Презентация, доклад на тему Презинтация по башкирскому и немецкому языку на тему Башҡорт һәм немец халыҡтарының тормош-көнкүреше

Содержание

1. Тема буйынса кәрәк булған материал туплана.2. Был материалдың төп мәғәнәләре, үҙенсәлектәре, вағыраҡ билдәләре айырыла.3. Был мәғәнә биҙәктәре координата һыҙыҡтарына теҙелә.4. Координата һыҙығының береһендә ошо материалдың ҡулланыу сфераһы, роле бирелә.Проектлауҙы биреү тәртибе:

Слайд 1Красная Горка урта дөйөм белем биреү мәктәбе Проект эше Тема: Башҡорт һәм немец

халыҡтарының тормош-көнкүреше Башҡарҙы: Вәлиуллина Алһыу Уҡытыусы: Бәҙертдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы
Красная Горка урта дөйөм белем биреү мәктәбе   Проект эше Тема: Башҡорт һәм немец халыҡтарының

Слайд 21. Тема буйынса кәрәк булған материал туплана.
2. Был материалдың төп мәғәнәләре,

үҙенсәлектәре, вағыраҡ билдәләре айырыла.
3. Был мәғәнә биҙәктәре координата һыҙыҡтарына теҙелә.
4. Координата һыҙығының береһендә ошо материалдың ҡулланыу сфераһы, роле бирелә.

Проектлауҙы биреү тәртибе:

1. Тема буйынса кәрәк булған материал туплана.2. Был материалдың төп мәғәнәләре, үҙенсәлектәре, вағыраҡ билдәләре айырыла.3. Был мәғәнә

Слайд 31. Башҡорт һәм немец халыҡтарының тормош-көнкүреше темаһының бөтә үҙенсәлектәрен бер ергә

туплай һәм бөтәһен бер юлы күрергә мөмкинлек бирә.
2.Проектты яңы теманы аңлатҡанда, нығытҡанда, ҡабатлағанда ла ҡулланырға мөмкин.
3. Материалды эре блоктар менән өйрәнеүгә юл аса.
4. Ваҡытты экономияларға ярҙам итә.

Әһәмиәте:

1. Башҡорт һәм немец халыҡтарының тормош-көнкүреше темаһының бөтә үҙенсәлектәрен бер ергә туплай һәм бөтәһен бер юлы күрергә

Слайд 4Немец ирҙәренең кейеме
Немецтар традицион ирҙәр кейеме күлдәк (хемд, хемп; иҙеүе тура йә диагональ

уйымлы, яғаһыҙ) һәм ыштандан (хозен) торған, күлдәк өҫтөнән ҡыҫҡа йә оҙон жилет (весте), пинжәк (беншак, пидшак, рок) йә кафтан, галстук (хальстух) йөрөткәндәр. Кейемде ҡара төҫтәге киндер, кизе-мамыҡ йә йөн туҡыманан теккәндәр. Ҡышын һырылған ҡыҫҡа буҫтау тун (пельце), оҙон толоп, һырылған йылы мамыҡлы ҡыҫҡа пальто (хальбпалето) кейгәндәр. Ирҙәрҙең баш кейеме фуражканан (картус), фетрҙан тегелгән тар һәм киң тирәсле һалам эшләпәләрҙән торған. Йылдың һалҡын ваҡытында буҫтау бүрек, кейеҙҙән (филлькаппе, филльхут), тиренән ҡолаҡсын (каппе мит флигель, филгелькаппе) һәм ҡайтармалы бүрек (шафпельцкаппе) кейгәндәр. Хәллерәк немецтар аҡ тиренән тегелгән бүрек (вайсе пудделькапп) йөрөткән. Көндәлек аяҡ кейеменә күн башмаҡ (поршни), күн табанлы бәйләнгән туфли (хаусшуэ) ингән. Ҡышын ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр быйма (филльштифель) һәм ҡыҫҡа кейеҙ аяҡ кейеме (филльшуэ) кейгән.

Немец ирҙәренең кейемеНемецтар традицион ирҙәр кейеме күлдәк (хемд, хемп; иҙеүе тура йә диагональ уйымлы, яғаһыҙ) һәм ыштандан (хозен) торған, күлдәк өҫтөнән

Слайд 5Немецта традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме аҡ туҡыма күлдәктән (хемд), алдан уйымлы һәм баулы корсаждан (ляйбхен, мидер), сигеү,

һирәгерәк сәйлән, ялтырауыҡтар менән биҙәлгән түшелдеректән (брустшмук), жакет йә кофтанан(кофтхе, хофта), итәктән (рок), алъяпҡыстан (шюрце) торған. Күлдәк өҫтөнән түшелдерек, уның өҫтөнән корсаж, унан һуң билгә етеп торған ҡыҫҡа жакет кейгәндәр. Итәктәр күбеһенсә нәҙек аҡ һәм ҡуйы ҡыҙыл һыҙыҡтар төшкән ҡараһыу күк йә ҡара төҫтәге етен, киндер, йөн туҡыманан тегелгән. Байрамдарҙа атлас һәм кешмир итәк, батистан, кесейәнән тегелгән, туҡылған һүрәт төшкән ҡупшы, биҙәкле оҙон аҡ алъяпҡыс кейгәндәр. Өҫ кейеме буҫтау йә драптан тегелгән (геш, геххе, хальбпалето, шванцкофтхе) һырылған мамыҡлы ҡыҫҡа пальтонан (фуфайка) торған. Ҡатын-ҡыҙҙың традицион баш кейеменә көләпәрә (хаубе), ситса өскөл яулыҡ (хальстух, копфтух) ингән, һалҡын ваҡытта улар өҫтөнән бәйләнгән йылы яулыҡ, шәл ябынғандар. Йәйен һалам эшләпә (штроххут) кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ аяғына баулы, үксәһеҙ тәпәш күн башмаҡтар (нидриге шуэ) һәм туфли кейгән.

Немец ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме

Немецта традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме аҡ туҡыма күлдәктән (хемд), алдан уйымлы һәм баулы корсаждан (ляйбхен, мидер), сигеү, һирәгерәк сәйлән, ялтырауыҡтар менән биҙәлгән түшелдеректән (брустшмук), жакет йә кофтанан(кофтхе, хофта), итәктән (рок),

Слайд 6Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән

һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡыҙҙар баштарына таҡыя, маңлайса, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән.
ХХ быуатҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме башлыса биҙәлеше менән айырыпған[3]. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзол йәки сапан(кәзәки) кейгәндәр. Байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт кейгәндәр. Ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр.
Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр . Ҡулдан һуғылған биҙәкле туҡыманан күлдәк, алъяпҡыс теккәндәр.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемеҠатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен

Слайд 7Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Күпләп мал

ҡөткәнлектән, тирегә ҡытлыҡ булмаған.Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемдәренә төҫлө һыҙаттар тегеп сығылған, йөндән суҡтар эшләп ҡуйылған. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғәилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп сағыу итеп биҙәгәндәр. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бүрек кейгән. Йәнлек тиреһенән дүрт ҡыя һәм ике ярым түңәрәктән йәки дүрт ҡыя һәм түңәрәк төп ҡырҡып алып теккәндәр. Ҡама, ҡондоҙ, һуҫар һәм башҡа тиреләр ҡулланылған. Байрам өсөн тегелгән бүреккә ҡондоҙ(ҡамсат бүрек) йәки ҡама тиреһенән (ҡама бүрек) тирәс ҡуйғандар. Бүректе таҫтар йәки яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр.
Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатындар киндерҙән йәки ситсанан аҡ яулыҡ(таҫтар) ябынған. Бай ҡатындар өҫтәп бүрек кейгән, дебет шәл, яулыҡ ябынған. Аяҡтарына быйма, башмаҡ , тула ойоҡ, киндер ойоҡ, йөн ойоҡ кейгәндәр. Байрамда кейә торған ойоҡтарын төрлө төҫтәге һәм рәүештәге ҡорама тегеп биҙәгәндәр.
Йылыла — ҡалпаҡ, түбәтәй, таҡыя, яҙлы-көҙлө — көләпәрә һәм еңел бүрек, ә инде ҡышҡы һыуыҡта тире бүрек кейгән. 
Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Күпләп мал ҡөткәнлектән, тирегә ҡытлыҡ булмаған.Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемдәренә

Слайд 8Башҡорт ирҙәренең кейеме
Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзол, йәки сәкмән кейгән. Көньяҡ

Урал яҡтарында ирҙәр күлдәгенең яғаһы булмаған. Муйын киҫемен иңербау менән бәйләп ҡуйғандар.
Ҡышҡыһын һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп кейгәндәр (билле тун, тире тун). Байрам өсөн күлдәктәренә семәр сиккәндәр. Кейемдәренең бер өҫтәмәһе булып билбау тора. Байрам өсөн ҡәмәр — матур ҡаптырмалы киң билбау булған. Ул биҙәкле буҫтауҙан, бәрхәттән, ебәктән тегелгән. Биҙәү өсөн аҡыҡ, ынйы, фирүзә таш, металл ҡалайҙар менән биҙәп, сигеп семәрләгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән билбау быуғандар.
Өлкәндәрҙең түбәтәйе ҡараһыу төҫтәрҙән, йәштәр өсөн сағыу төҫтән тегелгән. Ебәк, йөн еп менән сигеп, мәрйен, ҡабырсаҡ, уҡа менән биҙәлгән. Йәнлек (һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен) тиреһенән тегелгән бүрек, кәпәс кейгәндәр. Ситен ҡиммәтерәк тире менән ҡырпығандар.
Дала яҡтарында яурын һәм арҡаларына төшөп торған көләпәрә, ҡолаҡсын кейеп йөрөгәндәр. Улар кейеҙҙән, буҫтауҙан, тиренән теккәндәр. Ҡалпаҡтары кейеҙҙән булған. Итек тышынан калуш кейгәндәр. Мәсеткә, ҡунаҡҡа барғанда калушты сисеп ингәндәр. Ойоҡ кейәләр һәм өҫтөнән сылғау урайҙар.

Башҡорт ирҙәренең кейеме Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзол, йәки сәкмән кейгән. Көньяҡ Урал яҡтарында ирҙәр күлдәгенең яғаһы

Слайд 9Немецтарҙың аш-һыуы
Немецтар төп аҙығын игенселек (бөртөклөләр, йәшелсә-емештәр) һәм малсылыҡ продукттары тәшкил иткән. Икмәк бешереү өсөн

ҡомалаҡтан әсетке әҙерләгәндәр. Рацион күберәк бәрәңге, шалҡан һәм уларҙан әҙерләнгән төрлө ашамлыҡтар, арыш һәм бойҙай икмәге, ҡамыр аштары (һалма, сумар һәм башҡа), бутҡанан торған. Иттән колбаса һәм нәҙек колбасалар эшләгәндәр. Ҡышҡылыҡҡа тоҙланған кәбеҫтә әҙерләгәндәр, сусҡа майы, ит, балыҡыҫлағандар. Башлыса ҡаймаҡлы кофе, сәй, минераль һыу эскәндәр, иҫерткес эсемлектәрҙән һыра булған. Традицион аштары — һалмалы (нудль) йә сумарлы һурпа, сумарлы щи, кәбеҫтәгә төрөп бешерелгән ит, эремсекле билмәндәр. Байрамдарҙа быҡтырылған кәбеҫтә менән сусҡа йә ҡаҙ, бешкән бот ите, котлет, ҡойҡа, колбаса һәм башҡа әҙерләгәндәр, кишер менән сырниктар, йөҙөмлө йә сәтләүекле пудинг, запеканкалар, төрлө эслек һалынған бәлеш (кухен), рулет (штрудель), печенье, перәник, торттар бешергәндәр, конфитюр һәм башҡа эшләгәндәр.
Колониялар менән туранан-тура округ һәм ауыл приказдары идара иткән. Һәр бер колонияның колонистары йәмғиәтте тәшкил иткән, йәмғиәттә һәр хужалыҡ вәкилдәренән торған халыҡ йыйылышы төҙөлгән.

Немецтарҙың аш-һыуыНемецтар төп аҙығын игенселек (бөртөклөләр, йәшелсә-емештәр) һәм малсылыҡ продукттары тәшкил иткән. Икмәк бешереү өсөн ҡомалаҡтан әсетке әҙерләгәндәр. Рацион күберәк бәрәңге, шалҡан һәм уларҙан

Слайд 10Башҡорттарҙың аш-һыуы
Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы

ите, ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, киптерелгән бөртөклөләр, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта ҡаҙы (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит) (вяленое мясо) тә, шулай уҡ (ҡаҡ), ҡымыҙ, сейәле hары май (вишня в топленом масле), муйыл майы (черемуховое масло), ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — был ашамлыҡтарҙың бөтөнөһө лә йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм уларҙы юлға алыуы уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.

Башҡорттарҙың аш-һыуы Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы ите, ҡуй ите, һөт продукттары,

Слайд 11Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмастың төрө)

әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт продуктылары бирелә — һирәк табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.
Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.

Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмастың төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр

Слайд 15Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Башҡорт халҡының милли кейеме. https://yandex.ru/search/?lr=172&clid=1955454&win=154&text=башҡорт%20халҡының%20милли%20кейеме
2. Немец халҡының милли кейемдәре.
http://wlooks.ru/nacionalnye-kostyumy/nemeckij/
3. Башҡорттарҙың

милли аш-һыуы.
https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт_аш-һыуы
4. Немецтарҙың милли аш- һыуы.
https://ba.wikipedia.org/wiki/Немецтар






Ҡулланылған әҙәбиәт1.Башҡорт халҡының милли кейеме. https://yandex.ru/search/?lr=172&clid=1955454&win=154&text=башҡорт%20халҡының%20милли%20кейеме2. Немец халҡының милли кейемдәре.http://wlooks.ru/nacionalnye-kostyumy/nemeckij/3. Башҡорттарҙың милли аш-һыуы.https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт_аш-һыуы4. Немецтарҙың милли аш- һыуы.https://ba.wikipedia.org/wiki/Немецтар

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть