Презентация, доклад на тему Тыуған яғым сәскәләре ( 4 класс)

Маҡсат:-тыуған яҡта үҫкән сәскәләр менән яҡындан танышыу, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән сәскәләрҙе асыҡлау, уларҙы айырыу,һүҙлек байлығын арттырыу;-уҡыусыларҙы ғилми-тикшеренеү эшенә йәлеп итеү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа биреү;-матурлыҡты күрә белергә һәм һоҡланырға өйрәтеү, тәбиғәткә һаҡсыл

Слайд 1Тыуған яғым сәскәләре
(Кластан тыш сара)
Авторы: Уйылданова Нәрисә Миртимер ҡыҙы,
Әбйәлил районы Рауил

төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
Тыуған яғым сәскәләре(Кластан тыш сара)Авторы: Уйылданова Нәрисә Миртимер ҡыҙы,Әбйәлил районы Рауил төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс

Слайд 2Маҡсат:
-тыуған яҡта үҫкән сәскәләр менән яҡындан танышыу, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән сәскәләрҙе

асыҡлау, уларҙы айырыу,һүҙлек байлығын арттырыу;
-уҡыусыларҙы ғилми-тикшеренеү эшенә йәлеп итеү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа биреү;
-матурлыҡты күрә белергә һәм һоҡланырға өйрәтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Маҡсат:-тыуған яҡта үҫкән сәскәләр менән яҡындан танышыу, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән сәскәләрҙе асыҡлау, уларҙы айырыу,һүҙлек байлығын арттырыу;-уҡыусыларҙы ғилми-тикшеренеү

Слайд 3"Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан

күҙҙәр ҡамаша.
Нәфис төҫтәренә, буйҙарына
Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным:
- Әй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар,
Кемдәр дошмандар? - тип һораным.
Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,
Нурҙар сәсеп, ем-ем көлдөләр.
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы
Миңә былай яуап бирҙеләр:
"Кемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый,
Кемдәр беҙгә һыуҙар һибәләр,
Кемдәр сәскә кеүек саф күңелле, -
Шулар беҙгә дуҫтар! - тинеләр. -
Кемдәр ҡара эсле, тар күңелле,
Кемдәр ысын эшкә ҡул бирмәйҙәр,
Кемдәр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙә, -
Шулар беҙгә дошман!" - тинеләр.
(Мәжит Ғафури)

Слайд 4Беҙҙе таны

Беҙҙе таны

Слайд 71-се төркөм - Умырзая

2-се төркөм - Күгәрсен күҙҙәре

3-сө төркөм

- Бәпембә

Беҙ-ғилми тикшеренеүселәр

1-се төркөм - Умырзая  2-се төркөм - Күгәрсен күҙҙәре3-сө төркөм - БәпембәБеҙ-ғилми тикшеренеүселәр

Слайд 8Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы

һыу үҫемлеге. Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик йәки йөрәксә‑ялпаҡ формала, шыма ситле йәки уймалы, төкһөҙ, йөҙөүсе, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе эре, аҡ, ике енесле, актиноморф, яңғыҙ, оҙон сәскә һаплы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — еләк һымаҡ, тумалаҡ, июль—октябрҙә өлгөрә. Күлдә, быуала, ҡылыла һәм йылға ҡултыҡтарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған.
Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда пак томбойоҡ үҫә. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, йөрәк гликозидтары, крахмал, май (орлоҡ), флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Тамырһабағы һәм орлоғо һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, йылға ҡондоҙо, ондатра һ.б.өсөн аҙыҡ булып тора.
Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге. Япрағының оҙонлоғо 10—30 см,

Слайд 9Мәкә, кәзә һаҡалы (урыҫ. Бе́дренец камнело́мковый, Бедренец-камнеломка, лат. Pimpinélla saxífraga) —Сатыр сәскәлеләр (Apiaceae) ғаиләһенән күп

йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 15 см-ға етә. Майҙан алып көҙгә тиклем аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә  орлоғо өлгөрә. Үҫемлек туғай-яландарҙа юл буйҙарында, урман ситендә үҫә. Мәкә Европа һәм азияның уртаса климатында үҫә. Башҡортостандың таулы һәм урманлы райондарында осрай.Яҡынса 500 төрө билдәле. Башҡортостанда өс төрө үҫә.Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.Оҙон һабаҡлы кәзә һаҡалы Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Мәкә, кәзә һаҡалы (урыҫ. Бе́дренец камнело́мковый, Бедренец-камнеломка, лат. Pimpinélla saxífraga) —Сатыр сәскәлеләр (Apiaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 15 см-ға

Слайд 10https://ba.wikipedia.org/

http://баш.башкирская-энциклопедия.рф

https://ba.wikipedia.org/http://баш.башкирская-энциклопедия.рф

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть