Презентация, доклад на тему Исем ҡушыу йолаһы

Хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу.Эшемдең актуаллеге

Слайд 1Исем ҡушыу йолаһы.
2-се Инйәр урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәғимова Шәүрә

Хәләф ҡыҙы төҙөнө.





2018 й.
Исем ҡушыу йолаһы.2-се Инйәр урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәғимова Шәүрә Хәләф ҡыҙы төҙөнө.2018 й.

Слайд 2Хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар

йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу.

Эшемдең актуаллеге

Хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған.

Слайд 3Эшемдең маҡсаты был йолаларҙы асыҡлау һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡының төп йолаларын

өйрәнеү, уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү; уҡыусыларға исемдәрҙең мәғәнәһенең мөһимлеген аңлатыу; уҡыусыларҙа үҙ исемдәренә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хисе, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү; халҡыбыҙҙың үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәгенә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Эшемдең маҡсаты был йолаларҙы асыҡлау һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡының төп йолаларын өйрәнеү, уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү; уҡыусыларға

Слайд 4Борон-борондан hәр әҙәми зат бер-береhенә өндәшеү ысулын – Исемде уйлап сығарған.

Исем ҡушыу башҡортта мөhим йолаларҙың береhе. Бөтә йолалар араһында иң төп урынды алып торған йола булараҡ, балаға исем ҡушыу йолалары менән танышып үтәйек.

Балаға исем ҡушыу йолалары

Борон-борондан hәр әҙәми зат бер-береhенә өндәшеү ысулын – Исемде уйлап сығарған. Исем ҡушыу башҡортта мөhим йолаларҙың береhе.

Слайд 5Бала тыуғас та, кендек инәһе тарафынан исем ҡушыла. Борон баланы исемһеҙ

бер көн дә, хатта сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамаған. Әгәр исемһеҙ һалһаң, ен-бәрейҙәр алмаштыра. Был саҡта бала зәғиф була, йә үлә. Шуға күрә кендек инәһе баланы йүргәккә
төрә лә: ”исемең шулай булһын!” тип, ҡолағына ҡысҡырып әйтә. Был “йүргәк исеме” йәки
“тәүге” тип атала.

Йүргәк исеме

Бала тыуғас та, кендек инәһе тарафынан исем ҡушыла. Борон баланы исемһеҙ бер көн дә, хатта сәғәткә лә

Слайд 6Ысын исем ҡушҡанда, борон мулла аҙан әйтә торғайны. Аҙан ҡысҡырғанда, сабыйҙың

ҡолағына: Ата-инәңә шәфҡәтле бул, Олоға кесе бул, Кесегә оло бул. Уң ҡолағына – аҙан, Һул ҡолағына – исеме! – тиҙәр. Балаға аҙан менән исем ҡуштырмаһаң, үлгәс, ата-инәһен танымай, ти.

Ысын исем.

Ысын исем ҡушҡанда, борон мулла аҙан әйтә торғайны. Аҙан ҡысҡырғанда, сабыйҙың ҡолағына: Ата-инәңә шәфҡәтле бул, Олоға кесе

Слайд 7Бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн исем ҡушҡанда, шул теләктәрҙе исемгә

лә һалғандар: Ғүмерҙаҡ (Ғүмере оҙаҡ), Ғүмер, Тимерйән, Тимерғәли, Йәнбикә.

Миңле исем

Тыуған сағында бала миңле булмаҫҡа мөмкин. Өс-дүрт аҙна үткәс, тәнендә ҡыҙыл миңдәр барлыҡҡа килә. Миң аҙып китмәһен тип, баланың исеменә “миңле” һүҙе өҫтәйҙәр. Мәҫәлән: “Зилә” булһа – “Минзилә”, тип йөрөтәләр.

Ғүмерле исем.

Бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн исем ҡушҡанда, шул теләктәрҙе исемгә лә һалғандар: Ғүмерҙаҡ (Ғүмере оҙаҡ), Ғүмер,

Слайд 8Ен-шайтан алмаштырмаһын өсөн сабыйға (ул ҡыҙмы, малаймы-барыбер Фәрүәз, Йондоҙ, Алмаз кеүек

исем ҡушалар. Ен йә шайтан килә лә: Был бала малай микән, ҡыҙ микән? – тип аптырай ҙа ҡала, ти.




Әгәр ҙә берәйһенең балалары күбәйеп китһә,
Туҡтабикә, Туҡтағол кеүек исемдәр
ҡушырға кәрәк. Шунан ни башҡа бала
булмай.

Үрсем туҡтатҡыс исемдәр.

Уртаҡ исемдәр.

Ен-шайтан алмаштырмаһын өсөн сабыйға (ул ҡыҙмы, малаймы-барыбер Фәрүәз, Йондоҙ, Алмаз кеүек исем ҡушалар. Ен йә шайтан килә

Слайд 9Ҡайһы бер кешенең балаһы тормай: тыуып тора, үлеп тора. Быға ҡаршы

шундай әмәл тапҡандар. Яңы тыуған баланы этаяҡҡа (эткә аш бирә торған һауытҡа) һалалар. Ниңә баланы этаяҡҡа һалғандар тигәндә, уның мәғәнәһе былай: Ен, шайтан, бәрей кеүек заттар эттән ҡурҡа. Баланы этаяҡҡа һалғас, уға эт еҫе һеңә.

Эт исеме ҡушыу.

Ҡайһы бер кешенең балаһы тормай: тыуып тора, үлеп тора. Быға ҡаршы шундай әмәл тапҡандар. Яңы тыуған баланы

Слайд 10Бала “ҡырҡы” сыҡмаҫ борон бик ныҡ илаһа, уны йә ауырый, йә

исеме оҡшамай, тигәндәр. Баланы өшкөртөп, “бөтөү” яҙҙырып алғандар ҙа, шуны түшенә ҡаҙағандар. Унан һуң да илауынан туҡтамаһа, исемен алмаштырғандар. Ҡабаттан исем ҡушҡандар.

Исем яңыртыу.

Бала “ҡырҡы” сыҡмаҫ борон бик ныҡ илаһа, уны йә ауырый, йә исеме оҡшамай, тигәндәр. Баланы өшкөртөп, “бөтөү”

Слайд 11Хәҙерге заманда балаға исем ҡушыу йолаһы тантаналы рәүештә ауыл клубында үткәрелә.

Был турала алдан бөтә халыҡ белеп тора. Сөнки матур итеп яҙылған белдереү эленә. Унда кемдәрҙең балаларына исем ҡушыласағы әйтелә. Билдәләнгән көндө яңы тыуған балалары булған ата-әсәләр байрамға йыйыла.

Йолалар араһында иң төп йола булараҡ, исем туйы тыуғандан һуң 3-сө йәки 40-сы көндө үткәрелгән. Исем туйына туғандарҙы, күршеләрҙе, дуҫтарҙы саҡырғандар.

Хәҙерге заманда балаға исем ҡушыу йолаһы

Хәҙерге заманда балаға исем ҡушыу йолаһы тантаналы рәүештә ауыл клубында үткәрелә. Был турала алдан бөтә халыҡ белеп

Слайд 12Исемдәрҙең мәғәнәһе һәм әһәмиәте.
Бала тыуа... Донъяға яңы кеше килә. Баланың донъяға

килеүе беҙҙең йәмғиәттә уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреп беркетелә. Балаға исемде ата-әсәһе ҡуша. Күп ата-әсәләр балаға исемде алдан уйлап, ололар, туғандары менән кәңәшләшеп ҡуша.
Исем һайлағанда уның ҡолаҡҡа
ятышлы яңғырашы – яҡшы
мәғәнәле булыуы, башҡортса-русса
әйтелеше һәм яҙылышы иҫәпкә
алына .
Исемдәрҙең мәғәнәһе һәм әһәмиәте.Бала тыуа... Донъяға яңы кеше килә. Баланың донъяға килеүе беҙҙең йәмғиәттә уға тыуыу тураһында

Слайд 13Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре

йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Башҡорт исемдәре ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап уны һайлай ғына бел!

Мәҫәлән:
Айнур (баш. ғәр) – ай нуры һымаҡ яҡты, матур.
Илгиз (баш., фарс.) – ил гиҙеүсе
Илшат (баш)– ил+шат (башлыҡ, ил башлығы)
Айһылыу (баш)-айлы төндә тыуған (ай һымаҡ матур булһын, тигән теләк менән ҡушылған)
Гөлсәсәк (фарс.,баш.) – гөл+сәсәк
Гүзәл (баш) – матур, һылыу, сибәр
Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған.

Слайд 14Хәҙерге ваҡытта йолалар үтәлмәгәс, башҡорт исемдәре юғалып бара. Мода артынан ҡыуып,

йәштәр балаларына мәғәнәһеҙ исемдәр ҡуша башланылар. Беҙ, башланғыс кластар уҡытыусылары, йәштәр араһында әңгәмә алып барырға бурыслыбыҙ.


Хөрмәтле коллегалар! Исмаһам, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың балаларына башҡорт исемдәрен ҡушайыҡ!
Хәҙерге ваҡытта йолалар үтәлмәгәс, башҡорт исемдәре юғалып бара. Мода артынан ҡыуып, йәштәр балаларына мәғәнәһеҙ исемдәр ҡуша башланылар.

Слайд 15Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Что такое shareslide.ru?

Это сайт презентаций, где можно хранить и обмениваться своими презентациями, докладами, проектами, шаблонами в формате PowerPoint с другими пользователями. Мы помогаем школьникам, студентам, учителям, преподавателям хранить и обмениваться учебными материалами.


Для правообладателей

Яндекс.Метрика

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть