Слайд 1Тема: Мөғжизәле лә,серле лә ете һаны.
(фәнни – тикшеренеү эше)
Башҡарҙы: Ғәфүрова Эльмира, 7 а класы уҡыусыһы.
Етәксеһе: Бикиева Зөһрә Мирхәт ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Слайд 2Бурыс:башҡорт халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә,тормош-көнкүрештә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға
еткереү.
Маҡсат: Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан- быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәби ҡәғиҙәләре менән таныштырыу һәм башҡорт халҡының рухи,материаль культураһында ете һанының ҡулланылышын билдәләү.
Слайд 3Халкыбыҙҙың донъяға ҡарашында, халыҡ ижадында һандарҙың мәғәнә биҙәктәрен асыу, символика, арбау
һәм ғаләм хакындағы ҡараш менән бәйле булыуын ентекләберәк ҡарап китәйек.
. Башкорт халҡы борон-борондан йәшәй килә һәм йәшәү менән бергә беҙ уның тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тағы ла тәрәнерәк өйрәнәбеҙ. Уларҙың йөкмәткеһен, килеп сығышын киләһе быуынға ла һаклап ҡалырға тырышабыҙ. Беҙ тарихи яҙмаларҙан, ҡомарткыларҙан белеүебеҙсә кеше донъяға тыуғас та ҡапыл һөйләшә башламаған. Беренсенән, ҡараш менән танып өйрәнһә, икенсенән, билдәләр менән аралашҡан. Һуңынан, өн, өндән һүҙҙәр, телмәр үҫешенең билдәле бер кимәлгә етеүен асыҡ беләбеҙ. Ғөмүмән, тамғалар, билдәләр, һандар кеше тормошонда бик мөһим бер роль уйнағандар.
Слайд 6 Башкортостандың ете һанына бәйле мөғжизәләре
Башкортостандың Ейәнсура районында "Ете
быуын" (Семиколенка) тауы бар.
Суверенлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт атрибуттары символикаһында ла ете һаны сағылыш таба.
Көньяҡ Башҡортостанда боронғо Ете ырыу берләшмәһе һәм хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлек билдәһе булараҡ, республикабыҙҙың Дәүләт флагындағы аҡ һыҙыҡтың уртаһында алтынһыу төҫтә эмблема - түңәрәк эсендә ете таж япрағынан торған ҡурай сәскәһе эшләнгән. Ул - дуҫлыҡ символы, аҡ һыҙыҡ уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан территорияһында уның халыҡтарының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә: Юрматы, Үҫәргән, Бөрйән, Табын, Мең, Тамъян, Түңгәүер.
Слайд 7Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, ете таж япрағы ете ырыуҙы кәүҙәләндерә:Юрматы,Үҫәргән,Бөрйән,
Табын, Мең,Тамъян,Түңгәүер.
Слайд 8Тәнебеҙгә күҙ һалһаҡ...
Ҡайҙа ғына күҙ һалһаң да
ете һаны ҡабатлана. Үҙебеҙҙең тәнебеҙгә иғтибар итһәк тә ете һанының ғәжәп рәүештә ҡабатланыуын иҫәпләрбеҙ. Кәүҙәбеҙ ете өлөштән тора: баш, муйын, кәүҙә, ике аяҡ, ике ҡул. Баштағы тишектәрҙе һанап ҡарайыҡ: ике ҡолаҡ, ике күҙ, ике танау тишеге һәм ауыҙ. Бармаҡтарыбыҙға иғтибар итәйек: бер ҡул суғында ун дүрт быуын, икегә бүлһәң, етешәрҙән тура килә. Быуындарыбыҙ: ике бәләкәй, ике тубыҡ, ике бот төбө быуыны һәм бил; ике ҡул бөгәре, ике терһәк, ике ҡулбаш һәм муйын. Беҙҙе йәшәтеүсе төп органдарыбыҙ: йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, бауыр, ике бөйөр, тамаҡ -етәү.
Слайд 9Башҡорттарҙа ете һаны.
Ете һанының көнкүрештә, предметтарҙа сағылышы.
Изге мәғәнәле
һандар араһынан бик күп нәмәләргә бәйләнгән иң серле, тылсымлы, изге ете һаны. Ете - ул бик ғәжәйеп хикмәтле һан.
Ете һанын хаҡлы рәүештә Алла һаны тип йөрөтәләр. Ҡөръәндән башлайыҡ: уның китапты асыуға бағышланған тәүге "Фатиха" сүрәһе ете аяттан тора.
Ер шарына ҡараһак та ете материкты абайларбыҙ: Европа, Азия, Көньяҡ Америка, Төнъяҡ Америка, Австралия һәм Антарктида. Бер үк параллелдәге ҙур һыу ятҡылыҡтары ла етәү: Байкал, Ысыҡкүл, Балхаш, Арал, Каспий, Севан, Балатон. Ҡаҙағстандың көнсығышындағы Жиди сыу (Семиречье) үҙәне.
Слайд 10Ер шарына ҡараһак та ете материкты абайларбыҙ: Европа, Азия, Көньяҡ Америка,
Төнъяҡ Америка, Австралия һәм Антарктида.
Слайд 11Күк - яҙмышты билдәләүсе изге көс менән бәйле ғаләм донъя. Ул
ҡатлы тип иҫәпләнә. Кеше үлгәс, йәне күктең етенсе ҡатына оса һәм етенсе быуынға әйләнеп ҡайта тип фараз ителә. Ни мөғжизә: ожмахы ла ҡатлы, тамуғы ла. Әҙәмде ҡотҡармак булып ете ясин сығалар, үлгәс, етеһен уҡыталар. Шулай ук һәр башҡортҡа үҙенең ете быуын ата -бабаһын белеү фарыз.
Слайд 12 Июль айы - кәкүк айы, етенсе ай, ете төрлө үлән
ауыҙ итергә кәрәк.
Борон был айҙа ете төрлө үләндән хуш еҫле сәй әҙерләгәндәр: ҡыр сейәһе япрағы, һары мәтрүшкә, ҡарағат япрағы, мәтрүшкә, ҡурай еләге япрағы, еләк япрағы, ҡайын япрағы.
Слайд 13Ете һаны дин өлкәһендә
Ҡәҙер төнөндә, йәки рамаҙан айының (Ураҙа айы) 27-се
кенөндә ете төн уртаһында күк ҡабағы асыла, сөнки ошо көндә Ҡөръәндең тәүге ете аяты индерелә башлаған. Яҡтыһына ерҙә ятҡан энә лә күренә тигән боронғолар. Тик ул бәхетле кешегә генә асыла һәм шул төндә теләгән теләк ҡабул була.
Слайд 14Ете һаны ырыуҙа
Башҡорт халҡында ете һаны киң билдәле һан булып һынала.
Башҡорт ырыуҙары ла етәүҙән тора: Тамъян, Ҡатай, Бөрйән, Түңгәүер, Мең, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән.
Слайд 15. Ете һанына бәйле төрлө ырымдар, әйберҙәр, һорауҙар
Серле лә, мөғжизәле лә
ете һаны ырымдарҙа ла осрай. Мәҫәлән, "Ете юл сатында өйгә нигеҙ һалырға ярамай", "Тыуған йылыңда ете һаны булыу - фәрештәңдең булыуы".
Борон көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәрҙә лә ете һаны бар. Мәҫәлән, етеле шәм һәм етенән үрелгән туйыр - бүрегә һуғыу ҡоралы.
Слайд 16Был донъяла ете нәмәгә ете нимә етмәй?
Аттың мөгөҙө юҡ,
Һыйырҙың ялы юҡ,
Күгәрсендең һөтө юҡ,
Йомортҡаның йөйө юҡ,
Һыуҙың дилбегәһе юҡ,
Болоттоң ҡанаты юҡ.
Был донъяла ете нимә юк?
Ҡошта һөт юҡ,
Ҡолонда үт юҡ,
Һыуҙа ҡаймаҡ юк,
Ябынғанда ең юҡ,
Атта көйшәү юҡ,
Һыйырҙа аҡыл юҡ,
Ташта тамыр юҡ.
Слайд 17Ете һаны башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә
Беҙҙең халҡыбыҙҙың иң бай хазинаһы -
быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән халыҡ ижады ынйылары. Ә уларҙы барлап, тикшерә башлаһаң, һәр береһендә ете һанын осратырға мөмкин. Бына халыҡ мәҡәлдәрен генә алып ҡарайыҡ:
"Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын"
"Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ"
"Егәрленең ҡулы ете"
"Ете ул өйләндергән - бай булған, ете ҡыҙ биргән - бөлгән"һ.б.
Халкыбыҙ теле - ниндәй бай ул! Күпме йомаҡ, әйтеме бар! Әкиәте, легендаһы...
Слайд 18Тылсымлы ете һаны мосолман халҡы өсөн бәхетле һан тип иҫәпләнә. Башҡорт
халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә, тормош - көнкүрештә, әҙәбиәттә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға ла еткереү кәрәктер тип уйлайым. Сөнки һәр кеше үҙенең халҡының яҙмышын, телен, йәшәйешен һәм мәҙәниәтен белергә тейеш, уны өйрәнеү мотлаҡ.
Слайд 19Һауаларҙа йондоҙ - ете ҡуҙ,
Ерҙә шатлыҡ бейей - Ете ҡыҙ,
Етегәндең ете
ҡуҙынан
Беҙ башҡортта тыуған ырыуҙар.
Ете күктең ете ҡатынан Ете төҫтө йыя йәйғорҙар.
Башҡортостан балҡый Уралда
Етегән дә тигән йондоҙҙай.