының мәҙәни төрлөлөгө һәм тел мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телде өйрәнеү хоҡуғы, туған телдә белем алыу мөмкинлеге;
Сифатлы төп дөйөм белем алыу мөмкинлеге;
Башланғыс, төп, урта, профессиональ белем алыу программаларының күсәгилешлеге;
Слайд 5
Рухи-әхлаҡи үҫеш, тәрбиә биреү һәм уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау;
Мәғарифта дәүләт-йәмғиәт идараһының үҫеше;
Төп
дөйөм белем биреү программаһын үҙләштергәндә уҡыусыларҙың һөҙөмтәләрен баһалау критерийҙарын формалаштырыу;
Уҡыусылар үҫеше өсөн шарттар булдырыу.
Слайд 6Тейешле шарттар:
кадрҙар;
финанс-иҡтисади;
материаль-техник;
психологик-педагогик;
мәғлүмәти-методик.
Слайд 7Системалы-эшмәкәрлекле ҡараш
яңы ижтимағи тормош талаптарына яуап бирерлек йәш быуын тәрбиәләү;
- шәхестең
универсаль уҡыу күнекмәләре аша донъяны танып белеүе, билдәле компетенцияларға эйә булыуы һәм белем биреүҙең һөҙөмтәгә йүнәлтелеүе ;
эшмәкәрлек төрҙәрен, аралашыу формаларын уҡыусыларҙың шәхси һәм йәш үҙенсәлектәренән сығып һайлау, уларҙың шәхес булараҡ үҫешен тәьмин итеү;
Слайд 8
белем биреүҙең һәр баҫҡысында күсәгилешлектең мотлаҡ һаҡланыуы (балалар баҡсаһы, башланғыс, төп
һәм урта мәктәп);
- эштәрҙе ойоштороуҙа төрлө формалар тәҡдим итеү, үҙ аллы эшмәкәрлекте һыҙыҡ өҫтөнә алыу;
- универсаль эш итеү ысулдарына өйрәтеү;
- уҡыусының теоретик белемен генә түгел, ә танып-белеү, практик мәсьәләләрҙе уңышлы сисеүен баһалау.
Слайд 9Дәрес принциптары:
планлаштырыу;
ойоштороу;
тормошҡа ашырыу һәм контроль;
коррекция (төҙәтмәләр индереү);
анализ.
Слайд 10Дәрес типтары:
яңы белем менән таныштырыу
дәресе –
уҡыусылар теге йәки был предмет
буйынса белем менән тәүге
тапҡыр танышалар, үҙләштерәләр. Бындай дәрестең һөҙөмтәһе булып уларҙың үҙ һүҙҙәре менән ҡағиҙәләр, төшөнсәләрҙе барлыҡҡа килтереүе тора;
Слайд 11
Предмет буйынса белемде ҡулланыу дәресе –
алған белемдәрҙе ҡулланыу маҡсатында төрлө
кимәлдәге күнегеүҙәрҙе эшләргә өйрәнергә тейештәр;
Слайд 12
Белемдәрҙе системаға һалыу дәресе –
уҡыусылар үҙләштергән материалға һығымта яһарға, системаға
килтерергә өйрәнергә тейеш;
Слайд 13
Ҡабатлау дәресе –
алған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу маҡсаты ҡуйыла, уҡыусылар хатаһыҙ
эшләргә өйрәнергә тейеш;
Слайд 14
Тикшереү (контроль) дәресе –
уҡыусыларҙың белемен тикшереү маҡсатында практик эштәр тәҡдим
ителә;
Слайд 15
Коррекция (төҙәтеү) дәресе –
хаталар өҫтөндә эш үткәреү, уҡыусыларҙы үҙ хаталарын
табырға, төҙәтергә өйрәтеү;
Слайд 16
Ҡатнаш дәрес –
бер дәрес сиктәрендә төрлө кимәлдәге эштәр башҡарырға өйрәтеү;
Слайд 17
Уҡыу экскурсияһы –
тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсаты ҡуйыла,
уҡыусылар алған белемдәрен тормош менән бәйләргә өйрәнә;
Слайд 18
Практик дәрес йәки проекттар эшләү дәресе –
уҡыусылар менән төрлө характерҙағы
проекттар эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
Слайд 19Дәрес формалары
Яңы белем менән беренсел таныштырыу дәресе:
- Дәрес-лекция
- Дәрес-сәйәхәт
-Дәрес-экспедиция
