Презентация, доклад на тему Здоровьесберегающая технология на уроках башкирского языка

Содержание

Балалар һаулығы – ата-әсәләр, уҡытыусылар, бөтә йәмәғәтселек алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Физик яҡтан сәләмәт булыу-кеше бәхетенең, уның төрлө яҡлап үҫешенең, тулы тормош менән йәшәүенең зарури шарты. Һау-сәләмәт, белемле уҡыусы тәрбиәләү өсөн дәрестә

Слайд 1Башҡорт теле дәрестәрендә сәләмәтлек технологияһы
Бибакова Айһылыу Зинур ҡыҙы
Юғары Этҡол урта мәктәбе

филиалы-Уразбай башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Башҡорт теле дәрестәрендә сәләмәтлек технологияһыБибакова Айһылыу Зинур ҡыҙы Юғары Этҡол урта мәктәбе филиалы-Уразбай башланғыс дөйөм белем биреү

Слайд 2
Балалар һаулығы – ата-әсәләр, уҡытыусылар, бөтә

йәмәғәтселек алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Физик яҡтан сәләмәт булыу-кеше бәхетенең, уның төрлө яҡлап үҫешенең, тулы тормош менән йәшәүенең зарури шарты.
Һау-сәләмәт, белемле уҡыусы тәрбиәләү өсөн дәрестә һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорт теле дәрестәрендә үткәрелгән ял минуты, һанағыстар, шаян шиғырҙар, йырҙар, башҡорт халыҡ балалар уйындары, кроссвордтар, ребустар, йомаҡтар сисеү, мәҡәлдәр әйтешеү, дәрес алды шиғырҙары өйрәнеү – барыһы ла һаулыҡ һаҡлау технологиялары.
Гигиена тураһында төшөнсә биреү, уйын технологияһын ҡулланыу, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре: мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡ-тиҙәйткестәр әйтеү, артикуляцион күнегеүҙәр эшләү барышында хеҙмәткә һөйөү,бөхтәлек, ихтыяр сифаттары менән бер рәттән балалар һаулығына ла иғтибар бирелә.
Балалар һаулығы – ата-әсәләр, уҡытыусылар, бөтә йәмәғәтселек алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Физик

Слайд 3 Дәрестәрҙә ҡулланған уйын формалары бихисап:
- хәрәкәтле уйындар (ял минуттары, «йәнлектәр,

хайуандар,ҡош-ҡорттар” уйыны, иғтибарға уйын);
ярыш-уйындар (командалар, парҙар,төркөмдәр менән уйнау);
предметтар менән уйындар (туп,шар һ.б);
әкиәт геройҙары менән диалогтар;
ролле уйындар;
фонетик, лексик,грамматик уйындар;
башҡорт халыҡ балалар уйындары;
фонетик-артикуляцион күнегеүҙәр;
кроссворд, ребус, йомаҡ, табышмаҡ.
Дәрестәрҙә ҡулланған уйын формалары бихисап:-  хәрәкәтле уйындар (ял минуттары, «йәнлектәр, хайуандар,ҡош-ҡорттар” уйыны, иғтибарға уйын);ярыш-уйындар (командалар, парҙар,төркөмдәр

Слайд 4 Уйын төрҙәре
- физик (хәрәкәтле);
- интеллектуаль(аҡыл);
- хеҙмәт уйындары;
- социаль уйындар.

Уйындар характеры

буйынса түбәндәгеләргә бүленә:
- өйрәтеү;
- үҫтереү;
- тәрбиәүи;
- ижади;
контроль-тикшереү;
йомғаҡлау;
үҙләштереү.

Уйын төрҙәре- физик (хәрәкәтле);- интеллектуаль(аҡыл);- хеҙмәт уйындары;- социаль уйындар.Уйындар характеры буйынса түбәндәгеләргә бүленә:-  өйрәтеү;-

Слайд 5 Программаларҙы үтәү,уҡытыу алымдарын камиллаштырыу, һәр дәресте тәрбиәүи, ҡыҙыҡлы үткәреү, уҡыусыларҙы предмет

менән ҡыҙыҡһындырыу бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа мауыҡтырыу элементтарын ҡулланыу отошло. Был осраҡта балаларҙың белем кимәлен,йәш айырмаһын һәм ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алырға кәрәк. Бөйөк педагог К.Д.Ушинскийҙың түбәндәге һүҙҙәрен һәр саҡ күҙ уңында тотоу мөһим: «Уҡыуҙа бөтә нәмә лә мауыҡтырғыс булмаҫҡа мөмкин, унда, һис шикһеҙ,ялыҡтырғыс әйберҙәр ҙә бар һәм булырға тейеш...»
Ҡайһы бер уҡыусылар өндәрҙе йота-йота, һауаға сәсәй-сәсәй, ижектәрҙе өҙә-йырта, һүҙҙәрҙе вата-емерә һөйләшә.
Ә дәрестәрҙе тын алыу күнекмәләренән башлау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәғәнәле шиғри юлдар менән асыҡ сәләмләү уҡыусы күңеленә лә ыңғай тәьҫир итә.Мин һәр дәресемде ошондай шиғырҙар менән башларға яратам.
Программаларҙы үтәү,уҡытыу алымдарын камиллаштырыу, һәр дәресте тәрбиәүи, ҡыҙыҡлы үткәреү, уҡыусыларҙы предмет менән ҡыҙыҡһындырыу бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа мауыҡтырыу

Слайд 6
Дәрес алды шиғырҙары, дәрестең ойоштороу бүлеген йыйнаҡ итеү менән бергә,

уҡыусының телмәрен үҫтереү, ял минуты булараҡ та хеҙмәт итә.

1.Иҫәнлек,һаулыҡ һорашып,
Иҫәнме-һаумы?- тиҙәр.
Хәйерле көн, балалар, тип
Ҡояш йылмая күктән.
2.Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп, өндәшәм:
Балалар, хәйерле иртә!
3.Әсәм теле-башҡорт теле
Минең өсөн изге тел.
Туған телемдә һөйләшәм,
Һөйөнә шуға күңел.

Дәрес алды шиғырҙары, дәрестең ойоштороу бүлеген йыйнаҡ итеү менән бергә, уҡыусының телмәрен үҫтереү, ял минуты булараҡ

Слайд 7
Һаумыһығыҙ, балалар,- тип
Үҙ телемдә өндәшәм.
Телемең бар нескәлеген
Һәр дәрестә өләшәм.
Яҡты көндө сәләмләйек,


Һаумы,ҡояш!
Һаумы,зәңгәр күк!
Һаумы,тыуған ерем!
Һаумы,яҡын дуҫым!
Һау кешегә таң да атты,
Йылмайып ҡояш ҡалҡты.
Ер-әсәбеҙҙе сәләмләп,
Көләс нурҙарын һипте.
Һәр көн һеҙҙе сәләмләйем
Һөйөклө туған телдә.
Туған телһеҙ, тыуған ерһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә.
Һаумыһығыҙ, балалар,- типҮҙ телемдә өндәшәм.Телемең бар нескәлегенҺәр дәрестә өләшәм.			Яҡты көндө сәләмләйек,

Слайд 8
Уҡыусылар һүҙҙәрҙәге өн, ижектәрҙе матур әйтһен өсөн дөрөҫ тын алыу күнекмәләрен

үткәреү файҙалы:
«Көрһөнөү” (көс менән,ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп, өҙөк-өҙөк тын алыу,оҙаҡ итеп сығарыу)
“Сәскәләр магазины”(еҫкәү)
“Ел-дауыл уйыны” (парталағы ваҡ ҡағыҙ киҫәктәрен яй,шәп өрөү)
“Шәм һүндереү”( кинәт өрөү)
“Яңаҡтар-өрөп тултырылған шарҙар”(һауа уртлау,шартлатыу)
“Һуҙынҡы өндәрҙе өҙмәй әйтеү”(һуҙыу,йырлау, ирендәр әүҙем эшләй)
Таблица-тренажерҙар менән эш.
Уҡыусылар һүҙҙәрҙәге өн, ижектәрҙе матур әйтһен өсөн дөрөҫ тын алыу күнекмәләрен үткәреү файҙалы:«Көрһөнөү” (көс менән,ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп, өҙөк-өҙөк

Слайд 9

Психологик минут
Уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.
Хәйерле иртә, күҙҙәр,
Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)
Хәйерле иртә, ҡулдар, (ҡулдарҙы һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәй итеү)
Хәйерле иртә, аяҡтар, (һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)
Хәйерле иртә,ҡояш,мин уяндым! (ҡулдарҙы ҡояшҡа һуҙыу)
Тәбиғәтте сәләмләй белеү баланы матурлыҡты күрергә өйрәтә, күңелендә һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләй.
-Хәҙер беҙҙә ниндәй миҙгел?
-Ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?һ.б
-Беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм саф уйҙар, һәйбәт теләктәр менән дәресте башлайбыҙ.



Психологик минут 		Уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.Хәйерле

Слайд 10
Дәрестә ял минутын балаларҙың арыуҙарына ҡарап ваҡытында үткәреү дәрестең сифатын күтәрә.Ял

итеп алған балаларҙың эшкә һәләте лә күҙгә күренеп арта.Кәүҙә торошона ғына түгел, дәрес барышында ҡул суҡтарына, ишетеү, күреү ағзаларын һаҡлау өсөн гимнастика эшләү телмәр үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.Тауышты көйләү, телде шымартыу өсөн ошондай артикуляцион күнегеүҙәр файҙалы.
Кү-кү-кү-күк йөҙө күм-күк.
Ҡа-ҡа-ҡа-ҡарасы аҫҡа.
Ға-ға-ға-ҡарасы уңға,
Гә-гә-гә-һулда күләгә
Уҡығанда күҙеңә көс төшмәһен:
Сәғәт һайын ял кәрәк.
Яҙғанда яҡтылыҡтың
Һулдан төшөүе кәрәк.
Мә-мә-мә-кеше күҙлеген кеймә,
Ла-ла-ла-күҙеңде саңдан һаҡла



