Өй башында ярты икмәк.
(ай)
Сәскәһе – ағасында,
Алмаһы – тамырында.
(картуф)
Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,
Аҡса биреп алалар.
Уны күргән балалар,
Тилмерешеп ҡалалар
(ҡарбуз)
“Тей !”- тиһәң, теймәй,
“Теймә !” - тиһәң тейә.
(Ирендәр.)
Ағас түгел - япраҡлы,
Тун түгел – тегелгән.
(Китап.)
Ниндәй ҡош яҙ килеүен хәбәр итә.
(Ҡарға.)
Йөҙ йәшәр ағас.
( Имән.)
Осоп киләм, осоп киләм,
Күҙгә эләккәнде тибеп киләм.
(Бөркөт)
Туны бар-сапаны юҡ,
Мыйығы бар – һаҡалы юҡ.
(Бесәй)
Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.
Email: Нажмите что бы посмотреть