- Дәрес-инсценировка
- Уҡыу
конференцияһы
- Дәрес-экскурсия
- Проблемалы дәрес
- Дәрес-әңгәмә
- Дәрес-эҙләнеү
- Дәрес-уйын
Слайд 20Коррекцион (төҙәтеү) дәрес:
Дәрес-практикум
Дәрес-диалог
Дәрес-эшлекле уйын
Диспут
Уйын
Дәрес-хөкөм
Дәрес-консультация
Дәрес-әңгәмә
Слайд 21Контроль (тикшереү) дәрес:
Дәрес-зачет
Дәрес-һорауҙарға яҙма яуап биреү
Контроль (үҙ аллы эш) дәресе
Дәрес-викторина
Ижади эштәр,
проекттар яҡлау дәресе
Ижади отчет
Тест эшләү
Слайд 22Һығымта яһау (системалаштырыу) дәресе:
Дәрес-практикум
Дәрес-семинар
Дәрес-лекция
Дәрес-дискуссия
Дәрес-анализ
Слайд 26Дәрескә Стандарт талаптары
Маҡсат ҡуйыу (SMART-технология):
Эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусылар ниндәй конкрет
белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереүҙәрен белергә тейеш. Шулай уҡ улар ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын (план) да белергә тейеш.
Слайд 27Мотивация:
Уҡытыусы уҡыу эшмәкәрлегенә генә түгел, эш һөҙөмтәһенә ирешеүгә лә ҡыҙыҡһыныу уята.
Эффектив ысулдар – актуаль проблеманы хәл итеү, йөкмәткенең практик йүнәлешле булыуы һәм ерле материалға нигеҙләнеүе.
Слайд 28Белемдәрҙең һәм эшмәкәрлек ысулдарының практик әһәмиәте:
Уҡытыусы уҡыусыларға үҙләштерелгән белемдәрҙең практик эшмәкәрлектә
ҡулланылыу мөмкинлектәрен күрһәтергә тейеш.
Слайд 29Йөкмәткене һайлап алыу:
Программала билдәләнгән дәрес һөҙөмтәләре ныҡлы уйланылған.
Слайд 30Уҡыусыларҙың дәрестең һәр этабына йомғаҡ яһауы, кире бәйләнештең булдырылыуы:
Дәрестә һәр бер
башҡарылған эш артабан уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә кәрәкле төҙәтмәләр индереү маҡсатында уҡытыусы тарафынан контролдә тотолорға тейеш.
Слайд 31Үҙ аллы белем алыу мөмкинлеге:
Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү.
Слайд 32Парлы йәки төркөмдәрҙә эш ойоштороу:
Коммуникатив компетенцияның үҫеше һәм коллективта эшләү нормаларын
үҙләштереү.
Слайд 33Контроль һәм үҙ-ара контроль системаһын ҡулланыу:
Рефлексия һәм үҙ эшмәкәрлегең һөҙөмтәләренә яуаплылыҡ
формалаштырыу.
Слайд 34Рефлексия:
Эшмәкәрлек процесында үҙеңде “табыу”, билдәләү
Слайд 35Уҡыусылар эшмәкәрлеген ыңғай баһалау:
Ыңғай уҡыу мотивацияһын формалаштырыу
Слайд 36Практик эш бурыстары:
предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләренә өлгәшеүгә кәрәкле шарттар булдырыу;
төрлө
сығанаҡтарҙан мәғлүмәт туплау, уларҙы эшкәртеү, анализ, презентация, һөҙөмтәне баһалау һ.б. эшмәкәрлек төрҙәренең предмет һәм метапредмет алымдарына өйрәтеү;
шәхси һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек компетенцияларының үҫешенә булышлыҡ итеү.
Слайд 37Практик эштәр алгоритмы
Мотивация – маҡсат ҡуйыу:
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу (йәки
уҡыусылар менән бергә билдәләү) –
Беҙ ниндәй конкрет һөҙөмтәгә ирешергә тейешбеҙ? Беҙ нимә тураһында конкрет һығымта яһаясаҡбыҙ? Был һөҙөмтә ни өсөн кәрәк?
Слайд 38Мәғлүмәти-аналитик:
Әңгәмә үткәреү –
Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн ниндәй мәғлүмәт кәрәк?
Беҙ ниндәй алған белемдәребеҙҙе ҡуллана алабыҙ? Ниндәй мәғлүмәт етмәй? Ниндәй мәғлүмәттәрҙе тағы ла ҡулланырға мөмкин? Ниндәй мәғлүмәт сығанаҡтары кәрәк буласаҡ, ни өсөн?
Слайд 39Планлаштырыу-прогнозлау:
Коллектив планлаштырыу –
Эшмәкәрлек этаптарын билдәләү (эште башҡарыу планы). Был
эҙмә-эҙлелектә башҡарыуҙың асылын аңлатыу. Һәр этапта түбәндәгеләрҙе билдәләү: мәғлүмәт сығанаҡтары, эшмәкәрлек алыдары, этаптың күҙалланған һөҙөмтәһе, һөҙөмтәләрҙе баһалау критерийҙары, башҡарыу ваҡыты.
Слайд 40Ойоштороу-башҡарыу:
Уҡыусыларға ярҙам итеү, бергәләп эшләүҙе ойоштороу –
Уҡыусылар араһында
бурыстарҙы билдәләү, планды тормошҡа ашырыу.
Слайд 41Контроль-диагностика:
Эш һөҙөмтәләре, һығымталары буйынса фекер алышыуҙы ойоштороу –
Үҙконтроль, үҙ-ара
контроль, уҡытыусы контроле. Ҡуйылған маҡсат менән алынған һөҙөмтәне сағыштырыу. Һығымталар яһау. Рефлексия (ҡыйынлыҡтарҙы, уларҙың сәбәптәрен, хәл итеү алымдарын билдәләү).
Слайд 42Көйләү-коррекция:
Белем биреү процесын көйләү, уҡыусылар эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индереү –
Әле
үҙләштерелгән белемдәрҙе нығытыу, практик эшмәкәрлектә ҡулланыу алымдарын билдәләү.
Слайд 43Дәрес йөкмәткеһендә үҙгәрештәр
Дидактика принциптарын, уларҙың иерархияһын, үҙ-ара бәйләнешен белеү;
Дәрескә программа-методик талаптарҙы
үтәү;
Дәрес типологияһын белеү;
Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу;
Дәрестең тәрбиәүи функцияларын планлаштырыу;
Дәрестең бурыстарын комплекслы планлаштырыу;
Уҡыусыларға өйрәнеләсәк материалдың шәхсән әһәмиәтен асыҡларға ярҙам итеү;
Предмет-ара бәйләнештәргә таяныу;
Слайд 44Белем биреү процесының практик йүнәлешле булыуы;
Дәрес йөкмәткеһенә ижади характерҙағы күнегеүҙәр индереү;
Оптималь
уҡытыу методтарын һайлау;
Үҫтереүсе уҡытыуҙың төрлө технологияларын белеү һәм уларҙы ҡулланыу;
Класс менән эшләү менән бер рәттән төркөмдәрҙә һәм индивидуаль эш формаларын ҡулланыу;
Белем алыуға мотивация формалаштырыу;
Уҡыусыларҙың үҙ аллылығын асыҡлауға йүнәлтелгән шарттар булдырыу;
Уҡытыу сараларын рациональ ҡулланыу ( дәреслектәр, пособиелар, техник саралар);
Компьютерҙы эшмәкәрлектә ҡулланыу;
Өйгә эштәрҙе дифференциациялау;
Һаулыҡты һаҡлау, үҫтереү технологияларын белеү һәм ҡулланыу;
Аралашыу – уҡыусы шәхесенә ихтирам һәм талапсанлыҡтың берҙәмлеге.
Слайд 45Дәрес структураһы
Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;
Проблема ҡуйыу;
Гипотезалар тәҡдим итеү;
Проблеманы хәл итеү өсөн
кәрәкле белемде эҙләү;
Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;
Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы.
Слайд 46Яңы белемде үҙләштереү дәресе
Ойоштороу моменты;
Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә
мотивация.
Белемдең актуаллеге.
Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү;
Уҡыусының аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү;
Тәү тапҡыр нығытыу.
Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.
Слайд 47
Белем һәм күнекмәне комплекслы ҡулланыу (ҡабатлау дәресе)
Ойоштороу моменты;
Өй эшен тикшереү,
уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм уларға ишеттереү. Белемде актуалләштереү.
Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.
Беренсе тапҡыр белемде нығытыу:
а) таныш ситуацияла (өйрәнелгәнсе);
б) үҙгәртелгән ситуацияла (конструктив).
Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу (проблемалы эш);
Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү).
Слайд 48Уҡытыусыға талаптар
Эш биремдәрен асыҡ һәм аныҡ билдәләй.
Уҡыусыларға яңы белемдәрҙе әҙер
килеш бирмәй.
Уҡыусыларҙан дәлилләнгән яуаптар талап итә.
Уҡыусыларҙың яуабына комментарийҙар бирмәй – уҡыусылр үҙ хаталарын күрергә өйрәнергә тейеш.
Уҡыусыларҙың ниндәй этапта ниндәй ҡыйынлыҡ кисереүен алдан күрә белә, дәрес барышында эш биремен үҙгәртә.
Комплекслы эш биремдәре һайлай.
Уҡытыусының төп эшмәкәрлеге дәрестә түгел, ә дәрескә әҙерлек, материал һайлау, дәресте планлаштырыу барышында сағыла.
Слайд 49Дәрес һөҙөмтәлелеге критерийҙары:
- Уҡытыусы уҡыусыларҙы рефлексия алымдарына өйрәтә: үҙеңдең әҙерлегеңде баһалау,
белмәгән ерҙәрҙе, ҡыйынлыҡ сәбәптәрен асыҡлау);
- Уҡыусыларҙың әүҙемлеген үҫтереүсе төрлө эш алымдары ҡулланыла;
- Уҡытыусы репродуктив һәм проблемалы уҡытыу формаларын эффектив берләштерә, уҡыусыларҙы ҡағиҙәләр буйынса һәм ижади эшләргә өйрәтә;
- Дәрескә бурыстар һәм аныҡ үҙконтроль һәм үҙбаһа критерийҙары билдәләнә;
Слайд 50- Махсус эш алымдары нигеҙендә уҡыусыларҙың барыһының да уҡыу материалдарын үҙләштереүенә
булышлыҡ итә;
- Уҡытыусы махсус рәүештә дәрестең коммуникатив бурыстарын планлаштыра;
- Уҡытыусы уҡыусының позицияһын, фекерҙәрен ҡабул итә һәм ҡеүәтләй, уларҙы сағылдырыуҙың кәрәкле формаларына өйрәтә;
- Дәрестә аралашыу стиле хеҙмәттәшлек атмосфераһын булдыра;
- Дәрестә уҡытыусы-уҡыусы бәйләнеше булдырыла.
Слайд 51
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Уҡый белеү, йәғни баланың яңы социаль тәжрибәне
аңлы һәм әүҙем үҙләштереүе һөҙөмтәһендә үҙүҫешкә һәм үҙкамиллашыуға һәләтлеге
Слайд 52Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша
яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек
Слайд 53Төрҙәре:
Шәхси
Регулятив (көйләүсе)
Танып - белеү
Коммуникатив
Слайд 55Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын, социаль ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ
ориентирлашыуын тәьмин итә.
Слайд 58Дөйөм универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Үҙ аллы танып-белеү маҡсатын ҡуйыу;
Кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм
билдәләү;
Конкрет шарттарға ярашлы теге йәки был эш ысулдарын һайлау;
Эшмәкәрлек шарттарына һәм сараларына дөрөҫ баһа ҡуйыу;
Аңлы уҡыу;
Төп һәм ярҙамсы мәғлүмәтте айыра белеү;
Төрлө стилдәге текстарҙы айыра белеү;
Текстың йөкмәткеһен тулы, һайланма һәм ҡыҫҡаса һөйләй, текст төҙөй белеү.
Слайд 59Логик универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Анализ;
Синтез;
Дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификация эшләү;
Төшөнсәләр, ҡағиҙәләр билдәләү;
Логик фекер йөрөтөү;
Дәлилләү;
Гипотезалар
ҡуйыу һәм уларҙы дәлилләү.
Слайд 60Проблема ҡуйыу һәм уны хәл итеү
Проблеманы билдәләү;
Эҙләнеү һәм ижади характерҙағы проблеманы
хәл итеү юлдарын, эҙмә-эҙлеклеген үҙ аллы билдәләү.
Слайд 61Билдә-символ эшмәкәрлеге
Моделләштереү;
Билдәле бер моделде үҙгәртеү.
Слайд 63УУЭ формалашыу этаптары
Төрлө предметтарҙы өйрәнеү сиктәрендә беренсел УУЭ башҡарыу тәжрибәһе формалаша;
Был
тупланған тәжрибә нигеҙендә был УУЭ башҡарыуҙың дөйөм бер ысулы тураһында белем формалаша;
Был УУЭ башҡарыу алгоритмына төҙәтмәләр индерелә;
Был УУЭ формалашыу кимәлен билдәләүсе контроль ойошторола, артабан практик рәүештә ҡулланыла башлай.
Слайд 64Проблемалы уҡытыу
Уҡыусыларҙың аптырауын һәм юғалып ҡалыуын тәьмин итеүсе ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация;
Теоретик белемдең
практикала ҡулланып булмауы;
Проблемалы һорау ҡуйыу;
Слайд 65
Хәл-ваҡиғаларҙы төрлө күҙлектән сығып баһалау;
Йүнәлтеүсе диалог;
Актуаллеккә баҫым;
“Асыҡ тап”.
Слайд 66Формалашыусы УУЭ:
Үҙ эшмәкәрлектәрендә ҡыйынлыҡтарҙы билдәләү, уларҙың сәбәптәрен асыҡлау;
Артабанғы эш йүнәлешен билдәләү;
Ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы эш алымдары һәм ысулдарын һайлау;
Кәрәкле мәғлүмәтте табыу;
Сағыштырыу, анализлау, һығымта яһау;
Үҙ ҡарашын һәм позицияһын яҡлау;
Хеҙмәттәшлек итеү.
Слайд 67Текст менән эшләү
Тексҡа комментарийҙар биреү;
План төҙөү;
Тезистар яҙыу;
Конкрет мәғлүмәттәр табыу;
Кластер төҙөү;
Текст йөкмәткеһенә
ҡарата һорауҙар төҙөү;
Тексҡа исем биреү;
Эпиграфтар менән эшләү;
Әкиәт төҙөү;
Мәҡәлдәр менән эшләү;
Лингвистик әҫәрҙәр яҙыу.
Слайд 68УУЭ формалаштырыусы алымдар
Дискуссия;
Төркөмдәр менән эш;
Парҙар менән эш;
Проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге;
“Дөрөҫ-ялған раҫлауҙар”;
“Күҙаллау”;
Рефлексия;
Слайд 69УУЭ формалашыуҙы билдәләү критерийҙары
Йәш һәм психологик норматив талаптарына тап килеү;
УУЭ үҙенсәлектәренең
алдан билдәләнгән талаптарға ярашлы булыуы
Эшмәкәрлекте башҡарыу кимәле;
Эшмәкәрлекте башҡарыу тулылығы;
Эшмәкәрлекте аңлы башҡарыу;
Дөйөмләштергәнлек.
Слайд 70Дәрес сиктәрендә формалашыусы УУЭ
Слайд 72Т.Ғиниәтуллин “Мәтрүшкә еҫе”
Регулятив: план буйынса эшләй белеү, дәрестең маҡсатына ярашлы эш
алып барыу, төҙәтмәләр индереү, үҙ-үҙеңде баһалау;
Коммуникатив: әңгәмә ҡора белеү, үҙ фекереңде сағылдыра алыу, икенсе кешеләрҙе тыңлай белеү;
Танып-белеү: тексты уҡыу, йөкмәткеһе буйынса фекер йөрөтөү, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү.
Слайд 73Ҡулланылған әҙәбиәт:
Формирование универсальных учебных действий в основной школе: от действия к
мысли. Система заданий. / Под редакцией А.Г.Асмолова. – М., «Просвещение», 2011.
Ахбарова Г., Скиргайло Т., Исмагилова Р. Что необходимо знать педагогу при переходе на ФГОС ОО // Мэгариф, №6-7, 2014.
Мельникова Е.Л. Проблемный урок или как открывать знания с учениками. – М, 2012.
Внеурочная деятельность учеников. Методический конструктор. – М, «Просвещение», 2011.
Башкирский язык и литература в условиях ФГОС: опыт, проблемы и перспективы. / Материалы Межрегиональной научно-практической конференции. – Туймазы: Издательство ИРО РБ, 2014.