Дәрестә ял минутын балаларҙың арыуҙарына ҡарап ваҡытында үткәреү дәрестең сифатын күтәрә.Ял итеп алған балаларҙың эшкә һәләте лә

Слайд 11
Дәрестә уйын технологияларын ҡулланғанда һынамыштар, көйлө минуттар, башҡорт халыҡ йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен

ҡулланыу уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй.
Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Уҡытыусы мәҡәлдең яртыһын, ә уҡыусылар төркөмө ярышып мәҡәлдең ҡалған яртыһын әйтәләр.Мәҫәлән:
Һаулығың-байлығың.
Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух.
Сәләмәт тәндә-сәләмәт аҡыл.
Байлыҡ башы-һаулыҡ.
Һаулығыңдың ҡәҙерен йәшләй бел.
Таҙалыҡ һаулыҡтың нигеҙе.
Хәрәкәттә-бәрәкәт.
Дәрестәге эштәргә ярашлы һәм унан тыш та һаулыҡты һаҡлау, сынығыу, сәләмәт тормош,спорт, гигиена, дөрөҫ туҡланыу тураһында әңгәмәләр алып барыуҙы хуп күрәм.
Дәрестәрҙә презентациялар уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға бик ныҡ ярҙам итһә лә,сәләмәтлек яғынан уларҙы урынлы һәм сама белеп ҡулланыу мөһим. Һеҙҙең алдығыҙға бер нисә интеллектуаль уйын тәҡдим итмәксемен.


Дәрестә уйын технологияларын ҡулланғанда һынамыштар, көйлө минуттар, башҡорт халыҡ йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен ҡулланыу уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй.		Мәҡәл-әйтемдәр

Слайд 13БАВНЙӘҒПӨКҠСЫФЗИОЭШТДҮҺРУГ
« Кем тиҙерәк”уйыны

БАВНЙӘҒПӨКҠСЫФЗИОЭШТДҮҺРУГ« Кем тиҙерәк”уйыны

Слайд 14К
И
О
Н
А

С






«Йәшеренгән хәрефтәр” уйыны



К И О Н А С «Йәшеренгән хәрефтәр” уйыны

Слайд 15а о С У к Н ы Р в









а о С У к Н ы Р в

Слайд 16




а
о
у
ы
и





на
но
ну
ны
ни





ка


ко

ку

кы

ки






са

со

су

сы

си


н


к


с






та

то

ту

ты

ти


т






ла

ло

лу

лы

ли


л






ра

ро

ру

ры

ри


р

а о у ы и на но ну ны ни ка ко ку кы ки са со

Слайд 17Һүҙҙәрҙән һөйләм төҙө:
Ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар.

Һүҙҙәрҙән һөйләм төҙө: Ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар.

Слайд 18Был һүҙҙәр һөйләм була аламы?
Аҙыҡ ҡоштарға етешмәй ҡышын.

- Ни өсөн?

Был һүҙҙәр һөйләм була аламы? Аҙыҡ ҡоштарға етешмәй ҡышын.- Ни өсөн?

Слайд 19Һөйләмдәрҙең сиген билдәлә.
Төндәепшекҡаряуҙыиртәнсәк балаларурамғасыҡтыларуларҠарбабайяһанылар.

-Нисә һөйләм килеп сыҡты?

Һөйләмдәрҙең сиген билдәлә. Төндәепшекҡаряуҙыиртәнсәк балаларурамғасыҡтыларуларҠарбабайяһанылар.-Нисә һөйләм килеп сыҡты?

Слайд 20
1 кластарҙа уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуҙа “Осто,осто”, “Сылбыр”, “Ҡабырсаҡ”, “Үгеҙ йөҙөк”,

“Йәшерәм яулыҡ”, “Буяу” уйындары бик ярҙам итә.
Уйындарҙа балаларҙың тыумыштан бирелгән сәнғәт һәләттәре асыла. Үҙ-үҙеңде тотоу, һөйләү, тауыш - аһәң, хис-тойғоларҙы дөрөҫ ҡулланыуҙың асҡысы ла - уйындарҙа. Уйын-һүҙ һәм хисап мәктәбе, ә һамағы-тәрән сер, һүҙ тылсымы хазинаһы.
Дәрестәрҙә һаулыҡ һаҡлау технологияларын ҡулланыу предметҡа ҡарата ыңғай ҡараш тыуҙырып ҡына ҡалмай,уҡыусының үҙ-үҙенә ышанысын нығыта, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да һаулығын һаҡларҡа, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә.
1 кластарҙа уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуҙа “Осто,осто”, “Сылбыр”, “Ҡабырсаҡ”, “Үгеҙ йөҙөк”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Буяу” уйындары бик ярҙам

Слайд 21
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть