Презентация, доклад на тему Башҡорт уйындары(5-11 класс)

Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был

Слайд 1Башҡорт халыҡ уйындары

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһының 16-сы урта мәктәбе уҡыусылары һәм

уҡытыусылары
Башҡорт халыҡ уйындарыБәләбәй районы Приют ҡасабаһының 16-сы урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары

Слайд 2 Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота.

Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү

Слайд 3 Бәләбәй,Бишбүләк,Йәрмәкәй райондарында балаларҙың билгеле һәм төрлө

милли уйындары тураһында өлкән быуын кешеләре байтаҡ файҙалы мәғлүмәт һаҡлай. Беҙ уларҙан ошо уйындар хаҡында һораштыҡ, өйрәнеп алдыҡ һәм ял ваҡыттарыбыҙҙы күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырышабыҙ.
Бәләбәй,Бишбүләк,Йәрмәкәй райондарында балаларҙың билгеле һәм төрлө милли уйындары тураһында өлкән быуын кешеләре

Слайд 4



"ҠАП ТА ҠОП" уйыны  Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар һәм һамаҡлайҙар.  Беҙ,беҙ,беҙ инек,  Беҙ ун ике ҡыҙ инек,  Баҙға төштөк, май ашаныҡ,  Келәткә керҙек, бал ҡаптыҡ.  Ҡап та ҡоп, тимер йоп!  «Йоп" һүҙе әйтелгәс тә бөтә балалар ауыҙҙарын йомоп шым ҡала һәм бер-береһен көлдөрөргә тырыша. Көлөп ебәреүсе наказ үтәй. Уйындың әһәмиәте дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләй.

Слайд 6

“Йөҙөк кемдә?”
Уйын урыны һәм ҡоралы майҙансыҡ, зал, йорт-ҡура алды. Берәй бәләкәй әйбер – таш йәки тинлек аҡса, балалар эскәмйәләргә теҙелешеп ултыра. Уйынды алып барыусы ҡулына йөҙөк йәки берәй әйбер алып, уны эскәмйәлә ултырған бөтә балаларҙың да усына йомдорған кеүе к итеп рәтләп йөрөп сыға. Йөҙөктө берәүгә һалып ҡуя, иғтибар менән күҙәтеп ултырған баланан:”Йөҙөк кемдә?”- тип һорай. Йөҙөк оҙаҡ табылмай торһа эҙләүсегә яза бирәләр. Уйындың әһәмиәте: иптәшлек хисе. Диҡҡәтлелек, күҙәтеүсәнлек, ойоштороусанлыҡ һәләттәре тәрбиәләнә.

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть